6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Филармония - төбәктең йөҙө
21.08.06


       "Бөтә илдәрҙең филармониялары, берләшегеҙ!" - Мәскәүҙә Петр Ильич Чайковский исемендәге концерт залында Рәсәйҙең
       концерт ойошмалары союзының (СКОР) беренсе съезы үтте.
       Союзға 42 ойошма инә, уларҙың ҙур өлөшөн филармониялар тәшкил итә (бөтәһе 38). Башҡорт дәүләт филармонияһына килгәндә, ул 2004 йылдан башлап Рәсәй концерт ойошмалары
       союзында тора һәм уның иң әүҙем ағзаларының береһе булараҡ билдәләнә.
       Бөгөнгө көнгә СКОР - илебеҙҙә Рәсәйҙең концерт һәм филармония майҙандарын берләштереүсе берҙән - бер ойошма. Тө бәктәрҙә филармония эшмәкәрҙәренең мәнфәғәтен яҡлау уның бурыстарының береһе.
       Союз президенты, Мәскәү филармонияһы директоры Алексей Ша лашов билдәләүенсә, "ойошманың төп маҡсаты булып Рәсәйҙең концерттар киңлеген берләштереү һәм үҫтереү тора". Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был башлыса классик, камера һәм халыҡ көйҙәренә ҡағыла. Шалашов шулай уҡ был йүнәлештә тәүге аҙымдар яһалыуын билдәләп үтте: съезда ойошманың структураһын, функцияларын билдәләүсе, шулай уҡ съезд ағзаларының концерт эшмәкәрлеген көйләүсе Хартия ҡабул
       ителде. Ошонда уҡ, ойошма советы ҡарары буйынса, Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Данир Ғәйнуллин Урал төбәге буйынса СКОР эшмәкәрлеген координациялаусы итеп тәғәйенләнде.
       Уңышлы эшләүсе директор өсөн шатланырға ғына ҡала. Хәҙер Данир Әхмәҙи улы республикала ғына түгел, тотош Урал буйынса
       филармония эшмәкәрлеге өсөн яуаплы.
       СКОР Советы ҡабул иткән концепция буйынса, филармонияларҙың концерт эшмәкәрлеге хәҙер уртаҡ ҡағиҙәләр б уйынса, норматив акттарға һәм концерт баҙарының заман
       идеологияһына ярашлы алып барыласаҡ. Был властарға илдә концерт эшмәкәрлегенә бәйле киҫкен көнүҙәк проблемаларҙы
       хәл итергә булышлыҡ итәсәк. Сөнки, СКОР Советында
       әйтелеүенсә, филармония - төбәктең йөҙө булып тора.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал