6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Белем көнөндә хыялдар тормошҡа аша
01.09.06


       Бөгөн республиканың ярты миллионға яҡын мәктәп уҡыусылары өсөн яңы уҡыу йылы башланды. Был көндө 40 меңдән ашыу бала ә легә ҙур булмаған биографияларының яңы битен асасаҡ. Студенттар ҙа 1 сентябрҙә парта артына ултыра, уҡытыусылар э ш көнөн башлай. Ата - әсәләр уҡыу йылы башланыуын тулҡынланы п көтә - буласаҡ ломоносовтар һәм менделеевтар әлегә уларҙың ярҙамына мохтаж.
       Белем көнөн, Яңы йыл кеүек үк, ыңғай үҙгәрештәргә, яңы ҡаҙаныштарға өмөтләнеп көтәбеҙ. Республиканың мәктәп уҡыусылары өсөн был үҙгәрештәр бөгөн үк башланды. Быйылғы уҡыу йылын улар яңы мәктәптәрҙә башланы.
       Республиканың төрлө мөйөштәрендә бөгөн 43 яңы белем биреү учреждениеһы ишектәрен аса. Улар яҡты, киң, заманса техника, шул иҫәптән компьютер кабинеттары менән
       йыһазландырылған, тирә - яҡ территориялары төҙөкләндерелгән . Йылына 40 - тан ашыу яңы мәктәпте файҙаланыуға тапшырыу
       - Башҡортостан өсөн яңылыҡ түгел. Үткән йылда, мәҫәлән, республикала биш мең урынлыҡ 44 мәктәп эксплуатацияға индерелде. Был һанды баһалау өсөн башҡа төбәктәрҙең күпселегендә мәктәптәрҙең байтаҡҡа аҙыраҡ төҙөлөүен билдәләргә мөмкин.
       1 сентябрҙә Иглин, Нуриман, Балтас, Йәрмәкәй, Илеш, Мишк ә, Ауырғазы, Ҡариҙел һәм республиканың башҡа күп кенә район һәм ҡалаларында балаларҙы балҡып торған яңы мәктәп ҡаршы
       алды.
       Баш ҡаланың бер нисә мәктәбе лә исем туйын үткәрә. Өфөнөң
       Мостафина исемендәге 20 - се башҡорт гимназияһына быйыл өс
       ҡатлы төкәтмә өҫтәлде. Бинаның беренсе ҡатында гардероб урынлашҡан, унда 28 синыфтың һәр ҡайһыһы өсөн айырым бүлмә б илдәләнгән. Икенсе ҡатты уҡыу залы ла булған ҙур китапхана биләй. Ошонда уҡ дүрт сит тел кабинеттары урынлашҡан. Өсөнсө
       ҡатта информатика һәм лаборант бүлмәләре, һуңғыһында белем биреү процесы өсөн кәрәкле барлыҡ ҡорамалдар ҙа бар. Быйыл б ыл мәктәптә уҡыусылар һаны байтаҡҡа артҡан. 40 уҡыусынан торған ике беренсе синыф булдырылған.
       27 - се һанлы урта мәктәп - Өфөнөң иң иҫке мәктәптәренең береһе. Уның тарихы 1932 йылдан башлана. Белем биреү учреждениеһы бер нисә тапҡыр бөтә Рәсәй "Йыл мәктәбе" конкурсы лауреаты исемен яуланы. Уға "Быуат мәктәбе" исеме бирелгән. Эш тәжрибәһе "Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре"
       энциклопедияһына индерелгән. Яңы уҡыу йылы башына ул
       лайыҡлы рәүештә яңы бинаға эйә булды. Был бүләк мәктәпкә 250 урынлыҡ, заманса цехы һәм ҡорамалдары булған ашханала төшкө аш ойошторорға мөмкинселек бирәсәк.
       65 - се татар гимназияһы ике өс ҡатлы корпусҡа хужа булды ¬  унда заман талаптарына яуап биргән ашхана, спорт һәм йыйылыштар залы, оҫтаханалар, уҡыу кластары урынлашҡан. Иҫке бинаға капиталь ремонт үткәрелгән. Мәктәптә бөтәһе
       300 - гә яҡын бала белем аласаҡ.
       Уңайлылығы һәм йыһазландырыу кимәле буйынса ауыл мәктәптәре лә ҡалаларҙыҡынан ҡалышмай. Мишкә районының Мишкә ауылындағы дөйөм белем биреү мәктәбе яңы бинаға күсте, ул 504 уҡыусыға иҫәпләнгән. Ҡыйғы районының Ҡолбаҡ мәктәбендә 60 урынлыҡ мәктәп уҡыу йылына әҙер. Унда иллегә яҡын бала уҡыясаҡ. Был ауыл районда иң төпкөлдә
       урынлашҡандарҙан һанала, әммә унда йәшәүсе балалар ҙа ҡалалағы йәштәштәренән бер ҙә кәм булмаған шарттарҙа белем а лыу мөмкинселегенә эйә. Уларҙың үҙ компьютер класы, спорт залы, медпункты, ашханаһы бар.
       Мәктәп йәшендәге балалар аҙ булған ауылдарҙа мәктәптәр социаль - мәҙәни үҙәк составында асыла. Бындай миҫалдар аҙ түгел. Республиканың 3700 мәктәбенең 2700 - ө - ауыл мәктәбе . Төбәк етәкселеге уларҙың барыһы ла республиканың интеллектуаль фондына берҙәй өлөш индереүе һәм иғтибарға лайыҡ булыуын яҡшы аңлай.
       Белем көнө алдынан сығышында республиканың мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина "бөгөн илебеҙҙең һәм республиканың сәскә атыуы, ҡәүәте һәм даны өсөн яуаплылыҡ йәш быуынға йөкмәтелә", тип билдәләне.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал