6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Мәләүез геройы
31.08.06


       Бөйөк Ватан һуғышында Мәләүездән ун бер кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Улар араһында Степан Михайлович Кочетков та бар. Ул осор һәм үҙе тураһында ул журналистика ветераны Иван Чуриковҡа түбәндәгеләрҙе һөйләй:
       "Мин 1923 йылдың 14 авгусында Мәләүез районы Васильевка ауылында тыуғанмын. Милләтем буйынса урыҫ. Мәктәпте тыуған а уылымда тамамланым. Эштең нимә икәнлеген иртә татырға тура к илде. Үҫмер саҡта уҡ баҫыуҙа эшләнем. Тракторсылар курсын тамамлағандан һуң, механизатор булдым. Ҡыҙыл Армияға 1942 йылда саҡырҙылар. Бөйөк Ватан һуғышын фронтта фашист илбаҫарҙарына ҡаршы ҡаты һуғыштарҙа үткәрҙем. Ҡулда ҡорал -
       станоклы пулемет. Курск дуғаһындағы ут аша үттем, Днепр өсө н һуғыштым, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаштым. Ике тапҡыр йәрәхәтләндем, контузия алдым.
       ... Курск һуғышы башланғанға тиклем минең расчет Ольховка ауылы эргәһендә позиция биләне.
       Билдәле алыш. Шул көндәрҙә үк был һуғыш бөтә донъяға яңғыраны. Унда "тигрҙар" ҙа, "фердинандтар" ҙа булды. Артиллерия утынан һаңғырау ҡалыуың мөмкин, тере ҡалыу тураһында хыялланырға ғына тура килә. Ә бына беҙ тере ҡалдыҡ , барлыҡ һөжүмдәрҙе лә кире ҡаҡтыҡ, гитлеровсыларға бер нимә лә ярҙам итә алманы.
       Курск алышынан һуң немецтар Днепрға тәгәрәне. Сигенеүсе дошманды эҙәрлекләү - ҡыҙыу хәрәкәт, ҡаты алыштарҙы аңлата. Һуңғыларының һаны юҡ, минең пулеметым һыуынып өлгөрмәй, яңы алышҡа инәбеҙ. Был көндән көн дауам итә.
       Парищево ауылы эргәһендә немецтар контрһөжүмгә күсте. Алда һигеҙ танк, улар артынан "фердинандтар" һәм пехота килә . Гитлеровсыларҙың сылбырында 200 - ләп кеше, беҙҙең геройҙ ар - бәләкәй бер төркөм. Беҙҙең расчет алға сыҡты. Позиция -
       бына тигән: барыһы ла ус төбөндәге кеүек күренә, тоҫҡап аты рға бер нимә лә ҡамасауламай, маневр өсөн позиция етерлек.
       Дошмандың танкылары менән артиллеристар алышты - был уларҙың эше. Беҙгә иһә пехота ҡалды. Пулемет 120 - ләп кешен е ҡырып һалды, һөжүмде тонсоҡторҙоҡ.
       Һуңынан немецтар минең расчетты юҡ итеп, танкылар артынан
       эйәреп үтергә ни тиклем генә тырышып ҡарамаһын, ҡулдарынан
       килмәне. Артиллеристар танкыларҙы юҡҡа сығарҙы, беҙ - пехотаны. Хатта ҡаты йәрәхәт тә һуғыш яланын ташлап китергә мәжбүр итә алманы. Пулеметымдың уты дошмандың һөжүмен тулыһынса кире ҡаҡҡанға тиклем туҡтаманы.
       Припять йылғаһындағы алышта беҙҙең расчет тағы ла 70 гитлеровсыны дөмөктөрҙө. Өс ут нөктәһен юҡ иттек. Оҫта атыу бында ла хәл иткес роль уйнаны. Расчеттың уты дошманды йылғаның уң яҡ ярына ҡыуҙы, был полкка дошмандың ҙур
       көстәренең контрһөжүмен кире ҡағырға мөмкинселек бирҙе.
       Немец - фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 октябрҙәге указы менән миңә
       Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. 1944 йылдың мартында В КП (б) ағзаһы итеп ҡабул ителдем.
       1946 йылда Могилев пехота училищеһын кесе лейтенант дәрәжәһендә тамамланым. Взвод командиры булдым.
       Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең Еңеү менән тамамланғандан һуң
       тыуған ауылыма әйләнеп ҡайттым һәм оҙаҡ йылдар буйына "Прибельский" колхозында эшләнем".
       ... 1947 йылдың апреленән алып лейтенант Степан Михайлови ч Кочетков запасҡа сыға. Механизатор, колхоз рәйесе була.
       Йәштәр, армияға саҡырылыусылар менән йыш осрашып тора, һуғыш хаҡында һөйләй. Бындай көндәрҙә ул Алтын Йондоҙ, Ленин, 1 - се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар тағылған костюмын кейә. Бөгөнгө "Тарихтан бер көн" геройы 1984 йылдың 31 авгусында вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал