6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Балаларҙың сәләмәтлеге борсолоу уята
22.08.06


       Сентябрь яҡынлашҡан һайын "мәктәп мәсьәләһенең" актуаллеге
       арта. Ата - әсәләр мәктәп баҙарҙарын ҡыҙыра, ә республикан ың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ашығыс рәүештә йыйылған проблемаларҙы хәл итергә тырыша. Һәм был проблемалар
       иҫәбендә мәктәптәрҙә санитар нормаларҙы боҙоу ғына түгел, урта дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың сәләмәтлеге лә борсолоу уята.
       БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Сәлиә Мырҙабаеваның " Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында сығы шына ҡарағанда, мәктәп сығарылыусыларының 16 проценты ғына с әләмәт булыуы билдәләнә. 61 проценты - "сағыштырмаса сәләмәт", йәғни даими врач күҙәтеүенә мохтаж, ҡалған 23 проценты хроник ауырыуҙарҙан яфа сигә.
       - Һуңғы ваҡытта беҙ йәш быуындың яҡшы сәләмәтлеге хаҡында
       һүҙ алып бара алмайбыҙ. Шуға күрә бөгөн беҙҙең алда торған беренсе проблема - балаларҙың сәләмәтлеген яҡшыртыу юлдары, - ти Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.
       Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, хәл итеү юлдарының береһе - уҡы у процесына сәләмәтлекте һаҡлаусы технологиялар индереү. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә иғтибар
       йүнәлтеү мотлаҡ.
       - Бөгөн мәктәптәрҙә профилактик тикшереүҙәр үткәреү яйға
       һалынған тип әйтергә була. Асыҡланыуынса, 14 - 17 йәшлек ме ң баланың уртаса алғанда 78 - е күҙҙәре насар күрә башлауға
       зарлана. Мәктәпкә уҡырға инер алдынан был һан 50, беренсе синыфты тамамлағанда - 70, ә мәктәпте тамамлар алдынан - мең
       кешегә 171 кеше тәшкил итә, - тип хәбәр итте Сәлиә Мырҙабае ва. - Күҙ үткерлеге менән бергә күп кенә уҡыусыларҙың кәүҙә төҙөлөшө лә үҙгәрештәр кисерә. Уртаса алғанда, был мең
       уҡыусыға 77,7 - мәктәптә уҡый башлар алдынан мең балаға 82, 6, ә инде мәктәпте тамамлағанда мең уҡыусыға 126 кеше тура
       килә.
       "Башинформ" агентлығына килгән ҡунаҡтар айырыуса йыш осраған "мәктәп ауырыуҙары" хаҡында мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
       Уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да дәрес ҡалдырыуына күп осраҡта барыһына ла билдәле ОРЗ сәбәп булып тора. Грипп һәм ангина йыш ҡына беҙҙең пландарҙы боҙа, шуға күрә мәктәптәрҙә
       тын алыу органдары ауырыуҙарының беренсе урында барыуы (32 процент) бер кем өсөн дә көтөлмәгән хәл түгел. Йышлығы буйынса икенсе урында - аш һеңдереү ағзаларына бәйле сирҙәр.
       Был графала иң таралған инфекция сығанағы - кариес (балалар араһында 56 - 60 процент). Өсөнсө урында яҫы табанлылыҡ һәм
       кәүҙәнең үҙгәрештәр кисереүе кеүек һөйәк - мускул системаһы ауырыуҙары. Дүртенсе урында - күҙ ауырыуҙары.
       Башҡортостан Республикаһында 3025 белем биреү учреждениеһы эшләй, уларҙа 516382 бала белем ала, был республикала йәшәүсе балаларҙың 57 проценты. Тик һәр бер мәктәп тә уларға һаулыҡ һаҡлау органдары ҡуйған талаптарға яуап бирмәй. Матбуғат конференцияһында яңғыраған мәғлүмәт
       буйынса, Башҡортостан мәктәптәренең 33,5 проценты яҡшы
       санитар шарттары менән маҡтана ала, 53,3 процентында санитар ҡағиҙәләрҙе боҙоу күҙәтелә, ә урта белем биреү учреждениеларының 13,2 проценты бөтөнләй санитар нормаларға яуап бирмәй.
       - Заман мәктәбе "белем усағы" ғына түгел, "һаулыҡ усағы" ла
       булырға тейеш, - ти Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльвира Хөсәйенова. - Физкультура дәрестәре менән генә алыҫ китеп булмай. Урта белем биреү учреждениеларында туҡланыуҙы дөрөҫ итеп ойоштороу ҙа мөһим. Ниндәй аҙыҡ үҙе өсөн файҙалы, ниндәйе - зарарлы булыуын балалар мәктәптә өйрәнергә тейеш. Әммә мәктәп буфеттарында сәләмәт туҡланыу пропагандаһы юҡ - унда һаман да чипсы, пепси - кола, ярымфабрикаттар һатыла.
       Бөгөн республика мәктәптәренең 72 процентында буфет эшләй , уҡыусыларҙың 82 проценты - өлкән синыфтарҙан тыш бөтәһе өсөн дә - йылы аш ойошторола. Һәм был шулай уҡ мәктәп ашханаларының көндәлек рационы менән бер рәттән хәл итеүҙе талап итеүсе киҫкен проблема. Йыш ҡына меню баланың
       ихтыяждарына яуап бирмәй, киреһенсә, "аҙ сығымдар менән ҡәнәғәтләнеү" принцибы буйынса төҙөлә. Быға юл ҡуйырға ярамай, әлбиттә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал