6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Һәр аяҙ сәғәт иҫәптә
18.08.06


       Кисә республика йортонда уңышты урып - йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү эштәрен үткәреү, шулай уҡ торлаҡ - коммуналь хужалыҡ объекттарын ҡышҡа әҙерләү барышы тураһында һөйләшеү булды.
       Шулай итеп, Башҡортостандың барлыҡ баҫыуҙарында ла әлеге ваҡытта бөртөклө культураларҙы йыйыу менән мәшғүлдәр, һәм республиканың бөтә райондары ла тип әйтерлек игенде һуғып йыйыу эштәренә тотондо. Әммә ямғырҙар эште бер аҙ тотҡарлай.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Шамил Вәхитов әйтеүенсә, республика буйынса бөртөклөләр сәселгән дөйөм майҙан бер миллион 652 мең гектар тәшкил итә. Кәңәшмә үткән көнгә бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар 319 мең гектарҙа йыйылған ине, был пландың 19 проценты тигән һүҙ.
       Мәләүез, Дүртөйлө, Ауырғазы, Илеш, Борай, Яңауыл, Стәрлетамаҡ райондары игенселәре ең һыҙғанып эшләй.
       Әйткәндәй, һуңғыһының эшсәндәре бер нисә йыл дауамында урып - йыйыу эштәрендә алдынғылыҡты бирмәй. Әммә дөйөм республика буйынса билдәләгәндә, эштәр йылдам бара тип әйтеүе ҡыйын. Үткән аҙнала уңыштың үҫеше көнөнә ике проценттан да артмаған.
       - Бындай тиҙлек менән урып - йыйыу эштәре тағы ай ярымға һуҙылыуы мөмкин, был да әле һауа торошо яҡшы торған хәлдә генә, - тип белдерҙе Шамил Вәхитов. - Ваҡытында эштәрҙе тамамлап өлгөрөр өсөн беҙгә тәүлегенә ете процентлыҡ үҫеш кимәленә сығырға кәрәк.
       Уңышты урып - йыя башлау һәм селектор кәңәшмәһе күрһәтеүенсә (Рафаэль Байдәүләтов ғәҙәттәгесә бар һандар тураһында ла хәбәрҙар һәм һәр райондың һәр бер комбайны буйынса тип әйтерлек хужаларҙың кәрәген бирҙе), ҡайһы бер ауыл хужалығы предприятиелары МТС машиналарына ғына иҫәп
       тотоп, техниканы йүнләп әҙерләмәгән һәм механизаторҙар менән комплектламаған. Бындай картина муниципаль райондарҙың барыһында ла тип әйтерлек күҙәтелә.
       - Баҫыуҙа эшләргә һәләтле 300 - ҙән ашыу комбайн эшкә әҙе р түгел, улар иҫәбендә ДОН - 1500 тибындағы 150 комбайн да бар , - тип өҫтәне Вәхитов һәм республиканың МТС машиналары менә н бөртөклөлөр майҙанының яртыһынан да күберәген урып
       йыя алмаясағыбыҙҙы хәтергә төшөрҙө.
       Киләһе йыл уңышы өсөн аграрийҙар 400 мең тоннанан ашыу орлоҡ һалып ҡалдырырға тейеш. Әйткәндәй, Хөкүмәттең кәңәше б уйынса, хужалыҡ - ара алмашыу ойоштороу һәм сорттарҙы яңыртыу менән шөғөлләнеү мотлаҡ. Бөртөклө культураларҙың төп
       майҙандарын Дәүләт реестрына индерелгән юғары продуктлы сорттар биләргә тейеш. Айырыуса был Башҡорт - 26 һәм Омск - 35 бойҙайына ҡағыла.
       Кәңәшмәлә ужым сәсеү тураһындағы һорау ҙа күтәрелде. Был
       культураларҙы 450 мең гектарҙа сәсеү ҡаралған, бөгөнгө көнг ә пландың 24 проценты сәселгән. Мотлаҡ рәүештә орлоҡтарҙы ағыу менән эшкәртергә һәм ашлама индерергә кәрәк буласаҡ.
       Башҡортостанда бының өсөн кәрәкле булғандың барыһы ла бар, тип билдәләне вице - премьер. Үткән ҡыш дөрөҫ һайланған майҙандарҙа сәселгән сорттарҙың яҡшы ҡышлауы һәм билдәле
       шарттарҙы үтәгәндә, яҡшы уңыш биреүен күрһәтте. Бөгөн - ужым сәсеү өсөн уңайлы ваҡыт, эште бишенсе сентябрҙән дә һуңламайынса тамаларға кәрәк, - хакимиәт башлыҡтары алдына ошондай бурыс ҡуйылды.
       Быйыл бойҙайҙың аҙыҡ - түлек фондын булдырыу, тимәк халыҡты икмәк менән тәьмин итеү нәҡ уларға, шулай уҡ элевато р һәм икмәк бешереү комбинаттары етәкселәренә йөкмәтелә. Республика етәкселәре уларға булған игенде бер аҙ тотоңҡорап , баҙарҙа хаҡтар яраҡлы булғас ҡына һатыуға сығарырға тәҡдим итте, өҫтәүенә игенгә хаҡ күтәрелә башланы ла инде.
       Уңыш йыйыу менән бер рәттән мал аҙығы әҙерләү ҙә дауам ит ә. Өс көн элек алынған мәғлүмәттәр буйынса 619 мең тонна бес ән - пландың 94 проценты, 328 мең тонна силос - 23 процент - әҙерләнгән ине, сенаж планда ҡаралғандан артығыраҡ - 113
       процент. Башҡортостандың күп кенә райондарында мал аҙығы
       әҙерләү тамамланған, тик бына Архангель, Благовар, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ишембай, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Хәйбулла һәм Шишмә райондары ғына арттараҡ ҡалып килә.
       Һөйләшеүгә саҡырылған 13 район хакимиәте башлыҡтары Байдәүләтовтың иҫкәрмәләре менән шунда уҡ килеште - Республика йортонда яңғыраған һандарҙың урындарҙағы һандар
       менән сағыштырғанда ла яңыраҡ һәм дөрөҫөрәк булыуы асыҡланды. Бында инде бәхәсләшергә йәки алдашырға урын юҡ. Б өгөн яуап биреүселәр "тикшерәсәкбеҙ", "төҙәтәсәкбеҙ", "ҡыуып
       етәсәкбеҙ", "өлгөрәсәкбеҙ" тип ышандырҙы. Әммә быларҙы эшләп өлгөрөр өсөн ваҡыт күп ҡалманы.
       - Бына һеҙ барығыҙ ҙа һауа торошона зарлана инегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте Премьер ауыл халҡына. - Әммә бына барлыҡ райондарҙа ла тип әйтерлек дүрт көн ҡоро торҙо. Тик бер нинд әй ҙә алға ынтылыш күренмәй...
       - Уңыш йыйыуҙың иң яуаплы мәле етте, тик артыҡ тырышлыҡ
       күрмәйем. Уңыш йыйыуҙың көндәлек үҫеше ете процент тәшкил и тергә тейеш булғанда, беҙ 14 августа ғына өс процентҡа сыҡты ҡ. Бик аҡрын ҡуҙғалабыҙ. Синоптиктар тынысландырырға тырышһа
       ла, - Рафаэль Ибраһим улы тәрән мәғәнәле йылмайыу менән Башгидромет начальнигы Василий Лапиковҡа ҡараны, - һауа торошона ышаныс юҡ. Һәр аяҙ сәғәтте һөҙөмтәле файҙаланырға в аҡыт. Үҫтергән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыр өсөн көстө йәлләмәйек.
       Олег Яровиков фотоһы (архив).

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал