6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Парламенттың температураһы күтәрелеүе көтөлә
28.08.06


       Бөгөн республика парламенты спикеры Константин Толкачев
       коллегаларына көҙгө сессияның көсөргәнешле буласағы хаҡында
       белдерҙе. БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарына тәүге тапҡыр республика бюджетын формалаштырыуҙың "проектты әҙерләү һәм Хөкүмәттә тикшереү стадияһында уҡ" ҡатнашырға тәҡдим ителде. Бөгөн парламент президиумының киңәйтелгән ултырышында асылда спикер ғына телмәр тотто, әммә уның оптимизмы халыҡ һайланыусыларының барыһына ла "йоҡто".
       Башта Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы депутаттарына б ыл ваҡыт эсендә республиканың нисек йәшәүе, август айында төбәккә ниндәй юғары ҡунаҡтар килеүе ( Рәсәй хөкүмәтенең беренсе вице - премьеры Дмитрий Медведевтан башлап РФ финанс министры Алексей Кудринға тиклем), уңыш йыйыу барышы, социаль - иҡтисади үҫеш буйынса әлеге ваҡытта Башҡортостандың ниндәй стадияла тороуы хаҡында һөйләне.
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450
       йыл тулыуын байрам итеү алдынан республика алдында ғәйәт
       ҙур бурыстар тора. Закон сығарылыусыларға ла был йәһәттән артта ҡалыу килешмәй, әлбиттә. Беренсенән, улар үҙҙәренең эшендә БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыуҙы зако ндар менән тәьмин итеү буйынса саралар планына йүнәлеш тотоуын дауам итә. Икенсенән, муниципаль реформа һәм старт алыусы милли проекттар закон сығарыусыларға билдәле йөкләмә ҡуя. Әммә Константин Борисович махсус рәүештә депутаттарҙыңз акон проекттарына "уларҙың федераль ҡануниәттең яңыртылыусы нормалары менән үҙ - ара комплекслы бәйләнешен" иҫәптә тотоп экспертиза үткәреүҙәрен һораны. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙы ҡабул итеүҙе һәм буласаҡ "төҙәтмәләрҙе" йылына ун тапҡыр үҙгәртмәҫ өсөн алдан күҙаллау кәрәк.
       Әлегә парламентарийҙарҙың пландарында ҡырҡҡа яҡын закон проекты бар. Күптән түгел БР Конституцияһын үҙгәртеп, уларҙы ң ҙур өлөшөн Дәүләт Йыйылышы депутаттары үҙҙәре "резервҡа ҡалдырҙы". Өҫтәүенә парламент спикеры "үҙгәрештәр һәр законға тип әйтерлек ҡағыласаҡ, шуға күрә республиканың бөтә
       ҡануниәт массивын ентекле тикшерергә тура киләсәк" тип
       иҫкәртте.
       Әммә "косметик ремонттан" тыш, Дәүләт Йыйылышы ҡарамағына яңы закон проекттары индереү ҙә күҙаллана, улар араһында күптән көтөлгән һайлауҙар тураһында Кодекс, коррупцияға ҡаршы тороу, граждандарҙың мөрәжәғәттәре, инновацион эшмәкәрлек, халыҡтың мәшғүллеге тураһындағы һәм б ашҡа закондар бар.
       Һуңғы йылдарҙа парламент тыңлауҙары үҙен депутаттар
       эшмәкәрлегенең иң һөҙөмтәле формаларының береһе итеп күрһәтеүе сәбәпле, Дәүләт Йыйылышы көҙгө сессияға төбәктә торлаҡ һәм сәләмәтлек буйынса өҫтөнлөклө милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын, шулай уҡ инновацион эшмәкәрлекте тикшереүҙе планлаштыра. Һуңғыһы - БР Президентының 2006 йылға Мөрәжәғәтнамәһенә һалынған төп йүнәлештәрҙең береһе. П арламент спикеры Хөкүмәт сәғәтенең береһен торлаҡ - коммуналь хужалыҡтың көҙгө - ҡышҡы осорҙағы эшмәкәрлегенә арнарға тәҡдим итте.
       Республика депутаттары федераль үҙәк адресына закондар сығарыу инициативаһын кәметергә йыйынмай. Өсөнсө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы РФ Дәүләт Думаһына 37 федераль закон проекттарын йүнәлтте лә инде. Һәм был һуңғы сик түгел - парламентарийҙар өлгәшелгәндә туҡтап ҡалмаясаҡ.
       Халыҡ һайланыусыларының хоҡуҡи ялҡынын һүрелдереүсе берҙән - бер сәбәп - федераль депутатарҙың сәйер битарафлығы . - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Федерация субъекттарының инициативалары бик һирәк федераль закон формаһын ала, - тип
       борсолоу белдерҙе Константин Толкачев. - Минеңсә, нәҡ төбәкттәрҙең закондар сығарыу эшмәкәрлегендәге тәжрибәһен фа йҙаланмау ҡабул ителеүсе федераль закондарҙың сифатында сағы лыш таба. Төбәк парламенттары депутаттары, башлыса алғанда, Волга буйы федераль округы депутаттарының
       тырышлығын берләштерергә ваҡыт етте, күрәһең.
       Дәүләт Йыйылышы спикеры "тырышлыҡты берләштереүҙең" ниндәйерәк формала булырын асыҡлап торманы. Даими комитеттарҙың ултырыштары 13 - 14 сентябрҙә үтәсәк, Президиум - 19 сентябрҙә, ә парламент депутаттары сессияның тәүге ултырышына 28 сентябрҙә йыйыласаҡ.
       Ултырыш аҙағында Константин Борисович каникул осоронда тыуған көндәрен билдәләүсе депутаттарҙы ҡотланы һәм шул уҡ оптимистик рухта "450 йыллыҡ юбилей" билдәһе аҫтында үткән сараларҙа барыһының да әүҙем ҡатнашыуҙарын һораны.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал