6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Ғәзи Заһитов рейхстаг өҫтөнә ҡыҙыл әләм ҡаҙай
23.08.06


       Бөгөн - Бөйөк Ватан һуғышы геройы Ғәзи Ҡазыхан улы Заһитовтың хәтер көнө (1921 йыл, 20 август - 1953 йыл, 23 ав густ) 1945 йылдың 30 апрелендә ул рейхстаг өҫтөнә Ҡыҙыл байр аҡ ҡаҙауы менән билдәле.
       Ғәзи Ҡазыхан улы Мишкә районының Янағош ауылында тыуа. 1942 йылдан алып Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, һуғыш йылдарын үтә. Хәрби ҡаҙаныштары өсөн Ғәзи Сәғитов Ҡыҙыл байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, икенсе дәрәжә Дан ордены, миҙалдар менән наградлана. Өлкән сержантҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелергә тейеш була, әммә уға үҙе иҫән ваҡытта был награданы алыу насип булмай.
       Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң, оҙаҡ йылдар буйы рейхстаг өҫтөндә еңеү байрағын Михаил Егоров һәм Милитон Кантария ҡаҙаған тип һанала. Һәм улар беренсе булмауына
       ҡарамаҫтан, бер кем дә был турала бәхәсләшергә йыйынмай.
       Ә ысын герой кем һуң
       Рейхстагты штурмлаусы Шатиловтың дивизияһына капитан Владимир Маков етәкселегендәге биш кешенән торған төркөм дә
       инә, унда өлкән сержанттар Алексей Бобров, Ғәзи Заһитов, Александр Лисименко һәм сержант Михаил Минин була. Алыш барышында улар рейхстаг түбәһенә күтәрелеүгә ирешә, оҙон торбаны һындырып ала һәм уға ҡәҙимге ҡыҙыл туҡыманы ҡулъяулыҡ менән ҡушып бәйләйҙәр. Заһитов ошо ваҡытта йәрәхәтләнә.
       Ҡыйыу һалдаттарға ярҙамға капитан Владимир Маков та килеп
       өлгөрә. Ҡыҙыл байраҡты күргәс, рация буйынса был турала етәкселеккә хәбәр итә.
       Ғәзи Заһитов рейхстагты штурмлаусылар араһында осраҡлы
       рәүештә пәйҙә булмай. Наградлау документтарында уның хаҡында былай тип әйтелә:
       "Беҙҙең ғәскәрҙәр Берлинға яҡынлашҡанда, иптәш Заһитов үҙ
       инициативаһы буйынса рейхстагты штурмлауҙа ҡатнашырға һәм унда Еңеү байрағын ҡаҙарға теләк белдерҙе. 1945 йылдың 29 апрелендә сержант Минин, өлкән сержант Бобров, өлкән сержант
       Лисименко менән бергә Заһитов хәрби заданиены үтәргә китте.
       30 апрелдә рейхстагты штурмлау ваҡытында Заһитов беренсе булып рейхстагҡа үтеп инә һәм йәрәхәтләнә, пуля уның партбилеты аша үтә. Өлкән сержанттар Заһитов, Лисименко, сержант Минин рейхстаг башняһына күтәрелә һәм тәүге еңеү байрағын ҡаҙай".
       Уларҙың батырлығы шулай һүрәтләнә. Артабан һығымта килә: "Алтын Йондоҙ миҙалы һәм Ленин ордены һәм Советтар Союзы Гер ойы исеменә лайыҡлы".
       Капитан етәкселегендәге башҡа "маковсыларға"ла Герой исеме бирергә ҡарар ителә. Тик улар үҙ наградаларын көтөп ал а алмай. Бөгөнгө көнгә был биш кеше араһынан Михаил Петрович  Минин ғына иҫән. Ул Псковта йәшәй, умарталығында ҡорттар үрсетә. "Еңеүҙең ауыр юлдары" тигән китап авторы. Унда яҡташыбыҙ Ғәзи Заһитов хаҡында ла йылы һүҙҙәр бар. "Берлинға
       ингәндән һуң ике көн үткәс, мин, Бобров, Заһитов һәм
       Лисименко 136 - сы артбригада һалдаттары менән бергә үҙ теләгебеҙ менән һуңғы, иң ауыр заданиеға барҙыҡ, - тип яҙа Михаил Минин. - Урындағы ваҡыт буйынса 21 сәғәт 30 минутта, Мәскәүҙә 23.30 булғанда, штурмға әҙерлек башланды. Маковтың приказы буйынса, ул тамамланыуға биш минут ҡалғас, мөйөштәге
       тәҙрәнән сығып каналға табан йүгерҙек. Түш кеҫәһендә ике Ҡыҙыл байраҡ бар. Заһитов тәүлектең ниндәй ваҡытында ла
       дөрөҫ йүнәлеш таба белә ине. Ул беҙҙе алдан билдәләнгән
       урынға алып килде... Ярҙамға килеүҙәрен көтмәйенсә, беҙ төп ишеккә табан ташландыҡ. Уны асыу өсөн Ғәзи аҫта ятҡан бүрәнәне файҙаланырға тәҡдим итте. Маков был инициативаны хупланы. Бер нисә һуғыуҙан һуң ишек асылды. Совет яугирҙары эскә ағылды. Бүрәнә менән бергә вестибюлгә ингән коммунист
       Заһитов иң алда ине... Дошмандың юғалып ҡалыуынан файҙаланып, төркөм командиры рейхстаг түбәһенә менергә ҡарар итте... Баҫҡыс буйлап дүртәүләп өҫкә ташландыҡ. Һәр ваҡытағыса, иң алда Ғәзи Заһитов, уның артынан байраҡ тотҡан
       мин йүгерәм... Тәҙрә аша түбәгә сыҡтыҡ. Ҡараңғыла ҙур
       булмаған башня күренде, Заһитов менән беҙ уға Ҡыҙыл байраҡты беркетеп ҡуйҙыҡ. Ошонда уҡ, түбәлә, исемдәребеҙҙе
       яҙҙым. Урындағы ваҡыт буйынса 22 сәғәт 40 минут ине.
       Рейхстаг түбәһендә снарядтар һәм миналар шартлай... Тиҙҙә н беҙгә ярҙамға килеп еттеләр. Командир һәр беребеҙҙе ҡосаҡ лап үпте, һәм аҫҡа төшөп, генерал - майор Переверткинға буры стың үтәлеүе хаҡында хәбәр итте.
       Рейхстаг өсөн һуғыш көсәйә барҙы. Беҙ биләгән баҫҡысты дошман бер нисә тапҡыр баҫып алырға маташып ҡараны... Ошо һуғыштарҙа беҙҙең ҡурҡыу белмәҫ разведчигыбыҙ Заһитов яраланды. Дошман пуляһы уның йөрәгенең эргәһенән генә үткән ( быны һуңынан врачтар асыҡлай)".
       Һуғыштан һуң Ғәзи Заһитов тыуған ауылына ҡайта. 1947 йылды ң мартында элекке фронтовик ауыл советы рәйесе итеп һайлана, көҙөн туйын үткәрә. Өс йылдан ауылда ойошторлған МТС - та механик булып эшләй. 1953 йылда машина аҫтында ҡалып һәләк б ула.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал