6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

РФ Президенты креслоһына дәғүә итеүселәр стартҡа әҙер
12.01.04


       Бишенсе ғинуар Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына ка ндидаттар күрһәтеү этабы тамамланды. Шул уҡ көндө 2004 йыл да Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының тәүге ултырышы булып уҙҙы . Ултырыш тулыһынса март айында буласаҡ һайлауҙар мәсьәләләр енә бағышланды.
       Беренсе сиратта, Үҙәк һайлау комиссияһы алдында юғары дәү ләт вазифаһына дәғүә итеүсе биш кандидаттың вәкәләтле вәкил дәрен теркәү, улар өсөн махсус һайлау иҫәптәре асыу мәсьәл әһе торҙо. Кандидаттар өсөн был алда торған маҡсатҡа етеүҙең
       тәүге баҫҡысы булып тора бит. Уларҙың һәр береһе Үҙәк һайла у комиссияһына кандидаттарҙы күрһәтеү тураһында партия съе здары ҡарарҙарын йәки үҙ-үҙҙәрен күрһәтеүҙе хуплаған Рәсә й Федерацияһының 500 гражданынан да кәм булмағанн һайлаусы лар төркөмө ойошторолоуын раҫлаусы документтар тапшырырға те йеш ине. Бөтә документтарҙың да нотариус тарафынан раҫланыуы
       мотлаҡ. Кандидаттарҙың барыһы ла үҙҙәренең һәм тормош иптә шенең килемдәр күләмен һәм уларҙың сығанағын, булған милект е тулыһынса күрһәтергә мәжбүр.
       Коммунистар партияһы вәкиле Николай Харитонов, "Рәсәй төбәк тәре партияһы" вәкиле Виктор Геращенко, "Родина" блогы лидер ы Сергей Глазьев, эшҡыуар Анзор Арсентьев, СПС вәкиле Ирина Хакамада, йәғни барыһы ла, Үҙәк һайлау комиссияһы талапта рын теүәл үтәне.
       Хәтерләүегеҙсә, бынан алда был этапты РФ-ның ғәмәлдәге Пр езиденты Владимир Путин, ЛДПР вәкиле Олег Малышкин, Дәүләт Д умаһының элекке спикеры Иван Рыбкин һәм эшҡыуар Владимир Бры нцалов үтте. Ә бына Герман Стерлиговты теркәү үтә алманы һә м ул, оҙаҡҡа һуҙмай, Үҙәк һайлау комиссияһына ялыу менән су дҡа мөрәжәғәт итте. Һуңғы көндә Федерация Советы спикеры Сер гей Миронов документтарын тапшырып өлгөрҙө.
       Шулай итеп, илебеҙҙең иң юғары посына дәғүә итеүселәр һаны
       унға етте. Уларҙың һаны үҙгәрмәҫ, моғайын. Вешняков хәбәр и теүенсә, был аҙнала Харитоновты теркәү процедураһы тамамлана саҡ. Башҡалар иһә - Путин, Хакамада, Аксентьев, Брынцалов, Р ыбкин, Глазьев, Геращенко һәм Миронов - ҡултамғалар йыйыу ме нән мәшғүл буласаҡ. Уларҙың һаны 2 миллион булырға тейеш. Әм мә бер субъекттан 50 меңдән ашыу ҡултамға булырға тейеш түге л. Әйткәндәй, 2000 йылғы һайлауҙарҙа кандидаттарға йыйылған 1 миллион ҡултамға ла етә ине, ә бына 1991 йылда был һан ни ба ры 200 мең тәшкил иткән.
       Үҙенең сығышында Вешняков барыһына ла уңыштар теләне һәм
       ике миллион ҡултамға мотлаҡ рәүештә йыйылырға тейеш тип ҡаб атланы. Закон буйынса улар өс ай эсендә йыйылырға тейеш. Бығ а тиклем был ауыр эште бер кемдең дә атҡарып сыҡҡаны булманы , ҡалған ваҡыт эсендә кандидаттар бына нисек тормошҡа ашырыр
       билдәһеҙ. Әммә Вешняков ҡултамғаларҙы фальсификациялау мен Ьн шөғөлләнеүҙе ҡәтғи тыйҙы һәм бының өсөн енәйәт яуаплылығ ы ҡаралыуын иҫкә төшөрҙө.
       Материал Үҙәк һайлау комиссияһы һәм РФ Матбуғат минситрлығ ы ярҙамында әҙерләнде.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал