6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Иҫтәлекле даталар

Йома көндө Григорий Овчинниковты иҫкә алығыҙ
29.07.03


       Яҡташыбыҙ Александр Матросовтың батырлығы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йөҙөрләгән һалдаттар өсөн өлгө булып торҙо.Үҙ кә үҙәләре менән дошман амбразураларын ҡалап, улар яуҙаштарына дошмандарға ҡаршы алышты дауам итеү мөмкинлеге биргән. гер ойҙарҙың һәр береһе мәңгелек хөрмәткә, улар хаҡындағы иҫтәле кте мәңгеләштерүгә лайыҡ.Ҡыҙғанысҡы ҡаршы, төрлө сәбәптәр м енән уларҙың исемдәре лә онотола. Мәҫәлән, матросовтың баты рлығын 1943 йылдың 25 июлендә ҡабатлаған Григорий Овчинников шундай ил улдарының береһе. Ул 1898 йылда Өфө губернияһы Бө рө уездының Осиновка ауылында тыуып үҫкән. Әммә Советтар Сою зы геройы Григорий Семенович Овчинниковтың исемен бында 70-с е йылдар уртаһында ғына беленә. Архивтарҙы арымай-талмай ҡу тарыусы, уларҙы ентекле өйрәнеүсе журналист Гәҙи Булатов ту ған яҡты өйрәнеүселәргә геройҙың тыуған илен табырға ярҙам итеү һорауы менән мөрәжәғәт итә. Сөнки уның тураһында мәғлүм әттәр Өфө губернияһында тыуған тиеүҙән артмаған. Бөрө эҙләне үселәре данлыҡлы яҡташтары тураһында тулы мәғлүмәттәр йыйып , уның Осиновка ауылында 1898 йылда тыуыуын асыҡлай. 15 йәш е тулыр - тулмаҫ ул Златоуст заводтарына аҡса эшләр өсөн юлл ана. Үҙенә ике йәш өҫтәп, ул эшкә урынлаша. Революция һәм Г раждандар һуғышы уны тап ошондо тота. Ҡыҙыл Армия составында
       эскадрон командиры була. 1943 йылдың 25 июлендә ул Матросо в кеүек үҙенең кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплап һәлә к була. Тыуған ауылында уның тураһында онотмайҙар һәм үҙ аҡ саларына һәйкәл ҡуйырға ниәт итәләр. Тынғыһыҙ кеше, ул дәүер ҙә колхоз рәйесе булып эшләгән Николай Антонович Перепечай партком секретары Борис Федорович Цыпышев менән берлектә б ыл эшкә нигеҙ һалалар. Әлбиттә, Кесе ер темаһын дауам иттер еп, хөкүмәттән аҡса һорарға ла булыр ине. Ул заманда бындай маҡсаттарға аҡса мул бүленде бит. Әммә геройҙың яҡташтары һ оранып йөрөмәй генә, үҙ көстәре менән сығырға булдылар. Ауыл музейында ла геройға ҙур урын бирелгән. Урта белем биреү мә ктәбе лә Овчинниковтың исемен йөрөтә. Кеше уны иҫтә тотҡансы, хәтерләгәнсе йәшәй тип әйтәләр. Геро й- матросовсы Григорий Овчинников әле булһа тере, сөнки ул рәхмәтле яҡташтары уны әлегәсә онотмай.

Лев Хорошилов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал