6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Уҡытыусыға - гөлләмә, ата - әсәгә - "мунса"
30.08.06


       Һәм тағы ла беренсе сентябрь яҡынлаша. Мин һәр саҡ быйыл беренсе тапҡыр парта артына ултырыусылар менән бер тиң тулҡынланыу кисерәм. Ғаиләһендә улы, ҡыҙы, ҡустыһы йәки һеңлеһе булғандар мине аңлайҙыр: мәктәпкә әҙерлек - ғаилә менән башҡарыла торған эш. Бында хатта оләсәй ҙә кәңәше менән ярҙамға килә: "Бәлки былтырғы костюмы быйылға ла ярап торор"
       Уҡыу йылына байрамға барғандай кейенергә кәрәклеген белһә , ул бындай кәңәш бирмәҫ ине, моғайын. Өҫтәүенә йыл буйына көн дә кейелгән костюм яҡшы һаҡланған хәлдә лә баланы ялҡыта . Йәй буйы балаларҙың үҫеүен дә оноторға ярамай.
       Әгәр ҙә инде бала сығарылыш синыфына бара икән, бында инде үткән йылғы сепрәктәр менән генә ҡотолоп булмауы көн кеүек асыҡ. Быйыл 11 - се синыфҡа барыусы ҡустыма ҡарап, был
       хәҡиҡәткә тағы бер тапҡыр шаһит булдым.
       Башта "Башҡортостан" Сауҙа үҙәгенә инеп сыҡтыҡ. Бындағы халыҡ! Ата - әсәләр саранча кеүек йүгергеләп, балаларына яра ған кейем эҙләй. Метр 180 буйлы уҡыусылар өсөн бер нимә лә табып булмай, башлыса алғанда, барыһы ла башланғыс һәм урта синыф уҡыусылары өсөн иҫәп тотоп тегелгән. Ҡыҙҙар өсөн күлдәктәр һәм малайҙар өсөн костюмдарға килгәндә, ассортимент артыҡ бай булмаһа ла, бар. Малайҙар өсөн костюм 650 - 900 һум, уға күлдәк - 100 - 200 һум, галстук (күбәләк)
       - 30 һум һәм юғарыраҡ тора. Иң ябай мәктәп формаһын 725 һумға
       алырға мөмкин. Уға өҫтәп аҡ алъяпҡыс - 470 һум. Ҡыҙҙар өсөн туфлиҙар 225 - 700 һум, малайҙар өсөн - 900 һум һәм юғарыраҡ .
       Башҡа магазиндарҙа ла хаҡтар артыҡ айырылмай. Әммә ата - әсәләрҙе был түгел, икенсе сәбәп борсоуға һала.
       Рәсимә Зәки ҡыҙы, өсөнсө синыф уҡыусыһының әсәһе:
       - Минең Родионым өсөнсө синыфҡа бара, уға костюм эҙләйбеҙ . "Колхоз баҙарында" булдыҡ - юҡ, бында ла тапманыҡ. Беҙҙең фабрикала миниатюр малайҙарға ғына тегәләр, тигән тойғо ҡала , ә минең Родяма заказ бирергә тура килер, моғайын.
       Әлфиә, беренсе синыфҡа барыусы Мораттың әсәһе:
       - Бөгөн был беҙҙең өсөнсө магазин. "Мөғжизәләр илендә", "Балалар донъяһында" булдыҡ. Бында ла һайланырлыҡ түгел. Аяҡ
       кейемдәре ниндәйҙер "ортопедик" тип әйтәйемме... Костюм табырға була, әммә һәр фабриканың үҙ размеры. Айырыуса һатыусылар ғәжәпләндерә. Шундай яуаплы мәл: беренсе тапҡыр м әктәпкә барабыҙ, эргәлә кәңәш бирерлек бер һатыусы юҡ. Кейем кейеп ҡарау урындары ла етерлек түгел. Мәктәп баҙары
       ваҡытында был турала уйларға мөмкиндер бит!
       Елена, дүртенсе синыфҡа барыусы Настяның әсәһе:
       - Быйыл мәктәп формаһы алмаҫҡа булдым, сөнки сифатлыһын табыуы еңел түгел. Хаҡтары ла саманан ашыу. Ҡыҙыма блузка, кофта, туфли, салбар, заколкалар алдым. Быларҙың барыһына дүрт мең һум тирәһе китте.
       Башҡортостанға ҡунаҡҡа килеүселәр магазингдарҙағы тауарҙа р ассортиментынан ҡәнәғәт.
       Рәйсә, Дима (өсөнсө синыф) һәм Аленаның (бишенсе синыф)
       әсәһе:
       - Беҙ балалар менән Өфөгә Тольяттинан ҡунаҡҡа килдек. Әле
       минең ялым, шуға күрә бер юлы балаларҙы мәктәпкә кейендереп
       тә алырға булдым. Сауҙа үҙәгендә тауар етерлек, хаҡтары ла ярайһы, беҙҙәгенән арзаныраҡ. Әлегә береһенә өс меңлек әйбер
       алдыҡ. Канцтауарҙарҙы өйҙә алырбыҙ, тип уйлайым.
       Беҙгә килгәндә инде, яраған әйбер таба алмағас, баҙарҙар буйлап киттек. "Октябрьский" баҙары лабиринтында аҙашып бөттөк, әммә салбарға тап килгән пинжәк осраманы. Аптырағас,
       "Үҙәк баҙарға" юл тоттоҡ. Ҡалған әйберҙәрҙе ошонан алдыҡ.
       Әммә байтаҡ ҡына нервыларҙы ҡаҡшатырға тура килде. Әлеге лә
       баяғы пинжәк арҡаһында. Һатыусылар алдан һөйләшеп ҡуйған кеүек: "Беҙ бары тик костюм ғына һатабыҙ!" - тип ҡабатлай. Хаҡтары 3500 һумдан да кәм түгел. "Костюмдар" вывескаһы эленгән урында "могикандарҙың һуңғыһы" ғына ҡалған. Ниһәйәт,
       бер һатыусы пинжәкте салбарынан айырым һатырға ризалашты. Буйлы матур пинжәк беҙгә 2400 һумға төштө. Туфлиҙарҙы 1300, күлдәкте - 300, ҡайышты - 400 һумға алдыҡ. Һөҙөмтәлә 4400 һумлыҡ әйбер һатып алдыҡ. Быға кроосовки, спорт формаһы, футболкалар, башҡа кейем - һалым һәм канцтауарҙар инмәй.
       Әйткәндәй, мәктәп кәрәк - ярағы һатып алыу ҙа ата - әсәлә ргә ярайһы уҡ ҡыйбат хаҡҡа төшә. Рюкзак йәки ранец 165 - 1030 һу м тора. Беренсе синыф уҡыусыһы өсөн канцтауарҙар комплекты (пенал, ручка, ябай грифель ҡәләмдәр, гуаш һәм акварель буяуҙар, пластилин, көндәлек, һүрәт төшөрөү өсөн альбом, төҫ лө ҡағыҙ, фломастер, ябай дәфтәрҙәр) мең һум тирәһе тора.
       Өҫтә һанап үтелгәндәргә ата - әсәләр тағы ла балаһын "дистанцион контролдә" тотоу өсөн кеҫә телефонын өҫтәй. Әйткәндәй, иң арзан телефон бөгөн 1500 һум тирәһе тора. Бәләкәйҙәр өсөн ҡыйбатлы телефон алыуҙың кәрәге лә юҡ.
       Сәскәләр тураһында онота яҙғанбыҙ! Баҡсаһында сәскә үҫтереүселәр мәктәп бюджетынан был графаны һыҙып ташлай ала. Бөгөн урамда һатылыусы гладиолустар гөлләмәһе 100 һум тирәһе, георгиндар - 30 - 60 һум, астра - 30, флокстар - 80 һум тора. Байрам алдынан хаҡтар, билдәле, артасаҡ.
       Быйыл ҡыҙы Ярославаны һигеҙенсе, улы Арыҫланды - беренсе синыфҡа оҙатыусы коллегам Ольга уҡытыусылар өсөн ҡиммәтерәк гөлләмә алырға тырышыуын белдерә. Бының өсөн ул 5 00 - 600 һумын әҙерләп ҡуйған да инде.
       - Балаларға сығымды йәлләмәҫкә тырышам. Беренсе сентябрь - үтә лә күңелле байрам бит! Ә инде линейкала балаларыңдың матур һәм ҡәнәғәт булыуын күреү - ата - әсә өсөн шунан да ҙу р шатлыҡ юҡтыр ул!

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал