6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Һин дә актер була алаһың!
28.08.06


       Өфөлә актер оҫталығы мәктәбе күптән түгел, "Vista Vision" студияһы нигеҙендә барлыҡҡа килде. Унда һәр кем, шулай уҡ һинең менән мин дә шөғөлләнә алабыҙ... Дөйөм алғанда, был мәктәп үҙендә актерлыҡ һәләттәре тойоусы һәм уларҙы тормошҡа ашырырға хыялланыусылар өсөн.
       Әммә башта актерлыҡ оҫтаханаһын булдырыу идеяһы хаҡында б ер нисә һүҙ. Ул "Vista Vision" кинокомпанияһы директоры Була т Йосопов "Арҡайым серҙәре" өҫтөндә эшләй башлағас барлыҡҡа килә. Был көтөлмәгән сюжет боролоштарына бай, мистик мөхит
       һм йәшерен интригалар менән һуғарылған сикһеҙ мауыҡтырғыс ф ильм. Фильмда төп ролдәрҙе Рәсәй күләмендәге кино йондоҙо С ергей Селин, Өфө театрҙарының билдәле артистары башҡара.
       Һәм ул ғына ла түгел. Чугун һәм Виканың яуаплы ролдәрен Булат Йосопов быға тиклем киноға төшөү тәжрибәһе булмаған 23
       йәшлек Александр Вәхитов һәм 20 йәшлек Альбина Әхмәҙиеваға ышанып тапшырҙы. Фильмда төшөргә теләк белдереүсе меңгә яҡын кешенән режиссер башта 12 кешене, һуңынан инде өҫтә әйтелгән икәүҙе ҡалдырҙы.
       Александр һәм Альбина менән Башҡортостандың Дәүләт академия рус драма театрының билдәле артистары - РФ халыҡ артисткаһы Галина Мидзяева, БР халыҡ артисы Анатолий Хаустов , шулай уҡ З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусылары шөғөлләнде. Үҙҙәренең уйыны менән йәштәрҙең мажаралар сериалының уңышлылығына ҙур өлөш индереүе шик тыуҙырмай. Бөгөн фильмдың идеяһы һәм уның үҙенсәлеге ҙур телекомпанияларҙың да ҡыҙыҡһыныуын уята. Әлеге ваҡытта фильмды Рәсәйҙең билдәле каналдарында күрһәтеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.
       Актер оҫталығы мәктәбенә килгәндә, ул, күренеүенсә, өфөлөләрҙең үҙҙәрен күрһәтергә теләүе сәбәпле барлыҡҡа килде . Әммә теләк кенә аҙ. "Массовкала" ҡатнашыу өсөн дә әҙерлек кәрәк.
       Актерлыҡ мәктәбенең өс айлыҡ уҡыу планы буйынса буласаҡ кино йондоҙҙары һәм йондоҙсоҡтары өсөн актерлыҡ, пластика тренингтары, һөйләү оҫталығы, бейеү, вокал буйынса күнекмәлә р ойошторола. Уҡыу аҙағында сығарылыусыларға сертификат һәм үҙҙәренең ҡатнашлығында төшөрөлгән DVD форматындағы фильм тапшырыла.
       Актер булыу өсөн өс ай ғына аҙ, әлбиттә. Әммә кино хаҡынд а
       хыялланыусылар өсөн был да бына тигән мөмкинселек. Әгәр ҙә инде актерлыҡ һөнәре ысынлап та һеҙҙең өсөн икән, ул саҡта "Vista Vision" иң һәләтлеләргә артабан үҙ проекттарында, телетапшырыуҙарында ҡатнашыуҙы гарантиялай. Шулай итеп, һеҙгә ете йәштән 30 йәшкә тиклем икән, тәүәккәлләгеҙ!

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал