6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Йәштәргә - йәшел ут
18.08.06


       "Башҡортостан Республикаһында тәүге бизнес - йәй - 2006" - студенттарҙы һәм бизнесмендарҙы бер түбә аҫтына йыйыусы тәүге фестиваль. Тәжрибә менән уртаҡлашыр өсөн. Эйе - эйе! Илдең "төп кадрҙар резервы" - республиканың алдынғы
       вуздарында белем алыусыларҙан эшҡыуарҙар ҙа күп нимәгә өйрәнә ала. Юҡҡа ғына фестиваль БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары асс оциацияһының "Йәштәр - Башҡортостан Республикаһының бизнес - потенциалы" программаһы сиктәрендә тормошҡа
       ашырылманы бит, ә уның ойоштороусылары ролендә БР Йәштәр сә йәсәте буйынса дәүләт комитеты, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы һәм Бөтә донъя йәш лидерҙар һәм
       эшҡыуарҙар федерацияһы (JCI) сығыш яһаны.
       Был тарих Павловка һыу һаҡлағысы ярындағы йәмле "Урман" туристик базаһында башланды. Тышта июль аҙағы, йә эҫе булып китә, йә ямғыр ҡоя...
       - Бәлки һауа торошо бик үк шәптән булмағандыр ҙа. Ул беҙг ә ни бары өс йылы көн бүләк итте, артабан һыуыҡ елдәр иҫә башланы. Уның ҡарауы аралашыу бик тә ҡыҙыҡлы булды, ваҡыт
       һиҙелмәй ҙә үтте, - тип һөйләй унда ҡатнашыусылар. - Аралаш а башлағас беҙ аҙналыҡ осрашыуҙар йомғағы буйынса эштәр
       артабан да дауам итәсәген аңланыҡ. Буласаҡ һәм инде өлгөрөп
       еткән эшҡыуарҙар өсөн сираттағы "Бизнес - Йәй" үҙен оҙаҡ
       көттөрмәйәсәк. Ул ваҡытта инде көндәр йылы торор тип өмөтләнәбеҙ.
       - Фестиваль бик шәп ойошторолған, беҙ бында баһалап
       бөтөргөһөҙ тәжрибә тупланыҡ. Павловкала үҙебеҙгә бик күп дуҫтар таптыҡ. Ә иң мөһиме - үҙеңдә шәхес үҫешен тойоу! - ти (JCI) сенаторы Галина Муштриева, студенттар Ирина Пензина, Айгөл Рафиҡова һәм Екатерина Гагина ( ӨДНТУ), Александр Шумских (ӨЮИ) һәм башҡалар. - Бер - береңә ярҙам, берҙәмлек,
       команда рухы хакимлыҡ итте бында! Фестиваль ҡурҡыуҙарҙы артта ҡалдырып, хаталарҙа өйрәнә башларға ярҙам итте. Унан тыш яҡшы кәйеф тә ҡалдырҙы.
       Фестивалде ойоштороусылар иҫәбенән булған Алһыу Хузиева һәм Динә Туҡтарова проектта ҡатнашыу өсөн Павловка һыу һаҡлағысына Шотландиянан махсус рәүештә халыҡ - ара дәрәжәһендәге белгес Скотт Джонстон саҡырылыуы хаҡында бәйән итте. Уның тренингтарында йәштәр һөҙөмтәле коммуникация күнекмәләренә эйә була, дискуссияларҙа һәм "түңәрәк өҫтәлдәрҙә" ҡатнаша.
       - Уның тренингтарында иң оҡшағаны - аралашыуҙағы барьерҙарҙы алып ташлау, комплекстар өҫтөндә эш. Мәҫәлән, аралашып бармаусы кешегә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә нисек итеп күп һ андағы кешеләр менән танышырға Ә беҙ булдырҙыҡ. "Ҡул ҡыҫышыу" һәм "Контакттар биржаһы" тренингтары уйын формаһында үтте, шуға күрә еңел һәм күңелле булды. Скотт - и ҫ киткес асыҡ, изге күңелле, мөләйем кеше. Супер - профессио нал, харизмаға эйә, шул уҡ ваҡытта унан кешеләргә ҡарата һөй өү бөркөлә. Ул беҙҙең тренингтан көткән өмөттәребеҙҙе аҡланы, ижади мөхит тыуҙыра алды, - тип һөйләй "Йәш гвардия"Берҙәм Рәсәй" штабы начальнигы Руслан Ғиззәтуллин һәм студентка
       Мария Лапук.
       - Скотт Джонстон миңә шунда уҡ оҡшаны. Уның семинарҙарында мин үҙем өсөн ымдар телен астым һәм уны файҙаланыу буйынса практик күнекмәләр алдым. Уның тормошта һәм бизнеса кәрәге т ейәсәгенә ышанам, - ти БДПУ студенткаһы Гөлнара Сәлихова.
       Бынан тыш, студенттар һәм эшҡыуарҙар өсөн фестиваль сиктәрендә БР АОП Советы рәйесе, БР Президенты эргәһендәге с тратегик эшләнмәләр үҙәге етәксеһе Андрей Назаров, Өфө ҡалаһы ҡала округы советы рәйесе урынбаҫары Ольга Одинокова һәм башҡа популяр шәхестәр ҡатнашлығында "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо. Унан һуң булған "Контакттар биржаһы" бизнес - берләшмә вәкилдәре һәм студенттар араһында танышлыҡ булдырырға һәм киләсәктә үҙ - ара эшмәкәрлек тураһында килешеүҙәр төҙөргә ярҙам итте.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал