6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ҡаланы күмәк көс менән төҙөкләндереү хаҡында
29.08.06


       Ҡала властарының республикабыҙҙың баш ҡалаһын матурыраҡ һ әм күркәмерәк итергә тырышыуында шикләнергә тура килмәй. Мор таза Рәхимовтың Мөрәжәғәтнамәлә әйтелгән һүҙҙәре уларҙа айыр ыуса ҙур тәьҫорат ҡалдырҙы: "Йәшәйеште яҡшыртыу хужалыҡҡа ғына түгел, әхлаҡҡа ла ҡағылырға тейеш". Күңелде "төҙөкләндереү", граждандарҙа хужа булыу тойғоһон уятыу, үҙ ихатаңа, йортоңа, тирә - яҡ мөхиткә хәстәрлекле мөнәсәбәтте тергеҙеү - бөгөн муниципаль идаралыҡтың мотлаҡ атрибуты.
       - Һәр бер эштә төҙөкләндереү элементы бар! - осрашыу форматы рөхсәт итһә, Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владимир Федоров ҡулдарын йәйеп бейергә төшөп кит ер ине. "Өфөлә Төҙөкләндереү йылына арналған саралар" тип ат алған матбуғат конференцияһына ул баш ҡала хеҙмәттәренең күп селегенең етәкселәрен алып килде. Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү, транспорт һәм элемтә, тирә - яҡ мөхитте һаҡлау, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр
       - Владимир Федоровтың ҡул аҫтындағы даирәләр Өфөлә "уңайлы йәшәйеш мөхитен" формалаштырыу буйынса эш алып бара. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеүгә әҙерлек тә төҙөкләндереүҙә ҡатнашыусыларҙы ыңғай үҙгәрештәргә илһамландыра.
       Әле йыл башында уҡ Өфө хакимиәте "Төҙөкләндереү йылы
       үткәреү тураһында" ҡарар ҡабул итте, уға ярашлы саралар планы барлыҡҡа килде. Август аҙағына ниндәй эштәр
       башҡарылған Бына, мәҫәлән, ҡала урамдары һәм тротуарҙарының 275 мең "квадратына" капиталь ремонт үткәрелгән. Яңы асфальт түшәлгән 98 ихатаны "отошлолар" исемлегенә индерергә була, планда тағы 44 ихата ҡала, матбуғ ат конференцияһы үткән ваҡытта уларҙың 29 - ында СТС "Автодо р" асыҡ акционерҙар йәмғиәте ремонт эштәре менән мәшғүл ине. Яңылыҡтар ҙа бар! Урамдарҙа "Сларри - Сил" технологияһы ҡулланыла башланы ( асфальт - бетон юлдарҙың файҙаланыу ваҡытын арттырыу өсөн улар битум - эмульсия ҡатышмаһы менәнҡ аплана) - был эш 170 мең квадрат метрҙа башҡарылған.
       Фасадтарҙы реконструкциялау буйынса эш дауам итә. Мэрияла
       әйтеүҙәренсә, Фрунзе һәм Ғафури урамдарындағы йорттарҙың лоджияларына быяла ҡуйыла башлаған, шулай уҡ "ҡыҙыл линия" б уйынса урынлашҡан фасадтарҙағы балкон экрандарын
       алмаштырыу ниәтләнә, әммә яҡын - тирәлә йәшәүселәр әлегә ҡала чиновниктарының оптимизмын уртаҡлашмай.
       Бынан тыш ҡалала йыл башынан балаларҙың уйын һәм спорт майҙансыҡтарын ремонтлау буйынса эш әүҙем бара - 931 комплексҡа өс миллион һумдан ашыу тотонолған да инде. Өҫтәмә
       65 парковка барлыҡҡа килде, әммә ҡала өсөн бының аҙ булыуы аңлашыла.
       "Финанслауҙың раҫланған планына ярашлы" тигән тылсымлы фразанан сығып, Өфөлә газондар, сәскә түтәлдәре эшләнә, түбәнге сортлы һәм серек ағастар ҡырҡыла, ҡыуаҡтар тигеҙләнә . Һәм әлегә Өфө - йәшел, саф һәм үтә күренмәле ҡала тигән то йғо һаҡланғанда, финанслау етерлек булыуы аңлашыла. Һәм киреһенсә. Өфөнөң административ сиктәрендәге урмандарҙың ҡалаға тапшырыуы яҡшы. Хәҙер улар таҙараҡ булыр тип ышанырға мөмкин.
       Күптән инде Өфөлә был тиклем күләмдә һәйкәлдәр асылғаны юҡ ине. Рәсәй һәм Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең иҫтәлеге мотлаҡ мәңгеләштереләсәк. Быйыл Федор Шаляпинға, композитор Заһир Исмәғилевҡа, шағир - гуманист һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға һәйкәл асып
       өлгөрҙөк. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйыу тураһында тәҡдимдәр әҙер, тип белдерҙе
       Владимир Федоров.
       Бер йылдан Өфө танырлыҡ та булмаясаҡ - баш ҡалабыҙ территорияларын архитектура биҙәү буйынса яңы концепцияға
       ярашлы, Октябрь проспекты, Ленин, Революция, Октябрҙең 50 йыллығы, Беренсе май урамдарын төҙөкләндереү проекты әҙерләнде. "Ҡыҙыл линияла" урынлашҡан йорттар үҙгәреш кисерәсәк - уларҙың фасады берҙәм стилгә килтереләсәк. Ҡаланың төп урамдарында урынлашҡан офис биналары, шулай уҡ м агазин һәм сауҙа павильондары эргәһендәге территорияларҙа ав томобиль ҡуйыу урындары эшләнәсәк. Тротуарҙар торшер тибындағы махсус урам фонарҙары менән яҡтыртыласаҡ.
       Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙе аҫтан яҡтыртыу буйынс а проект һәм смета әҙерләнә.
       Хәҙер эш, асыҡланыуынса, ҡала халҡының үҙенән тора. Ҡала чиновниктары уларға аптыраулы ҡарашта булыуын таный.
       Мәҫәлән, Владимир Федоров билдәләүенсә, яңы торлаҡ ҡануниәте ҡала халҡына торлаҡ хужалары ширҡәтенә берләшергә һәм, мәҫәлән, сервис ойошмалары сифатында коммерция компанияларын һайлау мөмкинселеге бирә. Әммә өфөлөләрҙең күпселеге "УЖХ" муниципаль унитар предприятиеһының идара итеүсе компанияларына ышаныс белдерә. - Халыҡтың шәхси эшҡыуарҙарға ышанырға әҙер булмауы асыҡланды. Шулай итеп иллеләп идара итеүсе компания муниципалитет гарантияһы менән меңәрләгән йорттарҙа йәшәүселәр алдында яуаплылыҡ тота, һуңыраҡ координация һәм контролдең берҙәм органы булараҡ, был компанияларҙың ассоциацияһын төҙөләсәк, - тине Владимир Валентинович. - Торлаҡты капиталь ремонтлау өсөн
       йыйылған средство тураһында ла шуны әйтә алам - халыҡтың күпселеге уны юҡ - барға тотонмау, ә туплау яҡлы.
       Баш ҡалала йәшәүселәрҙең льгота менән файҙаланмағандары б өгөн 100 процент коммуналь түләү индереүе хаҡында барыһына л а мәғлүм түгелдер. Был аҡса торлаҡ - коммуналь хужалыҡҡа тулыһынса етә - быны бөгөн Владимир Федоров та раҫланы, бюджеттан бер ниндәй ҙә дотация талап ителмәй.
       - Мин шәхсән үҙем "ҡыҙыу пейджерға" килгән хәбәрҙәрҙе, телерадиотапшырыуҙарҙы, гәзиттә сыҡҡан мәҡәләләрҙе билдәләп барам, һәм асыҡланған етешһеҙлектәрҙең төҙәтелеүен дә контролдә тотабыҙ, - ти Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары һәм "УЖХ" муниципаль унитар предприятиеһының генераль директоры Борис Герасимов. Улар үҙҙәренең ризаһыҙлығы менән дә уртаҡлашты. - Ҡалала йәшәүселәрҙең ҡала властарына иҫәп тотоп, махсус рәүештә муниципаль мөлкәтте емереү һәм боҙоу миҫалдары бар. Халыҡ ҡала
       хужалығына битараф мөнәсәбәттә булырға тейеш түгел.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал