6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Сухов йәшел сәй эсә һәм интернетҡа битараф
30.08.06


       Рәсәйҙең халыҡ артисы Анатолий Кузнецов Владимир Мотылдең "Сүлдең аҡ ҡояшы" фильмындағы геройы Федор Сухов хаҡында бик
       теләмәй генә һөйләй. Әллә баҫалҡылығы арҡаһында, әллә
       ҡыҙылармеец тураһындағы һорауҙар йөҙәтеп бөткән, белмәҫһең.
       "Родина" кинотеатрында Өфө тамашасыһы менән ижади осрашыу алдынан да алып барыусы уны Сухов тип таныштырҙы.
       - Был фамилия ялҡытты инде! Минең үҙ фамилиям юҡмы әллә Һәр ерҙә лә мин - Сухов! - ти Анатолий Борисович. - Йәштәргә
       иһә бөтөнләй аптырайым. Бер тапҡыр кинотеатрға китеп барһам , йәштәр араһынан берәү: "Мин беләм! Ул сүлдең аҡ ҡояшы!" - тип ҡысҡыра.
       Артистың ризаһыҙлығын аңларға мөмкин. Ижади карьераһында
       ул ҡыҙылармеецтан Суховтан тыш та йөҙҙән артыҡ бына тигән ролдәр башҡарған. Уның ҡатнашлығында төшөрөлгән айырыуса билдәле фильмдар араһынан "Дуҫым минең, Колька", "Эҫе ҡар", "Айырым иғтибар зонаһы", "Азатлыҡ", "Төрөк гамбитын" әйтергә
       мөмкин. Тик шулай ҙа "Сүлдең аҡ ҡояшы" халыҡ хәтерендә мәңг е һаҡлана, шуға күрә тамашасыларҙың һорауҙары ла күпселек осраҡта ошо фильмға бәйләп бирелде. Был картина өсөн ныҡ ҡына көрәшергә лә тура килгән икән.
       - Уның ҡарауы, тәмле киске аштан һуң, фильм нисектер Леон ид Ильич Брежневтың күҙенә салына, шунан һуң ғына фильмды күрһәтеүгә рөхсәт бирелә. Киноны ҡарағандан һуң, ул
       кинематография министрына шылтыратып: "Яҡшы картиналар
       эшләйһең!" - тип маҡтай. Ошонан һуң фильм ил буйынса күрһәтелә һәм 130 илгә һатыла.
       Өфөлөләрҙе уның 12 ҡатыны менән мөнәсәбәте, "Сүлдең аҡ
       ҡояшы" фильмын төшөргәндән һуң, Сәйет һәм Абдулла ролен башҡарыусылар менән аралашыуы ҡыҙыҡһындырҙы. Беренсе һорауҙы артист шунда уҡ кире ҡаҡты:
       - Һуң улар минең ҡатындарым түгел бит, Абдулланыҡы. Минек е берәү генә. Уның менән 51 йыл бергә йәшәйбеҙ.
       Сәйет менән Абдуллаға, йәғни, Рәсәйҙең халыҡ артисы Спарт ак Мишулин һәм Кахи Кабзадзеға килгәндә, Анатолий Борисович улар менән башҡаса уйнарға тура килмәүен билдәләне. Әммә аралашыу һәм дуҫлыҡ дауам итте, ти ул.
       - Спартак мәрхүм булды инде... Ә бына Кахи күптән түгел Американан шылтыратты, унда уның улы йәшәй.
       Анатолий Борисович һорауҙарға яуаплауҙан тыш, үҙе лә, Йондоҙло ҡаласыҡтағы осрашыуҙы хәтерләп, һорауҙар бирҙе. Уға , шулай уҡ фильмдың сценарисы Валентин Ежовҡа космонавт Георгий Береговой викторина ойоштора.
       - Һеҙ үҙегеҙҙең картинағыҙҙы хәтерләйһегеҙме
       - Хәтерләмәй ни!
       - Башта, Сухов, ҡатындарығыҙҙың исемдәрен әйтеп сығығыҙ.
       - Гөлчатай, Ләйлә, Зөһрә, Зөлфиә... Онотҡанмын. Әйтәм бит  ­  ҡатындар минеке түгел, Абдулланыҡы.
       "Сухов күпме тора" - тигән һорауҙы Анатолий Кузнецов беҙ ҙең тамашасыларға ла бирҙе. Улары иһә оҙаҡ көттөрмәне: бер в звод! - тип яуапланы.
       - Ну, һеҙ мине шатландырҙығыҙ, - тине актер. - Абдулла тураһында һүҙ барғанда, командир миңә табан эйелә лә былай т и: "Сухов, ярҙам ит. Һинең менән беҙ уны шунда уҡ дөмөктөрәсәкбеҙ. Һин үҙең бер взвод, хатта бер ротаға торош итәһең..." Әйткәндәй, тамашасылар менән сираттағы осрашыу ваҡытында мин ошо тарихты һөйләгәс, бер малай бөтә залға "Бер һум!" тип ҡысҡырып ебәрҙе. Икенсеһе: "Бер ярты!" ти. Бе р ҙә алдамайым! Ә бына ҡатын - ҡыҙҙар: "Баһалап бөтөргөһөҙ!"
       ти. Баһалап бөтөргөһөҙ, өҫтәүенә 75 йәшендә лә бик йәш кү ренә! Бының серен асыуын үтенеүҙәренә актер былай тип яуапл аны:
       - Аҙыраҡ ашарға кәрәк, бына уның сере. Дөрөҫ, мин тағы ла йәшел сәй эсәм. Йышыраҡ саф һауала булыу мотлаҡ: мин ун биш йыл инде ҡаланан ситтә йәшәйем. Һәм хәрәкәт итергә. Минең диванда ятырға ваҡытым юҡ. Эше табылып тора.
       Бөгөн дә Анатолий Кузнецов ҡул ҡаушырып ултырмай.
       - Эш етерлек. Һәм мин геройҙың ыңғаймы, киреме булыуына ҡарап тормайым. Саҡырыуҙарын ҡабул итәм икән, эшләй ҙә башлайым. Уйнарға бурыслымын, тимәк уйнайым, режиссерға шарттар ҡуймайым.
       Анатолий Борисов ҡатнашлығында төшөрөлгән ""Генерал приказы", "Ҡауырһын һәм шпага аҫтында", "Евлампия Романова -
       3" картиналары әлеге ваҡытта монтажлана. Тиҙҙән ул "Асыу кө нө" фильмында эшләй башлаясаҡ.
       Сериалдарға килгәндә, актер уларҙы бик үк хупламай.
       - Сериалдарҙың да төрлөһө була. Әммә, нигеҙҙә, улар темат ика буйынса оҡшаш: милиция, енәйәтселәр... Күптән түгел тағы
       ла ошо жанрҙа төшөрөлгән "Резидент яҙмышы" һәм "Томан эсендә ат ыу" фильмдарын күрһәттеләр. Әммә улар бөгөнгө менән
       сағыштырғанда дөрөҫөрәк һәм еренә еткереп эшләнгән.
       Осрашыу аҙағында Анатолий Кузнецов ҡатнашлығында төшөрөлгән "Бер кем дә секс тураһында белмәй" фильмы Анатолий Кузнецовтың заман менән бергә атлауын дәлилләне. Хәйер, "БАШвестЪ" гәзитенең актер интернет менән
       файҙаланамы, тигән һорауына Кузнецов:
       - Мин интернетҡа битараф, - тип яуап бирҙе.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал