6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Китапханасылар Өфөлә йыйылды
29.08.06


       "Нимәнелер яратыр өсөн, уны белергә кәрәк", - ти халыҡ аҡ ылы. Башҡа мәҙәниәт менән танышҡанда, уны хөрмәтләргә һәм баһаларға ла өйрәнәһең. Ошо ҡағиҙәне тотоусылар күберәк булған һайын, был донъяла бер - берең менән татыу тормош кисереүе лә еңелерәк.
       Һәр бер халыҡтың мәҙәни мираҫы йәш быуындарҙа йәшәргә тейеш. Улар был баһалап бөткөһөҙ хазинаны күҙ ҡараһындай һаҡлай һәм үҙ балаларына тапшырып ҡалдыра.
       Тәрән мәғәнәле халыҡ аҡылы китапханалар тарафынан киң пропагандалана. "Китап һаҡсылары" төрлө халыҡтарҙың мәҙәни м ираҫы тарихи иҫтәлек, үҙ - үҙеңде танып белеү тәжрибәһе булыуҙан тыш "рухи үҙгәреүҙең, алға китеш һәм әхлаҡи камиллашыуҙың әүҙем көсө" лә тип һанай. Башҡортостандың үҙ и рке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуына арналған "Халыҡтың этник төркөмдәрен хеҙмәтләндереүсе китапханаларҙың милләт - ара бәйләнешле эш итеүен нығытыу"
       исеме аҫтында үткән төбәк - ара семинар - практикумында ла һүҙ ошо турала барҙы.
       Семинарҙа Өфө, Екатеринбург, Магнитогорск, Ырымбур, Силәбе китапханасылары һәм Башҡортостандың этник төркөмдәрен хеҙмәтләндереүсе база китапханалары
       хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Улар документаль фондты формалаштырыу, республика халыҡтарының тарихи - мәҙәни мираҫын һаҡлау мәсьәләләрен, шулай уҡ халыҡтың этник төркөмдәрен хеҙмәтләндереү мәсьәләләрендә инновацион ҡараштарға, толерантлыҡ һәм китапханаларҙың төбәк - ара бәйләнешенә ҡағылышлы проблемаларҙы тикшерҙе.
       Профессиональ китапханасы ниндәй булырға тейеш Һәр хәлдә
       унда китаптар араһында аҙашҡан китап ҡорто түгел, ә аралашыусан, уҡымышлы, сыҙам һәм хәтере яҡшы булған кеше эшләргә тейештер. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар ҙа ошондай
       һығымтаға килде: толерантлыҡ һәм милләт - ара аралашыу культураһын тәрбиәләү - китапхана хеҙмәтләндереүенең бөгөнгө
       көндә иң кәрәкле компоненттары. "Әҙәбиәт һаҡсыларының" фекеренсә, был принцип "үҙ - үҙеңде тота белеү, башҡа кешене ң фекеренә, башҡа мәҙәниәт факттарына сыҙам һәм ихтирамлы ҡарашта булыу, шулай уҡ ышаныс, ихласлыҡ һәм үҙ - ара
       яуаплылыҡ тойоуҙы" аңлата.
       Семинарҙа билдәләнеүенсә, Башҡортостан Республикаһында ғына татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва, украин, белорус, латыш һәм немец халҡын хеҙмәтләндереүсе туғыҙ база китапханаһы эшләй. Үҙ сиратында, күрше Екатеринбург, Силәбе,
       Ырымбур һәм башҡа өлкәләрҙә башҡорт халҡын хеҙмәтләндереүсе база китапханалары барлыҡҡа килә. Шуның менән китапханалар дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү һәм милләт - ара
       татыулыҡты нығытыуға ҙур өлөш индерә.
       Семинар - практикум сиктәрендә китап күргәҙмәләре эшләне.
       Ҡунаҡтар өсөн Өфө буйлап экскурсия ойошторолдо. Китапхана
       хеҙмәткәрҙәре өсөн осрашыуҙың мөһим этабы тип Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуға әҙерлеккә арналған мастер - класс ойошторолоуын
       әйтергә кәрәк.
       Семинарҙы ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының М әҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, БР Әхмәт - Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал