6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Туғанлыҡ" - төрки телле донъя йәме
18.08.06


       - Республика театрҙары ғына түгел, тамашасыларыбыҙ ҙа ҙур түҙемһеҙлек менән көткән ваҡиға - дүртенсе Халыҡ - ара "Туғанлыҡ" төрки телле театрҙар фестивале башланыуға аҙ ғына
       ваҡыт ҡалып бара, - тип башланы һүҙен "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев. - Бында беҙ бөгөн
       фестивалде үткәреүгә әҙерлек тураһында һөйләшеүгә
       йыйылдыҡ.
       "Туғанлыҡ" исеме уға осраҡлы рәүештә генә бирелмәгән. Фестивалдең маҡсаты ғәҙәти практикала даими рәүештә ижади тәжрибә менән уртаҡлашыу мөмкинселегенән мәхрүм булған төрлө республика театрҙары осрашып, үҙҙәрен берҙәм театр
       организмының бер өлөшө итеп тоя һәм "сәнғәт буйынса туғандар" рәтендә үҙҙәренең тотҡан урынын баһалай алһын өсөн
       мөмкинселек тыуҙырыуға ҡайтып ҡала.
       "Туғанлыҡ" фестиваленең тыуған йылы - 1991 - се йыл. Ул ваҡытта илдәге хәл - торош үтә ҡатмарлы ине: Рәсәй айырым дәүләттәргә тарҡалыу алдында тора, һәм күптәр быны беҙҙең
       халыҡтарҙың күп йыллыҡ дуҫлығы һәм татыулығына янау тип ҡабул итте. Был контекста "Туғанлыҡ" фестивален ойоштороу үҙ ваҡытында эшләнгән, мәҙәни - тел тамырҙары буйынса туғандаш халыҡтарҙы берләштереүсе гуманистик акция булып торҙо.
       Фестиваль барлыҡҡа килеп, бер нисә йыл үткәндән һуң, унда
       Төрки телле илдәрҙең мәҙәни бәйләнештәре буйынса ТЮРКСОЙ ха лыҡ - ара ойошмаһы ла ҡатнашты. Артабанғы фестивалдәр беҙҙә 1996 - сы һәм 2000 - се йылдарҙа үткәрелде. Һәм бына, алты йыл үткәс, беҙ тағы ла был ваҡиғаға әйләнеп ҡайтабыҙ, у л Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеү билдәһе аҫтында үтә.
       Быйылғы "Туғанлыҡ" ғәйәт ҙур ваҡиға, театраль форум, ул барлыҡҡа килгәндән башлап Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә үткәрелә. Фестиваль Башҡортостан Республикаһының ғына түгел, дөйөм төрки иленең визит карточкаһына әйләнде ти п
       әйтергә була. Ул 12 - 19 сентябрҙә үтәсәк, сарала РФ төрки телле субъекттарының, шулай уҡ сит илдәрҙән килгән төрки телле театр коллективтары сығыш яһаясаҡ. Быйыл беҙ 13 республика һәм дәүләт вәкилдәре килеүен көтәбеҙ.
       "Туғанлыҡты" асыу тантанаһы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, ябыу - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында планлаштырыла. Унда
       Мәҙәниәт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡ
       етәксеһе Михаил Швыдкой ҙа килергә йыйына. Ул БР Хөкүмәт
       Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов менән бергә фестивалде әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетын е тәкләй.
       Төрлө номинациялар буйынса иң яҡшы театр коллективтары һайланасаҡ. Еңеүселәр аҡсалата премия менән наградлана, Гран
       - при, шулай уҡ башҡа ҡатнашыусылар менән бергә, фестиваль эмблемаһы төшкән панно менән бүләкләнәсәк.
       Бынан тыш, "Туғанлыҡ" фестиваленә билеттарҙың бик үк ҡыйбат булмауы сараға йәштәрҙе лә йәлеп итер тигән өмөттә ҡалабыҙ. Дөйөм алғанда иһә фестиваль сиктәрендә театрҙарҙың спектаклдәрен алты меңдән ашыу кеше ҡарар тип күҙаллайбыҙ.
       Төрки телле театрҙың үҙенсәлектәре, үҙ йөҙө булыуын билдәләргә кәрәк. Әммә башҡа илдәрҙең театрҙары менән аралашмайынса һәм бөтә донъя тенденцияларынан тыш, театрҙың тулы ҡанлы тормош менән йәшәй алмауы ла дөрөҫлөккә тап килә. Улар менән берлектә үҫешкәндә лә, беҙ үҙенсәлектәребеҙҙе, этник йөҙөбөҙҙө һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ. Андрей Старостин фотоһы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал