6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

1 сентябргә баш ҡалабыҙ "бишлек" әҙерләнгән!
01.09.06


       Өфөнөң Совет районында урынлашҡан Фатима Мостафина исемендәге 20 - се һанлы башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм у ҡытыусылары Белем көнөн йәй буйы түҙемһеҙләнеп көттө. Сөнки гимназияны реконструкциянан һуң асыу тантанаһы нәҡ бөгөнгө көнгә тәғәйенләнгән. "ИСК" муниципаль унитар педприятие етәксеһе Рәис Әбдрахимовтың мәктәп директоры Илдар Моталовҡа тапшырған символик асҡысы һәм йөҙләгән төрлө төҫтәрҙәге шарҙарҙың һауаға осоуы ла - быға дәлил.
       Мәктәпкә йыйылыусыларҙың шатлығын уртаҡлашырға килгән
       республика Президенты Мортаза Рәхимов бинаны ентекле ҡарап сыҡҡандан һуң, яҡшы баһа бирҙе. Инглиз теле, информатика,
       химия кабинеттары, лаборант бүлмәләре барыһы ла матур мебель менән йыһазландырылған. химия кабинетында заманса
       ҡорамалдар ҡуйылған.
       Быға тиклем акттар залы ашхана менән берләштерелгән булһ а, бөгөн улар икеһе ике бинала урынлаша. 240 урынлыҡ залда хәҙер төрлө байрамдарға әҙерләнеү өсөн ваҡыт сикләнмәйәсәк.
       Вентиляция камералары, келәттәр, һыуытыу камераһы, ашхана
       цехы, трансформатор станцияһы - быларҙың барыһы ла мәктәпкә
       ҡаланың яңы уҡыу йылына бүләктәре. Әммә иң ҡәҙерлеһе - Фатима Мостафинаның музейы булдырылыуы. Унда тәүге экспонаттар - ғалим - педагогтың китаптары, фотографиялары һәм башҡалар ҡуйылған да инде. Тарих кабинетына ингән
       урынды Фатима Хәмит ҡыҙының бюсты биҙәй, уны скульптор Владимир Лобанов эшләгән. Бюст эргәһендәге өҫтәлдә Ҡунаҡтар кенәгәһе ята. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, почетлы ҡунаҡ булараҡ,
       бөгөн унда беренсе булып теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.
       Мәктәпкә Фатима Мостафинаның исеме оҙаҡ йылдар дауамында Ба шҡорт АССР - ының мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһының исемен мәңгеләштереү маҡсатында, Министрҙар Кабинеты ҡарары
       менән 1999 йылдың декабрендә бирелгәйне.
       Балаларҙы яңы уҡыу йылы менән ҡотларға мәктәпкә шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисткаһы Алһыу Бәхтиева, башҡорт драматургы Наил
       Ғәйетбаев, БР халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов килде.
       Әйткәндәй, уларҙың балалары ла ошо мәктәптә белем ала.
       Уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары Лилиә Бикбаеваның һ үҙҙәренә ҡарағанда, 36 йыл эсендә мәктәп биш мең уҡыусы
       тәрбиәләп сығарған, уларҙың 107 - һе мәктәпте миҙалға тамамлаған. Быйылғы 61 сығарылыусының 11 - е миҙалға лайыҡ
       булған.
       Бөгөн парта артына 560 бала ултырҙы, беренсе синыфҡа 40 бала килгән. Балалар бында бер сменала уҡый, уҡыу өсөн дә, рәхәтләнеп ял итеү өсөн дә ваҡыт бар. Беренсенән туғыҙынсы
       синыфҡа тиклем дәрестәр башҡорт телендә, өлкән синыфтарҙа -
       урыҫ телендә алып барыла. Бөгөн беренсе дәрес "Йәштәрҙең белеме - Ватан даны" девизы аҫтында үтте. Уларҙың береһендә республика Президенты ла ҡатнашты, ул балаларға яңы уҡыу йылында сәләмәтлек, ҡыҙыҡлы дәрестәр һәм яҡшы билдәләр теләне.
       Бөгөн Мортаза Рәхимов шулай уҡ Өфөнөң Орджоникидзе районында урынлашҡан 65 - се һанлы татар гимназияһын, Совет районында 27 - се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбен, Киров районында Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһын асыуҙа ла ҡатнашты. Дөйөм алғанда, республикабыҙҙың баш ҡалаһы 1 сентябргә "бишлек" әҙерләнгән,
       тип әйтергә кәрәк. Уҡыусыларға иһә уҡырға, уҡырға һәм уҡырғ а ҡала.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал