6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Наркополиция тестар менән ҡораллана
31.08.06


       Көн һайын иртән эшкә мин Өфө маршруткаларының һуңғы туҡталыштарының береһенән юлға сығам. "Газелька" ишеге эргәһендә теҙелгән пассажирҙар сыҙам ғына водителде көтә.
       Һуңғыһы иһә был ваҡытта диспетчер бүлмәһендә юлға сығырға рөхсәт биреүҙәрен көтә: уның ҡан баҫымын үлсәйҙәр, хәл - торошон, эсеү - эсмәүен тикшерәләр... Барыһы ла һәйбәт икән, путевка тотторалар, юҡ - тимәк бар, дауалан.
       Был эштең ни өсөн кәрәклеген аңлатып тороу кәрәкмәйҙер, моғайын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аңы томаланған водителдәр беҙҙә һ ирәк осрамай. Һуңғы йылдарҙа руль артына эскән килеш ултырыусыларға наркомандар ҙа өҫтәлде: ошо йылда ғына, мәҫәлән, наркотик ҡабул иткән водителде рейстан алыуҙарына бәйле ике осраҡты хәтергә төшөрә алам. Шулай, Өфөлә маршрутка водителе светофорҙың йәшел уты яныуын көткән арала руль артында йоҡлап киткән. Быны күргән пассажирҙарҙың
       береһе наркоконтролгә шылтыратҡан: һөҙөмтәлә шоферҙың "кәйефле" булыуы асыҡланған. Октябрьский ҡалаһында маршрут а втобусына идара итеүсе водитель - наркоман оло ҡатынды бәрҙерә, һөҙөмтәлә һуңғыһы һәләк була.
       Быйылдан башлап, Өфө властарының ҡарарына ярашлы, йәмәғәт транспорты водителдәре даими рәүештә наркотикка бойондороҡлолоҡҡа тест үтергә тейеш. Һәм бындай тикшереүҙәр баш ҡалала ғына үтмәй һәм автотранспорт педприятиелары хеҙмәткәрҙәренә генә ҡағылмай. Башҡортостан Хөкүмәте комиссияһының "Хәүефле производство һәм халыҡтың
       йәшәйешен тәьмин итеүгә бәйле педприятие хеҙмәткәрҙәренең н аркотик һәм психотроп матдәләр ҡулланыу факттарын асыҡлау өсөн медицина тикшереүе үткәреү тураһында" ҡарарын тормошҡа ашырыу маҡсатында, РФ Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең БР идаралығы "Хәүефһеҙлек" оператив - профилактика операцияһы үткәрә. Һәм
       был бер тапҡыр үткәрелә торған акция түгел, тикшереүҙәр
       даими буласаҡ.
       Наркоконтролдең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, наркомандар экспресс - тестар ярҙамында асыҡлана: бер нисә
       минут һәм тест был кешенең алама ғәҙәте булыу - булмауын асыҡ әйтеп бирә.
       "Хәүефһеҙлек" операцияһы тәүге һөҙөмтәләрен бирҙе лә инде . Мәҫәлән, Октябрьский наркополицейскийҙары наркологтар менән бергә йөҙҙән ашыу автотранспорт водителдәрен тикшергән һәм улар араһында алты наркотик ҡулланыусыны
       асыҡлаған. Бәләбәйҙә дүрт сәнәғәт етештереү объекттары хеҙмәткәрҙәре фашланған. Был предприятие етәкселәренә наркотик матдәләр ҡулланған өсөн хеҙмәткәрҙәрен административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында белдереү хаты ебәрелгән.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал