6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Хаҡтар

Яңы йыл салаты күпмегә төштө
12.01.04


       Әле генә Яңы йылды ҡаршы алырға әҙерләнә инек, бына инде байрам үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Яңы йыл тостары, ш артлатҡыстар, оливье салаты һәм башҡалар барыһы ла артта ҡал ды. Әйткәндәй, Яңы йыл иң ҡыйбатҡа төшөүсе байрамдарҙан иҫәп ләнә. Туйҙан һуң, әлбиттә...
       Бының менән килешмәү мөмкин түгел, байрам алдынан бушап ҡ алған магазин кәштәләренә һәр беребеҙ шаһит. Был байрамдың ғ аилә бюджетына ниндәй тәьҫир яһауы барыһына ла ҡыҙыҡтыр, моғ айын. Алда тағы килеп Раштыуа, Иҫке Яңы йыл тора. Башҡортост ан Республикаһы Дәүләт статистикаһы комитеты мәғлүмәттәре бу йынса үткән йылдың 29 декабренә Өфөлә 25 төр аҙыҡ - түлектә н торған ҡулланыусылар кәрзине 825 ярым һум тәшкил иткән. Не фтекамала был һан - 824,30, Сибайҙа - 755,81, Стәрлетамаҡта - 783,48 һум.
       Ә хәҙер байрам өҫтәленә киткән аҡсаны иҫәпләп ҡарайыҡ әле . Ит аштарынан башлайыҡ, унһыҙ ниндәй байрам өҫтәле булһын и нде. Башҡалала беренсе категориялы һыйыр ите байрам алдынан 64 һум 87 тин торҙо. Сибай һәм Стәрлетамаҡта саҡ ҡына арзаны раҡ - 61, 62 һәм 60 һум. Нефтекамала иһә итте айырыуса яраты п ашайҙар икән: уның бер килоһы 68 һум тәшкил иткән. Ҡош ит е был ҡалала киреһенсә арзаныраҡ, килоһы - 55,74 һум. Артаба н Сибай ( 57,66) һәм Өфө ( 61,70) килә. Ҡош итенең иң ҡыйбат ы Стәрлетамаҡта - 62 һум 34 тин.
       Яңы йыл өҫтәлен колбасаһыҙ ҙа күҙ алдына килтереүе ау ыр. Был арзандарҙан булмаған подуктҡа хаҡтар төрлөсә. Ярым ҡ аҡланған колбаса Нефтекамала йәшәүселәргә ярайһы уҡ ҡыйбатҡа
       төшкән - 101 һум 8 тин (Сибайҙа - 95,82, Өфөлә - 94,26, Стә рлетамаҡта - 93,32 һум) .
       Колбаса булған ерҙә сыр ҙа бар. Әйткәндәй, ул байрам өҫт әлендә иң ҡыйбатлы продукт булған икән. Килолап алған хәлдә,
       әлбиттә. Нефтекама һәм Стәрлетамаҡта сырҙың килоһын 97,36 һ әм 95,21 һуға алғандар, Өфө менән Сибайҙа унан да күберәк - 104,35 һәм 106,70 һум. Йомортҡа тураһында ла оноторға ярамай , унһыҙ салаттың ни тәме бар Байрам алдынан был продукттың ун данаһы Нефтекамала 23 һум 12 тин, Стәрлетамаҡта - 20,49,
       башҡалала - 21,61, Сибайҙа - 19,87 тин торған.
       Салат тураһында һүҙ башлағас картуф, һуған һәм кишерҙе лә
       күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Өфө һәм Стәрлетамаҡта карту фтың килоһы ете ярым торған. Иң ҡыйбат картуф Нефтекамала - 8,69, иң арзаны - Сибайҙа - 5,49. Кишергә хаҡтар Өфө менән С ибай ҡалаларында бер сама - 10,90 һәм 10,23, Стәрлетамаҡта а рзаныраҡ - 8 һум 95 тин. Нефтекамала ниңәлер был йәшелсә ҡый батыраҡ - килоһы 12 һум. Уның ҡарауы һуңғыһында һуған хаҡы к еҫәгә һуҡмай - 10 һум 94 тин генә тора. Иң ҡыйбаты Өфөлә - 13 һум 96 тин, Сибайҙа - 11,32, Стәрлелә - 12,48.
       Ашығыҙ тәмле булһын!

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал