6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Туғанлыҡ" ҡул ҡаушырып ултырырға бирмәй
29.08.06


       Бөгөн Республика йортонда төрки телле театрҙарҙың алтынсы "Туғанлыҡ" Халыҡ - ара фестивален үткәреүгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте. Сараны БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов асты. Ул фестивалде "Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 й ыл тулыуын билдәләүгә бәйле иң ҙур проекттарҙың береһе" тип атаны.
       - "Туғанлыҡ" 15 йыл элек барлыҡҡа килде һәм сәхнә сәнғәте нең гүзәл байрамына әйләнде. Фестиваль үткәрелгән йылдар эсе ндә унда Башҡортостан, Алтай, Ҡабарҙы - Балҡар, Татарстан, Ҡарасәй - Черкесия, Тыва, Әзербайжан, Хакасия, Сыуашстан, Ҡырым Автономиялы Республикаһы, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тө ркиәнән килгән театр коллективтары сығыш яһаны, - тип билдәләне Рафаэль Байдәүләтов. - Быйыл Рәсәй Федерацияһы һәм сит илдәрҙән килгән 13 театр коллективының ҡатнашыуы
       көтөлә.
       Рафаэль Ибраһим улы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең " Төрки телле театрҙарҙың алтынсы "Туғанлыҡ" Халыҡ - ара фестивален үткәреү тураһында" ҡарар ҡабул итеүен хәтергә төшөрөп үтте, шулай уҡ ойоштороу комитетының раҫланған составы менән таныштырҙы. Уның һүҙҙәре буйынса, фестивалгә к илеүсе ижади коллективтарҙы Өфө предприятиеларының шефлыҡҡа алыуын ойоштороуға, шулай уҡ театрҙар һәм Дуҫлыҡ мо нументы эргәһендәге территорияларҙы төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Баш ҡаланың почетлы ҡунаҡтарын ҡала буйлап оҙатып йөрөү өсөн ЮХХДИ автомашиналары бүлергә һәм медицина хеҙмәтләндереүен тәьмин итергә кәрәк буласаҡ, тине ул.
       - Был сараны үткәреүгә федераль бюджеттан финанслауҙың ҡыҫҡартылыуын иҫәптә тотоп, фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарҙың "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында йәшәүен һәм автотранспорт менән тәьмин ителеш мәсьәләләрен хәл итеү мотлаҡ, - тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер - министр ы. - Башҡа төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән килгән коллективтарҙ ың театр кәрәк - ярағын республикаға индереү һәм сығарыу мәсьәләһен айырым контроль аҫтына алырға кәрәк.
       "Туғанлыҡ" фестивален асыуға һанаулы ғына көндәр ҡала, шу ға күрә "яуаплы ваҡиғаға" әҙерлек эштәре ҡыҙыу бара. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Зинфира Әбделмәнова һөйләүенсә, "Туғанлыҡтың" жюри составы һәм тәнҡитселәр коллегияһы төҙөлгән, фестивалдең планы һәм афишаһы ла әҙер.
       "Туғанлыҡ" фестивалендә төрлө илдәрҙән килгән 13 ижади коллектив, йәғни, 400 - ҙән ашыу артист ҡатнаша. Зинфира Тимерхан ҡыҙы бөтә спектаклдәр ҙә урыҫ теленә тәржемә ителәсәк, тип белдерҙе. Фестивалде асыу 12 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, с араны ябыу - 19 сентябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында планлаштырыла. Был билдәле сәғәттәрҙә Фрунзе һәм Л енин урамдарында ҡала автотранспорты хәрәкәте туҡтатыласаҡ.
       "Туғанлыҡ" фестивале - дөйөм Рәсәй күләмендәге күренеш. Был ваҡиғаға арнап, фестиваль дирекцияһы "Рампа" журналының
       махсус сығарылышын әҙерләй. Беренсе сентябрҙән 20 сентябргә тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһы базаһында фестивалдең штабы эшләйәсәк. Бынан тыш студенттарҙы һәм мәктәп уҡыусыларын спектаклдәргә йәлеп итеү буйынса бөгөн үк
       әүҙем эш алып барыла - улар өсөн 50 һумлыҡ льготалы билетта р һатыла.
       Фестиваль сараларын финанслап еткермәү көтөлмәгән һәм күңелһеҙ мәлдәрҙең береһе булып тора. "Туғанлыҡты" әҙерләү
       һәм үткәреү өсөн көтөлгән 3,5 миллион урынына фестиваль
       дирекцияһы федераль бюджеттан гарантияланған 700 мең һумға ғына дәғүә итә ала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал