6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

70 йәштә лә ата - әсә булырға мөмкин!
01.09.06


       Кисә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ильмира Харисова менән ойошторолған "тура элемтә" хаҡында фе кер йөрөткәндә, патронат тәрбиәгә алыуҙың республикала йәшәүсе күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыуы асыҡланды. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡ аршы, урындарҙа, райондарҙа яңы законға аңлатма биреү буйынса тейешле эш башҡарылмай.
       Ильмира Минулла ҡыҙы әйтеүенсә, патронат тәрбиәгә алыуҙы
       теркәү - кешенең йәшәгән урынындағы опека һәм попечителлек органдары бурысына инә. Ул баланы тәрбиәгә алырға теләүселәрҙе кәрәкле мәғлүмәт менән таныштырырға һәм йыйырға кәрәкле документтар исемлеген бирергә тейеш. Был орган тарафынан һығымта яһалғандан һуң, 19 - 91 - 84 номеры буйынса киләһе аҙнала Өфө хакимиәтендә эшләй башлаясаҡ Опека һәм попечителлек идаралығына шылтыратырға кәрәк. Әлегә республиканың ҡала һәм райондарында консультация үҙәктәре булмауын иҫәпкә алып, Өфөлә бер айлыҡ уҡыу үтергә кәрәк буласаҡ. "Ликбез" Өфөнөң 9 - сы балалар йорто базаһынд а үткәрелә. Әйткәндәй, патронат тәрбиәселәр үҙҙәре өсөн бала ны нәҡ ошонда һайлай ала. Башҡа балалар йорттарында әлегә патронат тәрбиәләү менән шөғөлләнмәйҙәр, хәйер, Ильмира Минулла ҡыҙы билдәләүенсә, тиҙҙән бындай тәрбиәгә алыу ысынбарлыҡҡа әйләнәсәк.
       Патронат тәрбиәселәр менән аҙнаһына ике тапҡыр психологта р, социаль педагогтар шөғөлләнәсәк. Был этапта белгестәр бал а йәшәйәсәк ғаилә, буласаҡ тәрбиәсенең психик һәм физик
       сәләмәтлеге хаҡында мәғлүмәткә эйә буласаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, кешенең балалар йортонан бала алырға теләгенең сәбәптәре асыҡланасаҡ.
       Бала менән контакт булдырыу өсөн Ильмира Харисова "тура
       элемтәгә" инеүселәргә уны башта "ҡунаҡҡа" саҡырырға кәңәш
       итә. Башта - киске ашҡа, артабан - ял көндәренә, һуңынан - байрамдарға алырға була. Әйткәндәй, балалар йорттары "ҡунаҡҡа саҡырыусы" ғаиләләр менән күптән бәйләнеш тота, эшкә яраҡлы һәр кеше тәрбиәсе һәм директорҙың рөхсәте менән балалар йортонда тәрбиәләнеүсене өйөнә алып ҡайта ала. Практика күрһәтеүенсә, бындай ғаиләләр балаларҙа ҙур популярлыҡ менән файҙалана һәм улар ял көнө булһа ла үҙҙәре өсөн ғәҙәти булмаған донъяла ҡунаҡ булырға ҙур теләк белдерә . Аҫрауға алырға теләүсе ғаиләләрҙең Өфөлә бер айлыҡ уҡыуҙар үтмәйенсә лә бала алыу мөмкинселеге бар. Алыҫ районда
       йәшәүсе һәм даими эш урындары булғандарға Ильмира Харисова тәрбиәгә алыуҙың ошо формаһына иғтибар бирергә кәңәш итә. Өҫтәүенә аҫрауға алыусы ата - әсәгә лә, патронат тәрбиәселәргә лә бер тиң эш хаҡы түләнә - тариф селтәре буйы нса туғыҙынсы разряд.
       Ике сәғәткә һуҙылған "тура элемтә" ваҡытында 54 кеше бәйләнешкә инде, уларҙың 17 - һе - Өфөнән, ҡалғандары ресубликаның ҡала һәм райондарынан шылтыратты. Дөрөҫөн әйткәндә, кешеләрҙең был изге эш менән шөғөлләнергә теләүе бер аҙ ғәжәпкә лә һала. Ҡайһы берәүҙәр таксофондан баш
       ҡалаға шылтыратыр өсөн махсус рәүештә ауылдарҙан район үҙәгенә килгән. Сәбәптәре күп төрлө. Өлкәндәрҙең үҙ балалары күптән үҫеп таралышҡан һәм бушап ҡалған өйҙә улар балалар көлөүен ишетергә теләй. Йәштәрҙе иһә был аҙымға балаһыҙлыҡ э тәрә...
       - Беҙ тормош иптәшем менән ете йыл бергә йәшәйбеҙ,
       балабыҙ юҡ. Ярҙам итегеҙ! Баланы уллыҡҡа алыу өсөн нимә эшләргә
       - Миңә 49 йәш, ейәнсәрем бар, әммә мин тағы ла ҡыҙым булыуын теләйем.
       - Ейәнемде уллыҡҡа алырға мөмкинме: уның ата - әсәһе эсә.
       - Беҙ - пенсионерҙар, ҡатыныма - 64, миңә 67 йәш. патрона т тәрбиә тураһында ишетеп ҡалдыҡ, был һорау буйынса ҡайҙа
       мөрәжәғәт итергә була
       ... Был кистә ошондай һорауҙар бихисап булды, һәм уларҙың
       һәр береһенә Ильмира Харисова ентекле яуап бирергә тырышты.
       Тик уларҙың береһенең, Наталья Крылованың, шылтыратыуы ғына Ильмира арисованы ла, "тура элемтәлә" ҡатнашыусы башҡа белгестәрҙе лә аптырауға һалды.
       - Патронат ата - әсәгә аҡса түләнә. Аҫрауға алыусыларға - шулай уҡ. Ә үҙебеҙҙең балалар өсөн беҙ бер тин дә алмайбыҙ!
       Комментарийҙар юҡ...

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал