6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Камиллыҡтың үҙе - Юлиә Бәхтиева
21.08.06


       Баймаҡ ҡыҙы Юлиә Бәхтиева Тыва Республикаһының Ҡыҙыл ҡалаһында үткән "Мисс Азия" конкурсында "Мисс Камиллыҡ" титулын яулауы еңелдәрҙән булмауын таный.
       - Ҡыҙҙар бик сибәр ине, шулай ҙа беҙҙең республика был конкурста абруйлы урын яулауға өлгәште.
       Әйткәндәй, был "Һылыуҡай" студияһында шөғөлләнеүселәрҙең Мисс Азия" конкурсында рәттән икенсе тапҡыр еңеүе. Тәүгеһен Бүрәт Республикаһынан 2004 йылғы вице - мисс Альбина Мөхәмәтйәнова алып ҡайтты. Быйылғы еңеүсе Тыва ҡыҙы Радмила Кужугетҡа тажды ла нәҡ ул кейҙерә.
       Быйыл конкурс "Азия үҙәгендә осрашыу" Азия - Тымыҡ океан төбәге илдәре йәштәре һәм студенттарының дүртенсе Халыҡ - ара фестивале сиктәрендә үтте. Унда йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары, фондтары, ассоциацияларының лидерҙары ҡатнашты. Беҙҙең делегацияға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Йәштәр советы рәйесе Тимур Ло ҡманов етәкселек итте.
       Ул БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының бары тик
       ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырыуын билдәләне. Тывала иһә ундай ойошма юҡ, уның функцияларын республиканың Мәғариф мин истрлығы башҡара. Һәм өҫтә әйтелгән конкурстың кульминацияһы булған матурлыҡ конкурсында ла Тыва Республикаһының мәғариф министры жюри рәйесе булараҡ сығыш яһай.
       "Мисс Азия" тажына Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәктәренән һәм
       сит илдәрҙән - Ҡаҙағстан, Монголия, Бүрәт Республикаһы, Том ск өлкәһенән килгән 17 ҡыҙ дәғүә итә. Уларҙың барыһы ла азиаттарса сибәрлеге, үҙенсәлекле һөйләшеү манераһы менән айырылып торҙо, ти Юлиә. Һәр ҡайһыһы үҙ телендә һөйләшә, әммә, быға ҡарамаҫтан, беҙҙең ҡыҙҙарҙың башҡортса һөйләшеүе конкурсанткалар менән уртаҡ тел табырға һәм хатта дуҫлашырға
       ла ярҙам итә. Юлиәнән тыш конкурста башҡорт ҡыҙҙарының "Һылыуҡай - 2006" конкурсында ҡатнашыусы Эльвира
       Мораҙымова ла була. Ул "Мисс Азияла" финалға сығыусы биш
       ҡыҙ араһына эләгә.
       Конкурста төрлө этлектәр мөмкин булыуы хаҡында ҡыҙҙар алдан иҫкәртелә. Мәҫәлән, туфлиҙарға осло нимә һалыуҙары ихтимал. Аяҡ кейеме менән артыҡ мажаралар булмай, ә бына тунға килгәндә...
       - Мин урындағы магазиндан конкурста кейеп сығыу өсөн бик
       матур тун һайланым. Әммә уны алырға килһәк, тунды һатып
       ебәреүҙәре хаҡында хәбәр иттеләр. Тышта 30 градус эҫе! Мине ң кәйефем ҡырылды, әлбиттә. Әммә изге кешеләр бар бит ул. Конкурста эшләүсе визажист тынысландырҙы: "Борсолма, мин
       һиңә ярҙам итермен!" Һәм магазиндағынан да матурыраҡ тун килтерҙе.
       Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары башҡалар араһында, беренсе сиратта , буй - һындары, үҙҙәрен күрһәтә белеүҙәре, шулай уҡ оҙон буйҙары менән айырылып торған. Ошо сәбәпле, йәғни, буйҙары арҡаһында, ойоштороусылар беҙҙең ҡыҙҙарҙы артҡа баҫтырырға ҡ арар итә. Әммә конкурстың жюри ағзалары иҫәбендә булған Альбина Мөхәмәтйәнова бындай ғәҙелһеҙлекте күреп, һәр ҡыҙҙың - шәхес булыуы һәм буйға бәләкәйҙәрҙе алға сығарып баҫтырыуҙың дөрөҫ булмауын белдерә.
       Беҙҙең ҡыҙҙар әйтеүенсә, уларға "Мисс Азия" конкурсында Башҡортостан исеменән лайыҡлы сығыш яһарға "Һылыуҡай" конкурсында ҡатнашыу һәм ошо уҡ исемде йөрөтөүсе студияла шөғөлләнеү ярҙам итә. Айырыуса - фитнес күнекмәләренең ярҙамы ҙур, ти улар. "Мисс Азиянан" айырмалы рәүештә,
       "Һылыуҡайҙа" һыу инеү костюмдарында сығыш яһау ҡаралмаған, әммә был һынауҙы ла һылыуҡайҙар бына тигән итеп үтә. Юҡҡа ғына Юлиә иң матур фигуралы ҡыҙ тип танылмай бит инде.
       Тываның ир - аттары уларҙан күҙен дә алманы, тип һөйләй һ әр урында ҡыҙҙарҙы ҡарап йөрөтөүсе Тимур Лоҡманов.
       - Ҡайҙа барһаҡ та, уларға һәр ваҡыт иғтибар итәләр. Мин
       бындағы йола буйынса ҡыҙҙарҙы урлап ҡуймаһындар тип ҡурҡтым. Бында бит "Минең ҡатыным бул" тип үтенмәйҙәр, ә "Һин - минең ҡатыным!" тип белдерәләр генә.
       Конкурсты алып барыусы Сангаджи Тарбаев, РУДН командаһы к апитаны (КВН), тик Юлиә менән генә фотоға төшә. "Миңә фотоларҙы мотлаҡ ебәр, түҙемһеҙлек меәнн көтәсәкмен", - тип
       ҡалды, ти Тимур.
       Танылыу яулауҙан тыш, Юлиәне дүрт мең күләмендә премия
       менән дә наградлайҙар. Юлиә лә, Эльвира ла "Мисс Евразия" конкурсында ҡатнашыуға саҡырыу ала.
       "Мисс Евразияла" ҡатнашыу - киләсәктә, әлбиттә. Бөгөн ике ҡыҙҙың да пландарында - уҡырға һәм тағы бер тапҡыр уҡырға. Быйыл Юлиә мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, БДУ - ның башҡорт - инглиз бүлегенә уҡырға ингән. Ә Салауат районы ҡыҙы Эльвира БДПУ - ның сит телдәр факультетында уҡый.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал