6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Августҡа рәхмәт!
28.08.06


       Йәйҙең һуңғы көндәре һалмаҡ ҡына көҙгә күсә. Йылдың иң йомарт айы ялға сыға. Барлыҡ күҙалауҙарға һәм ғәҙәттән тыш һалҡын ҡышҡа ҡарамайынса, быйыл алма айырыуса уңды. Ҡаты
       төшлөләр - сейә, сливалар ғына шәптән булманы. Һәр хәлдә
       беҙҙең баҡсала был ағастар бер емеш тә бирмәне.
       Армыт (груша) мине ғәжәпкә ҡалдырҙы. Февраль айында уның бер нисә ботағын ҡырҡып алғанда, уртаһы ҡара булыуын күрҙем.
       Әммә йыл һайын тотороҡло уңыш биреүсе һәм тәме буйынса көньяҡ емештәренә биргеһеҙ һылыуҡайҙарым юҡҡа сыҡты, тип ҡайғырыуым юҡҡа булды - һыуыҡ был осраҡта көсһөҙ булып сыҡты. Груша был һынауҙы лайыҡлы үтте, ғәҙәттәгенән аҙыраҡ булһа ла уңыш бирҙе.
       Ер еләге лә мул булды быйыл. Архангель районында мин уны күнәкләп йыйҙым. Башҡа урындарҙа ла етерлек тинеләр...
       Помидорҙар бына тигән, ҡайһы берҙәре ярты кило тарта, бор ос та, баклажан да шәп! Беҙҙең көньяҡтан ҡайһы еребеҙ кәм! Ә бына ҡыяр уңманы. Июль аҙағында уҡ япраҡтары ҡыуарып,
       юҡҡа сыҡты. Ярар, быйылға ҡыяр тоҙламаһынан башҡа ла ҡыш сығырбыҙ.
       Быйылғы йәйҙәге кеүек температура алмашыныуын хатта өлкән йәштәгеләр ҙә хәтерләмәй. Июль айы, тышта октябрь айындағы
       кеүек һыуыҡ. Ә бит синоптиктар... Һуң ниңә улар бер ҡасан д а дөрөҫөн әйтмәй икән! Бәлки унда эшләүселәрҙең барыһын да детекторҙа тикшереп ҡарарға йәки хеҙмәт хаҡын күтәрергә кәрәктер. Ул саҡта бәлки һауа торошо ла яҡшыраҡ булыр ине...
       Ә баҙарҙа бәшмәк күп. Бындай байлыҡты күптән күргән юҡ ин е: гөрөздәләр, ҡайын бәшмәктәре, һары бәшмәк, аҡ бәшмәк... Ә мин урманға барырға ваҡыт таба алмайым.
       Ниһайәт, ундай мөмкинселек барлыҡҡа килде. Стәрлетамаҡҡа барышлай ғаиләбеҙ менән ҡайынлыҡта туҡталдыҡ һәм шунда уҡ ҡара гөрөздәләргә тап булдыҡ. Улар беҙҙән йәшенергә уйламай ҙа. Ҡыҙыҡ, аҡ гөрөздәләрҙән айырмалы рәүештә, уларҙың араһында бер ҡортлоһо ла юҡ, барыһы ла берҙәй тап - таҙа! Бе р сәғәт тигәндә ҙур кәрзинде тултырҙыҡ, унан инде төнөн йоҡл арға форсат булманы - бәшмәк эшкәрттек... Ошо көндәрҙә эштән
       һуң тағы ла урманға юл төштө. Сәйер, әммә мин урманда бер һ ары япраҡ та күрмәнем. Ә бит юл буйындағы тирәктәр күҙ алдында "яланғаслана". Хәйер, уның нимәһенә аптырарға, нәҡ тирәк
       кешене төрлө газдарҙан ҡурсалап, углекислотаны айырыуса әүҙем "йота" бит.
       Был юлы урман беҙҙе бик үк алсаҡ ҡаршыламаны. Кесерткән - кеше буйы тиклем бар, өҫтәүенә ҡумырыҡлы, һаҙмат урын тура килде. Дөрөҫ, урман беҙҙән был юлы ла бәшмәктәрен йәлләмәне. Әммә уларҙы йыйыу күңелленән булманы, кесерткәндән сағылып б өттөк. Юҡ инде, еткәндер, икенсе юлы... балыҡ тоторға барам.
       Ә шулай ҙа август айына барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал