6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Наркоман ҡыҙҙар сабыйҙы сиғандарға һатҡан
22.08.06


       Ошо көндәрҙә Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә хайран ҡалырлыҡ х әл теркәлгән. Ике наркоман ҡыҙ өс айлыҡ сабыйҙы балаһыҙ сиған ғаиләһенә һатҡан. Хаҡын 10 мең һумға һәм бер нисә дозалыҡ героинға килешкәндәр.
       Ҡыҙҙың әсәһе, 30 йәшлек Вероника, балаһының юғалыуы хаҡында 14 августа хәбәр итә. Был хәлгә тиклем ул бәләкәй Заринаны әхирәттәренә ҡалдырып, дуҫтары менән ял итергә китә . Апалы - һеңлеле ҡыҙҙарҙың наркотиктар ҡулланыуы хаҡында ул
       хәбәрҙар була, сөнки үҙе лә "энәлә ултыра". Ҡатын бер ҡайҙа
       ла эшләмәй, балаһын бер үҙе үҫтерә. Фатирҙа хужабикәләрҙе л ә, ҡыҙын да тапмағас, ул милицияға килә.
       - 1976 һәм 1982 йылғы апалы - һеңлеле ҡыҙҙар наркотиктар
       ҡуллана һәм фәхишәлек менән шөғөлләнә, - тип һөйләй БР Эске
       эштәр министрлығының енәйәтте тикшереү идаралығы
       начальнигы Владислав Горкавцев. - Сираттағы дозаға аҡса табырға кәрәк булғас, уларҙың башында баланы һатыу идеяһы
       барлыҡҡа килә, күрәһең.
       Һатып алыусылар наркотиктар алған урында уҡ - билдәле "сиған ихаталарында" - табыла. Ҡыҙҙы балаһыҙ сиған ғаиләһенә
       һаталар. Башта улар 20 мең һорай, әммә "аҫрауға алыусы әсә" 10 мең һәм бер нисә доза героин ғына бирә алыуын белдерә.
       Был енәйәтсел килешеүҙә ҡатнашыусыларҙы табыу өсөн тәртип һаҡсыларына ни бары ике көн кәрәк була. Хәйер, енәйәтселәр артыҡ йәшеренмәй ҙә, һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ошонда уҡ, "таборҙа", табыла. Тәүгеләренә бәйле
       барыһы ла аңлашылһа, сиғандарҙың ҡыҙҙы нимә өсөн һатып алыуына ҡарата аныҡ ҡына яуап юҡ. Хәйер, моғайын ул ир менән
       ҡатынға үҙ балаларын алмаштырыу өсөн кәрәк булғандыр. Аңлы рәүештә үлтереүҙәрҙе асыҡлау буйынса бүлек начальнигы Олег Ю рьев билдәләүенсә, ҡыҙҙы улар һау - сәләмәт һәм туҡ килеш таба.
       - Республика өсөн был ғәҙәттән тыш хәл, - ти был осраҡ хаҡында Горкавцев. Ул шулай уҡ балиғ булмаған балаларға ҡул һуҙыуға бәйле барлыҡ факттар шунда уҡ айырым күҙәтеү аҫтына алыныуын белдерҙе.
       Әлеге ваҡытта енәйәтселәр тикшереү изоляторына
       урынлаштырылған, уларға ҡарата енәйәт эше асылған. Апай менән һеңлегә алты йылдан 15 йылға тиклем рәшәткә артына эләгеү янай. Һатып алыусы ҡатынға йәшәгән еренән китмәҫкә
       яҙма йөкләмә бирелгән. Йәшлеге сәбәпле - ни бары 14 йәш - уның етди язанан ҡотолоп ҡалыуы ихтимал. Барлыҡ һөйләшеүҙәр
       ҡатын аша алып барылыуы сәбәпле, уның тормош иптәше енәйәт эшендә шаһит сифатында үтә. Зарина әсәһенә ҡайтарылған. Әммә һуңғыһы үҙенең әхлаҡһыҙ тормош алып барыуы сәбәпле, балаға хоҡуғынан мәхрүм ителеүе ихтимал. Ҡыҙ баланы сиған
       ғаиләһендә ҡалдырыу яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән, тигән һорауға Горкавцев ҡырҡа яуап бирҙе:
       - Әлбиттә, юҡ. Наркотиктар менән һатыу иткән кешеләргә ни сек итеп баланы ышанып тапшырырға мөмкин

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал