6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Күренештәр

Беҙгә яңы канал килә
18.08.06


       Элек уҡытыусыларҙың тәртипһеҙ уҡыусыларҙы нисек итеп тәрбиәләгәндәрен хәтерәйһегеҙме: "Петров, сыҡ та, нисек тейешле, шулай итеп кире ин!" Ҡайһы ваҡыт бындай хәл кешеләр
       менән генә түгел, каналдар менән дә була икән - ошо көндәрҙ ә ТНТ телеканалы Өфө тамашасылары алдында яңынан күренде. Каналдың төбәк станциялары кураторы Анастасия Голубева "ТНТ - Өфө" телеканалының өр - яңы директоры Алексей Покало менән
       таныштырҙы.
       "ТНТ" телевизион селтәре Өфөлә 2003 йылда пәйҙә булды. Ул
       йыл, билдәле, президент вазифаһы тирәләй сәйәси ыҙғыштарға
       бай булды, һәм "ТНТ" бренды менән бергә барлыҡҡа килгән "Новый" телеканалы шунда уҡ эфирҙа кандидаттарҙың береһенең һайлау алды материалдарын әйләндерергә тотондо.
       - "ТНТ - Өфө" каналы сәйәсәт менән шөғөлләнмәйәсәк, был беҙҙең формат түгел. Беҙ реклама бизнесы, мауыҡтырғыс тапшырыуҙар менән шөғөлләнәсәкбеҙ, һеҙҙең республика имиджы буйынса эш алып барасаҡбыҙ, - тип белдергәйне июль
       аҙағында "ТНТ" телекомпанияһының генераль директоры
       урынбаҫары Игорь Ростов. Ул шулай уҡ телекомпанияның Өфө
       телестанцияһын элекке хужаһы, Мәскәүҙә билдәле банкир,
       уңмаған сәйәсмәндән тулыһынса һатып алыуы хаҡында ла хәбәр итте. Был ҡарарҙы республика етәкселеге лә хуплап ҡаршы алды , тине ул. "Беҙҙең өсөн был бик мөһим, - ти Игорь Ростов. - Хәҙер "ТНТ - Өфө" станцияһы "ТНТ" телекомпанияһына ҡарай, һә м беҙ урындағы тапшырыуҙар, реклама сюжеттары сәйәсәтен үҙеб еҙ
       билдәләйәсәкбеҙ".
       Телеканалдың яңы шефы Покало әлегә "һатыу һәм амбициялар өлкәһендәге" тәжрибәләренән башҡа бер нимә менән дә маҡтана алмай. Иң мөһиме - ул пландары тураһында ышаныслы
       итеп һөйләй белә. Бынан тыш ул мәғлүмәт йәһәтенән ҡаланың социаль проекттарына ярҙам итергә вәғәҙә бирә. Хәҙер күп
       һанлы реалити - шоуҙары һәм комедиялары менән дан тотоусы телеканал "Өфөгә, өфөлөләргә яҡыныраҡ" буласаҡ.
       Бының нисегерәк буласағын Анастасия Голубева түбәндәгесә һүрәтләй: "ТНТ" каналы күңел асыуҙан тыш, файҙалы ла. Беҙҙең
       тамашасылар - ижади һәм әүҙем кешеләр. Яңы көндәлек ярты сәғәт дауам иткән "Өфө: ҡулланыу буйынса белешмә" телепроектына бар көстө йүнәлтәсәкбеҙ. Унда ҡалала булған ваҡиғалар, төрлө яңылыҡтар тураһында һүҙ барасаҡ, әммә, тағы
       бер тапҡыр ҡабатлайым, сәйәсәткә урын булмаясаҡ".
       Әйткәндәй, генераль директор урынбаҫарына өс аҙна элек үк Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенең 450 йыллығын билдәләүгә ҡарата телеканал баш ҡала тамашасыларын нимә менән ҡыуандырасаҡ тигән һорау
       бирелгәйне.
       - Беҙ әлегә ниндәй программа һәм тапшырыуҙар буласағы, уларҙы нисек итеп әҙерләүебеҙ хаҡында һөйләй алмайбыҙ. Әммә телекомпанияның федераль әһәмиәткә эйә булған был ҙур күләмле ваҡиғанан ситтә ҡалмаясағы тураһында ышаныс менән белдерә алам, - тине Игорь Ростов.
       Яңы ҡиәфәт алған иҫке каналдың бөгөнгө перспективаларына ҡарағанда, Өфөлә уның тапшырыуҙары тәүлегенә биш ярым сәғәткә етеүе мөмкин. Был бик ҙур потенциал, әммә техник йыһазландырыу ҙа, телевизион кадрҙар етмәүе проблема тыуҙырыуы ихтимал.
       Шуға күрә Голубева, хужаның вәкиле булараҡ, ҡорамалдарға инвестиция, йәки кәм тигәндә лә Өфөлә ТНТ - ны ҡабул итеү сифатын яҡшыртыуҙы вәғәҙә иткәс, журналистар коллегалары өсөн ихлас шатланыу тойғоһо кисерҙе.
       Өфө телевизион баҙарында тиҙ арала финанс һөҙөмтәләргә ирешеү йәһәтенән шикләнергә урын бар. Бына Ростов та уның иҫәпләүҙәре буйынса Өфө телебаҙары Рәсәй ҡалалары араһында и ң бәләкәйе булыуы сәбәпле борсолоу белдерә. Быйыл ул ни
       бары алты миллион доллар тәшкил итә, Екатеринбургта иһә, мәҫәлән, 27 миллион доллар, Һамарҙа - 20 миллион. Хәйер, "ТН Т - Өфө" директор йөҙөндә, күп өлөшө яңы телеканалға тура киләсәк телереклама үҫешенә өмөт бағлай. Олег Яровиков фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал