6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Өфөлә "төҙөүселәр килешеүе" юҡ
18.08.06


       - Өфөлә беренсел торлаҡ баҙары, Мәскәү баҙарынан айырмалы
       рәүештә, икенсел баҙар артынан килә, ә киреһенсә түгел. Был ,
       кем әйтмешләй, "төҙөүселәр килешеүе" булмауын - төҙөүселәрҙең яңы торлаҡҡа хаҡтарҙы яһалма рәүештә көйләмәүен дәлилләүсе билдә булып тора. Өфөлә яңы торлаҡҡа хаҡтар "вторичка" хаҡтарынан ҡалыша, - ти "Эксперт" күсемһеҙ
       милек агентлығы селтәре аналитигы Айгөл Степанова.
       Тик ни өсөн яңы торлаҡ "тотонолғанынан" арзаныраҡ һуң Айгөл Степанованың фекеренсә, бының яуабы бик ябай.
       Беренсенән, яңы торлаҡ "ҡаралама" вариантында килә, йәғни
       уға биҙәү эштәре үткәрелмәгән. Ә был фатирға күсеп тыныс
       ҡына көн күрә башлар өсөн, бөгөнгө хаҡтар буйынса, һәр квадрат метрын ремонтлауға биш меңдән ете мең һумға тиклем
       аҡса түгергә тура киләсәк.
       Икенсенән, беренсел торлаҡты файҙаланыуға тапшырғанға тиклем фатирға хоҡуҡ биреүсе документтар, йәғни дәүләт теркәүе хаҡында танытма бирелмәй. Был ярайһы уҡ хәүефле һәм "первичканың" хаҡын төшөрөргә мәжбүр итә.
       Өсөнсөнән, икенсел торлаҡҡа ипотека проценттары түбәнерәк . Шуға күрә уны һатып алырға теләк белдереүселәр ҙә күберәк.
       Ә һорау менән файҙаланыу, билдәле булыуынса, тәҡдимдәр һәм
       юғары хаҡтарҙы барлыҡҡа килтерә.
       Беренсел торлаҡтың сикһеҙ ремонт талап итеүе лә һатып алыусыларҙы артыҡ йәлеп итмәй. Яңы йорттарҙа күрше фатирҙарға күсеүҙәр оҙаҡҡа һуҙыла, һөҙөмтәлә ремонт эштәре ике - өс йыл дауам итеүе мөмкин. Был тәүге йылдарҙа яңы торлаҡта йәшәү сифатының түбән булыуына килтерә. Һәм, һөҙөмтә булараҡ, хаҡтарҙы ла кәметә.
       Хәйер, Өфөнөң беренсел торлаҡ баҙарында бер "квадраттың" хаҡы һәр кем эйә булырлыҡ тип әйтеүе ҡыйын. Мәҫәлән, бөгөнгө
       көнгә баш ҡалала яңы төҙөлөүсе йорттарҙа иң түбән хаҡтар Черниковка биҫтәһендә ( квадрат метры 31,5 мең һум тирәһе), иң ҡыйбаты - үҙәктә - Ленин, Достоевский урамдарында ( 41,4 мең һум) күҙәтелә. Был типовой йорттарға ҡағыла. Элиталы торлаҡтарға килгәндә, ҡала үҙәгендә квадрат метры 55 - 60 ме ң һум торғандары ла бар.
       Беренсел торлаҡ баҙарындағы уртаса хаҡтарҙың үҙгәреү
       динамикаһы буйынса хаҡтарҙың йәйге стабилләшеүен күрергә мөмкин. Аналитиктар күҙаллауынса, хаҡтар үҙенең иң юғары нөктәһенә етте һәм көҙөн квадрат метры 45 мең һум билдәһе тирәһендә нығынасаҡ. Артабанғы үҫеш хәүефле була башлай, сөнки беренсел торлаҡ баҙарында стагнацияға килтереүе мөмкин.
       Яңы торлаҡ ҡайҙа һатыла Тәҡдимдәр буйынса Өфө биҫтәләре араһында беренсе урында Йәшел сауҡалыҡ, башлыса алғанда, "Көньяҡ" ("Южный") биҫтәһе килә, унда 160 мең квадрат метр торлаҡ төҙөләсәк һәм файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Үҙәктә һәм О ктябрь проспектында ла төҙөлөштәр байтаҡ.
       Өфөлә торлаҡтың икенсел баҙарына килгәндә, квадрат метрға
       хаҡтар 50 меңгә яҡынлаша. Август башынан улар һиҙелерлек артты. Бөгөн ике бүлмәле фатирҙың бер квадрат метрының хаҡы бер бүлмәле фатирҙың "квадратына" яҡынлаша. Дүрт бүлмәле фатирҙарға хаҡ ете процентҡа артты - "квадрат" өсөн 44, 3 ме ң һумға тиклем. Был ҡыйбатлы торлаҡтарҙың һорау менән файҙаланыуы артыуына бәйле. Уртаса алғанда, Өфөнөң икенсел
       торлаҡ баҙарында көн һайын 1,5 мең фатир һатыуға ҡуйыла.
       Бөгөн республикабыҙ баш ҡалаһының икенсел торлаҡ баҙарында бер бүлмәле фатирҙарҙа бер квадрат метрға тәҡдим и телгән уртаса хаҡ 47, 71 мең һум, ике бүлмәле фатирҙа - 46,7 2 мең һум, өс бүлмәле фатирҙа - 41, 81мең, дүрт бүлмәле һ. б . фатирҙа - 44,3 мең һум тәшкил итә

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал