6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Аксаков исемендәге премияға - 10 йыл
30.08.06


       Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың С ергей Тимофеевич Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәбиәт премияһы булдырылыуы тураһында Указына ҡул ҡуйылыуына бөгөн 10 йыл тула. Өс йылға бер тапҡыр Аксаков премияһы Рәсә й яҙыусылары, публицистары һәм әҙәби тәнҡитселәренә бирелә.
       Был ваҡыт эсендә уның лауреаттары исеменә яҙыусылар Василий
       Белов, Валерий Ганичев, Михаил Чванов һәм Валентин Распутин
       лайыҡ булды.
       Бөтә Рәсәй әҙәбиәт премияһының Мәскәүҙә түгел, йола буйынса, яҙыусының тыуған төйәге Өфөлә тапшырылыуы иғтибарға лайыҡ.
       Өфөгә килгәндә, Василий Белов, Валерий Ганичев һәм Валенти н Распутин башҡорт алсаҡлығын һәм ҡунаҡсыллығын, республикала изге мөхит хөкөм һөрөүен билдәләне.
       "Мин тулҡынланам, сөнки рухы, тапшырылыу урыны һәм ваҡыты буйынса был - бөйөк премия. Ул Мәскәүҙә түгел, бында,
       Өфөлә тапшырылыуы менән дә миңә ҡәҙерле. Сөнки халыҡ рухы н әҡ ошонда барлыҡҡа килә, бында барыһы ла таҙараҡ, асығыраҡ к үренә", - тине 2000 йылда бөтә Рәсәй Аксаков исемендәге
       премия лауреаты Валерий Ганичев пермияны тапшырыу тантанаһында.
       2005 йылда Аксаков исемендәге Бөт Рәсәй әҙәбиәт премияһы
       лауреаты исеменә лайыҡ булған Валентин Распутин Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡулынан премияны алған ваҡытта былай тине:
       "Тағы ла һеҙҙең яҡтарҙа булыуым менән шатмын, сөнки
       Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә айырыуса ҙур иғтибар һәм ихтирам менән файҙалана. Был телевидение эшмәкәрлеге арҡаһында ғына түгел - донъяла хәбәр йөрөп тора. Рәсәйҙең сәйәси элитаһы бөгөн Рәсәйҙе тарҡатыуға тотондо, үҙәктәге ки ң мәғлүмәт сараларында был йәһәттән әүҙем пропаганда бара. Һ еҙ, Аллаға шөкөр, ныҡ тораһығыҙ. Һеҙҙең республикала яҡшы милләт - ара мөхит һәм ныҡлы тәртип күренә".
       Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәбиәт премияһы яҙыусыларҙы,
       публицистарҙы һәм әҙәби тәнҡитселәрҙе бөйөк Аксаковтың әхлаҡи гуманлыҡ идеялары - уртаҡ йортобоҙҙо һәм еребеҙҙе
       һаҡлау - менән яңы әҫәрҙәр ижад итеүгә илһамландыра.
       Славян яҙма әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең Халыҡ - ара фонды, Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы премияны булдырыу буйынса инициатор ролен үтәне. Һәм был ваҡиға, һис шикһеҙ, урыҫ әҙәбиәтен яҡлауға йүнәлтелгән әһәмиәтле сәйәси һәм мәҙәни акт, республиканың Рәсәй халыҡтарының күп милләтле берлеген нығытыуға индергән ҙур өлөшө булып тора.

Екатерина Спиридонова, Надежда Фартыгина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал