6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ғәжәйеп ағас - уҫаҡ
18.08.06


       Урманға бәшмәк йыйырға барғанда, мин һәр ваҡыт беренсе
       сиратта аҡ ҡайын йәки һомғол уҫаҡ янына ашығам, сөнки тап ошо ағастар төбөндә төрлө бәшмәктәр "көтөүен" осратырға була . Хатта гөрөздә, һарыҡ бәшмәге, аҡ бәшмәк кеүектәре лә уларғ а
       яҡыныраҡ урынлашырға тырышыусан.
       Бына был юлы ла мине тотош бер уҫаҡ урманы тәбрикләй. Байрам кейемдәре кейгән, барыһы ла бер тигеҙ һалдаттарҙай теҙелгән ағастар үрә ҡатҡан. Хатта был тиклем хөрмәтләүгә уңайһыҙ ҙа булып китә: улар түгел, иҫ киткес рухи ләззәт биреүсе урманды мин үҙем тәбрикләргә тейешмен бит...
       Уҫаҡ. Был ағастың исемендә үк ниндәйҙер һағыш һәм сер йәшеренгән кеүек. Даль һүҙлеген асайыҡ: "Горькая осинушка, проклятое дерево, на нем Иуда повесился, и с тех пор она дрожит"...
       Ысынбарлыҡта иһә уҫаҡ ботағы тәбиғәте буйынса бик нәҙек һәм һығылмалы, шуға күрә уҫаҡ япрағы еңелсә ел иҫеүенә лә
       ҡалтырай.
       Был ағас тураһындағы шомло тарихҡа ҡарамайынса, уны аҡларға тырышып ҡарайыҡ. Ә уҫаҡ ағасы тураһында бик күп нимә
       һөйләргә мөмкин.
       Уҫаҡ - кире энергияны үҙенә тартыусы ағас. Боронғо ваҡытт а
       ул яуыз рухтарҙы ҡыуа тип һаналған. Шуға күрә уны йорт тирәһенә ултыртҡандар.
       Әүермәндәргә һәм вампирҙарға ҡаршы көрәштең дә иң яҡшы ысулы - уҫаҡ ҡаҙыҡ. Уҫаҡ менән элемтә аураны зарарлы йоғонтоларҙан таҙарта. Магияла уҫаҡ үлемдән һаҡлаусы ағас булып һанала, был ағас менән аралашыу күңелгә ауыр ваҡытта
       ярҙам итә.
       Түбәндәге факт та ҡыҙыҡлы. Баҡһаң, күп йылдар элек уҫаҡта н
       төҙөлгән йорт стеналары бөгөн дә үҙенең ныҡлығы, аҡлығы һәм
       таҙалығы менән хайран ҡалдыра икән. Балта бындай ағастан ҡаҡлығып тора. Ныҡлығы буйынса ул ылыҫлы ағастан да арттыра.
       Тәжрибәле оҫталар төрлө хужалыҡ ҡорамалдары өсөн тотҡасты шулай уҡ уҫаҡтан эшләргә тырыша. Дөрөҫ, уның бер сере бар, бының өсөн олоно һут менән тулған йәш уҫаҡ кәрәк. Ул күләгәлә киптерелә, һөҙөмтәлә бик ҡаты һәм шул уҡ ваҡытта еңелгә әйләнә.
       Был ағастың мөһим үҙенсәлеге уның гигиеналы, таҙа, аҡ булыуы, дымдан ҡурҡмауы һәм ярылмауында. Бына ни өсөн сиркәү көмбәҙҙәрен һәм ҡоҙоҡ бураларын, йорт түбәләрен һәм аш ҡалаҡтарын уҫаҡтан эшләгәндәр икән... Төньяҡта ағас эше оҫталары эшләгән соборҙарҙың түбәләре көмөш төҫлө ялтырап
       тороу үҙенсәлегенә эйә булыуын да билдәләп китмәйенсә булмай - был оҫталарҙың эш өсөн көҙгө һутҡа тулышҡан ағасты файҙаланыуына бәйлелер, күрәһең.
       Хәҙер инде ағастың дауалау үҙенсәлектәренә күсергә ваҡыт етте. Тағы Владимир Далдең һүҙлеген асабыҙ. "На осину заговаривают лихорадку и зубы: вырезав треугольник из коры ( во имя Отца и Сына и Святого Духа), трут им десны до крови и прикладывают опять на свое место. Коли ноги сводит, то кладу т осиновое полено в ноги, а от головных болей - в голову...Ч тобы капуста не перекисла, кладут в нее осиновое полешко..."
       Ҡуяндар, ҡоралайҙар, мышылар йәш уҫаҡ ҡабығының үҙҙәре өсөн шифалы үҙенсәлектәрен күптән асыҡлаған инде, ул хайуандарға ҡаты һыуыҡтарҙа көс бирә һәм дауалай.
       Британия ауылдарында уҫаҡты температура төшөрөү һәм сөйәлдәрҙе бөтөрөү өсөн файҙаланғандар. Беҙҙә уҫаҡ ҡайыры һәм бөрөләренең төнәтмәһе быуындар һыҙлағанда, ревматизм, подагра, артрит, бөйөр ауырыуҙары, тоҙ ултырғанда, цистит, г астрит, геморрой, простатит ауырыуҙары менән яфаланыусылар ҡуллана. Уҫаҡ ҡабығы төнәтмәһе шулай уҡ аппетитты асыусы,
       теш һыҙлауын, эс китеүен баҫыусы ысул булараҡ та
       файҙаланыла.
       Әйткәндәй, уҫаҡ, шулай уҡ тал һәм тирәк ҡайырынан тәбиғи аспирин эшләргә мөмкин. Йәғни, Рәсәй сит илдәрҙән һатып алған дарыу беҙҙең урмандарҙа үҫеп ултыра тип әйтергә мөмкин . Рецебы бик ябай. Әйтелгән ағастарҙың береһенең ҡайырын ныҡ
       итеп онтарға кәрәк. Был онтаҡ иҫ киткес шифалы үҙенсәлектәр гә эйә, ул бауырҙы дауалай, холецистит, панкреатит, гепатитт ан алмаштырғыһыҙ сара булып тора. Температура юғары булған ваҡытта бер сәй ҡалағы ҡабыҡ онтағын бер стакан һыу менән эсеү етә.
       Әммә уҫаҡтың иң төп ҡаҙанышы - уның быуат ауырыуы һаналған
       шәкәр диабетын дауалауҙа уңышлы файҙаланылыуындалыр, моғайын. Ошоға бәйле бер миҫал килтереп китеү урынлы булыр. Үткән йылда баҡсалаш күршем ауырыуға дусар булды. Ҡарап тороуға мыҡты кәүҙәле ир кеше күҙ алдында бирешә башланы, туҡтауһыҙ һыу эскеһе килә һәм бик ныҡ тирләй ине. Врачҡа мөрәжәғәт итеп анализдар тапшырғас, ҡанындағы шәкәрҙең
       норманан өс тапҡыр артыҡ булыуы асыҡланды. Бер һүҙ менән
       әйткәндә - шәкәр диабеты. Бер нисә ай дауаханала ятып сыҡты , инсулин ҡабул итте, әммә ауырыуы көсәйгәндән көсәйҙе...
       Быйыл яҙ баҡсаға килгәс, ҡатынынан һаҡ ҡына Георгийҙың һаулығы хаҡында һораштым.
       - Ана ул, түбә ремонтлап йөрөй...
       Ҡулына сүкеш тотҡан Георгийҙы күреп бик ныҡ ғәжәпләндем.
       - Хәҙер төшәм! - тип шат яңғыраны күршемдең тауышы.
       Дөрөҫөн әйткәндә, мин барыһына ла әҙер, тик күршемде һау - сәләмәт осратыуыма бер ҙә ышанмай инем. Һораулы ҡарашымды күреп, Георгий үҙенең тарихын һөйләп бирҙе. Ауырыуға ҡаршы төрлө ысулдарҙы ҡулланып та файҙаһы теймәгәс, ул бер кешенең
       кәңәше буйынса уҫаҡ ҡайырында туҡтала. Дауаны былай итеп әҙерләй. Йәш уҫаҡ ҡабығын туҡмас кеүек кенә киҫкеләп киптерә , һуңынан 20 грамм сеймалға ҡайнаған һыу ҡоя, төнәтмә яһай һ әм көн буйына, ашағанға тиклем, 700 грамм төнәтмәне эсеп бөт ә. Ярты йыл тирәһе ваҡыт үткәс, анализдар тапшырғандан һуң, ул үҙе бик ныҡ аптырай, үҙенән дә бигерәк врачтарҙы аптырауға һала: ҡандағы шәкәр тейешле нормаға килгән... Әммә күршем
       был тылсымлы эсемлекте ҡабул итеүен бөгөн дә ташламай...
       Бына шундай ғәжәйеп ағас ул - уҫаҡ. Һәм уның тағы ла күпм е серҙәр һаҡлауын, күпме сихәт килтерәсәген кем генә белә...

Леонид Соколов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал