6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефһеҙлек

Һаҡ булығыҙ, боҙ!
12.01.04


       Үткән йыл менән сағыштырғанда быйылғы ҡыш бер ни тиклем й ылыраҡ булды, тимәк йылғаларҙы ҡаплаған боҙ ҙа ғәҙәттәгенән йоҡараҡ.
       Республикала рәсми рәүештә дүрт боҙ аша сығыу урыны иҫәп ләнә. Бөрө һәм Ағиҙел ҡалалары эргәһендә Ағиҙел йылғаһы аша,
       Николо - Березовкала Кама һәм Ҡариҙелдә Уфимка йылғаһы аша.
       Бөгөн уларҙың береһе - Бөрөләгеһе генә асыҡ. БР Эске эштәр министрлығының Дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, ошо урын ғына йылға аша сығыу өсөн хәүефһеҙ, унда боҙҙоң ҡалынлы ғы үлсәнеп тора һәм кәрәкле эштәр ҙә даими башҡарыла.
       Әммә ғәҙәттә һыу өҫтө боҙ менән ҡапланғас уҡ күптәр, айыр ыуса балалар, уның ныҡлығын тикшереп ҡарарға әүәҫ була. Ҡыҙғ анысҡа ҡаршы, бының бик хәүефле икәнлеген йыш ҡына иҫәпкә ал майҙар. Үткән йылдың ноябрь айында Бәләбәй районының Анновка
       ауылында булған фажиғәне генә хәтергә төшөрәйек. Ирле - ҡат ынлы, бәләкәй генә ҡыҙҙарын алып, яңы боҙ менән ҡапланған бы уаға балыҡ тоторға төшәләр. Артабан ваҡиғаларҙың нисек булға нын күҙаллауы ҡыйын түгел. Ҡотҡарыусы водолаздар уларҙың кәү ҙәләрен 15 көн эҙләй. Быуаның тәрәнлеге 21 метр тәшкил итә.
       Боҙға аяҡ баҫырға баҙнат иткән кеше нимәләрҙе белергә тей еш Ҡотҡарыусыларҙың һүҙҙәре буйынса, билдәле ҡағиҙәләрҙе ба шҡарғанда бәләнән ҡотолоп ҡалырға мөмкин. Бер ваҡытта ла боҙ
       өҫтөнә кис йәки томан ваҡытында сығырға ярамай. Бер кеше бо ҙ өҫтөнән хәүефһеҙ үтә алһын өсөн, уның ҡалынлығы 7 сантиме тр, төркөм өсөн 12 сантиметрҙан да кәмерәк булырға тейеш тү гел. Әгәр ҙә һеҙ төркөм менән атлайһығыҙ икән, кеше араһында
       биш метр ара ҡалдырырға кәрәк. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өс өн 20 метр оҙонлоғонда арҡан алыу мотлаҡ. Ул күп урын алмаяс аҡ, ә бәлә була ҡалғанда ярҙам итәсәк. Боҙҙоң ҡалынлығын уны ң төҫөнә ҡарап белергә була. Әгәр ҙә ул аҡһыл йәки һарғылт т өҫтә икән, тимәк ышанысһыҙ. Боҙ ҡалын булған осраҡта ул зәңг әр йә иһә йәшкелт төҫтә була. Ҡар ятҡан урын, ботаҡтар йә иһ ә башҡа предметтар боҙға ҡуша туңған урындар ҙа боҙҙоң ышаны слы булмауы тураһында һөйләй.
       Боҙ емерелгән хәлдә, ситтән ярҙам көтөргә тура килмәһә, ү ҙеңде нисек тоторға һуң Иң башта паникаға бирелмәҫкә тырыш ығыҙ. Хәрәкәтләнергә ҡамасаулаған барлыҡ әйберҙәрҙе сисеп ыр ғытырға кәрәк. Был беренсе сиратта аяҡ кейеменә ҡағыла, ул һ еҙҙе боҙ аҫтына һөйрәүе ихтимал. Йылыуҙың ағымға ыңғай яғына
       барырға тырышығыҙ, ул ваҡытта ағым һеҙҙе боҙ аҫтына һөйрәмә йәсәк . Һыуҙан мөмкин тиклем сығып, түшегеҙ менән боҙға ятыр ға һәм бер аяғығыҙҙы сығарып боҙ ситенә терәргә тырышығыҙ. Б оҙ сыҙаһа, аҡрын ғына арҡағыҙға әйләнеп ятығыҙ һәм ярға таба н шыуышығыҙ. Ҡороға сыҡҡас мөмкин тиклем тиҙерәк йылынырға к әрәк.
       Әгәр ҙә һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа берәйһе боҙ аҫтына төшөп кит һә, ниндәй ҙә булһа ағас, таяҡ, ҡайыш, саңғы таяғы йәки таҡт а менән ҡоралланып, һаҡ ҡына йылыуға табан шыуышығыҙ. Һыуҙағ ы кеше тотонғас, ашыҡмайынса тартығыҙ.

Рәфисә Шәйхисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал