6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Изге һүҙ ишетеү республика өсөн дә күңелле
21.08.06


       Рәсәйҙең ғәҙәттә хуплауға һаран булған беренсе етәкселәр е үткән аҙнала Башҡортостанды ыңғай яҡтан баһалау өсөн һүҙҙәрен йәлләмәне. Республика ике көнгә өҫтөнлөклө
       милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын, шулай уҡ Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә төбәкте төҙөкләндереү барышын тикшереү майҙанына әүерелде.
       Мәскәү ҡунаҡтарының һәр береһе үҙ программаһы менән килеүенә ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың үҫешендә булған ыңғай үҙгәрештәр барыһын да бер фекергә килтерҙе, уны РФ Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Медведев былай тип белдерҙе: "Бөтә Рәсәй Башҡортостандан күп нимәгә өйрәнә алыр ине".
       Финанс министры Алексей Кудрин дәғүәләр белдермәне генә түгел, юбилейҙы билдәләүгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының эшенә хайран ҡалды.
       - Төп объекттарҙа эштәр график буйынса бара, һәм беҙ, һи с
       шикһеҙ, бөтә сараларҙы ла ваҡытында башҡарып өлгөрәсәкбеҙ. Рәсәйҙең һәр ҡалаһы ла Өфө кеүек үҙ йөҙөн был тиклем ҡыҫҡа ваҡытта һәм радикаль итеп үҙгәртеү һәләтенә эйә булмағанын танырға тура килә, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Алекс ей Леонидович. Министрға ышанғы килә, сөнки ул бындай комиссияларға тәүге тапҡыр ғына етәкселек итмәй, һәм, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, финанс буйынса ла, ваҡыт йәһәтенән дә
       артыҡ тотҡарлыҡтар булғаны юҡ.
       Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә ҡатнашыусы РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко Башҡортостанда "Мәғариф" милли проектының нисек тормошҡа ашырылыуы һәм уҡытыу өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы башҡалар өсөн өлгө итеп
       ҡуйҙы.
       - Үткән йыл тотош ил өсөн дә, республика өсөн дә бушҡа
       үтмәне, - тине Андрей Фурсенко. - Башҡортостан иң яҡшы уҡытыусыларҙы һәм мәктәптәрҙе билдәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Балаларҙы тәрбиәләүҙә яңы юлдар табыу мөһим, һәм был йүнәлештә билдәле алға китештәр күренә. Синыф етәкселәренә
       күрһәткән ярҙам өлгө булып хеҙмәт итә ала. Мәғариф проблемаларын хәл итеүгә йәмәғәтселекте әүҙем йәлеп итергә кәрәк. Мәғариф өлкәһендәге төп проблема - уҡытыусы хеҙмәтенә
       түләү - әлегә федераль кимәлдә хәл ителмәүе йәл.
       Федераль етәкселәрҙең Өфөлә бөтә Рәсәй кимәлендәге белдереүҙәр менән сығыш яһауҙарын билдәләргә кәрәк, уларҙың ҡайһы берҙәрен донъя яңылыҡтары тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, Алексей Кудрин Рәсәй Париж клубына барлыҡ бурысын 2 006 йылдың 21 авгусына тиклем түләп бөтәсәк тип белдерҙе.
       Уның өсөн аҡса стабилизация фондынан бүленәсәк. Кудриндың һ ҙҙәре буйынса, фатирҙары булмаған хәрбиҙәр, ниһайәт, 2010 йылға тиклем торлаҡлы буласаҡ.
       2007 йылда республикала үтәсәк байрам тантаналарына Владимир Путин һәм күп кенә федераль министрҙар, төбәк башлыҡтары мотлаҡ киләсәк, тип ышаныслы рәүештә белдерҙе
       Кудрин. Әммә тантаналарҙың иң мөһим аккорды тип Өфөлә Дәүләт йыйылышы ултырышы, хатта, бәлки, БДБ дәүләттәре башлыҡтарының саммиты үтеүен әйтергә кәрәктер, моғайын. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү, һис шикһеҙ, бөтә Рәсәй өсөн һәм унан ситтә лә ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.
       - Башҡортостанда халыҡтарҙың үҙ - ара мөнәсәбәтенә бәйле йолалар күптән йәшәп килә, - тип дауам итте Алексей Кудрин. - Беҙҙең илебеҙ күп милләтле, һәм милләттәрҙең үҙ - ара мөнәсәбәте иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Ул һәр ваҡыт барлыҡ иҡтисади һәм социаль һорауҙарҙан алда торҙо. Илебеҙҙең тотороҡлоғо халыҡтарҙың үҙ - ара бәйләнешенә, бер
       - береһен байытыуҙарына бәйле. Мин яҡынлашып килгән дата - барыбыҙҙың да байрамы тип һанайым.
       Дмитрий Медведев Башҡортостанда өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға юғары баһа бирҙе.
       Республикала "Рәсәй граждандарына - һәр кем эйә булырлыҡ һәм уңайлы торлаҡ" өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөү перспективаһына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе: торлаҡтың бер квадрат метрының үҙҡиммәте 15 мең һум кимәлендә һаҡлана. Беренсе вице - премьерҙы төҙөлөш ваҡыты
       айырыуса хайран ҡалдырҙы: бер йорт ике ай эсендә төҙөлә.
       Дмитрий Медведев "Башҡортостандың тәжрибәһен башҡа төбәктәргә лә өйрәнергә һәм файҙаланырға кәрәк" тип белдерҙе . Сәфәр аҙағында Андрей Фурсенко менән бергә мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә ҡатнашҡандан һуң, ул "милли проекттар буйынса Башҡортостандың федераль үҙәк
       менән яҡшы үҙ - ара эшмәкәрлектә булыуына" инанды.
       Һәм ысынлап та, Медведевтың һүҙҙәре буйынса, бюджеттың бер һумына республика ҡаҙнаһының дүрт һумы тура килә, һәм "нәҡ ошондай финанслау алға китеште тәьмин итергә һәләтле".
       Беренсе вице - премьер ауыл мәктәптәренең үҫеше - республик а өсөн генә түгел, дөйөм ил өсөн дә приоритет булыуын билдәләне.
       - Мәктәптәр ауылда социаль тормош үҙәгенә әүерелергә тейе ш, - тине Дмитрий Медведев. Ә Мортаза Рәхимов, үҙ сиратында, "республикала йылына 40 һәм унан да күберәк белем биреү учреждениелары төҙөлөүен һәм реконструкцияланыуын" хәтергә т өшөрҙө. Республиканың мәктәптәр төҙөү программаһы буйынса, 2 011 йылға тиклем ауылдарҙа 7387 урынлыҡ 95 белем биреү объекты төҙөү планлаштырыла.
       Мортаза Рәхимов Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫарының милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың иң һөҙөмтәле моделдәре өсөн лабораторияға әйләнергә тейешле "пилот төбәктәре" булдырыу хаҡындағы тәҡдимен хуплауын белдерҙе.
       - Беҙҙең республика ошондай майҙан була алыр ине, тине
       Башҡортостан Президенты.
       Ҡунаҡтар үҙҙәренең Башҡортостанға сәфәрен һөҙөмтәле файҙаланды. Һәм әгәр Дмитрий Медведев, Алексей Кудрин һәм Андрей Фурсенко Башҡортостандың социаль - иҡтисади үҫештә лидерлығын һәм федераль хөкүмәттең уға булышлыҡ итәсәген ( айырыуса финанс йәһәтенән) раҫлаһа, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Коновалов дәүләт менән дини ойошмалар араһында диалог булдырҙы. Рәсәй мосолмандарының үҙәк Диниә назараты б инаһында ул Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле эргәһендәге йәмәғәт советының ултырышын үткәрҙе. "Рәсәйҙә лә, округта ла
       конфессия - ара һәм милләт - ара килешеүҙең уникаль тәжрибәһенә эйә булыуыбыҙҙы оноторға ярамай. Бында, 130 -ҙан
       ашыу милләт вәкилдәре йәшәгән урында, был традициялар
       юғалырға тейеш түгел", - тип баҫым яһаны Александр Владимирович.
       450 йыллыҡты билдәләүгә әҙерлектең төп саралары планына
       килгәндә, ул республикала йәшәүселәрҙең берҙәм эшмәкәрлеге араҡһында һиҙелмәй генә финиш һыҙығына яҡынлаша. Быны Алексей Кудрин да билдәләп үтте: "Беренсе "юбилей" объектын астыҡ та инде - ул Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия - интернатының дөйөм ятағы. Һәм бының яҡшы башланғыс булыуы һиҙелә".

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал