6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Ҡон ҡайтарып булырмы
17.08.06


       Lada - 2006 Кубогы. Старттағы уңышлы сығышынан һуң "Салауа т Юлаев" турнир хужалары тарафынан тар - мар ителде. Тольятт и клубы өфөлөләргә алты шайба "бушатты", уларға яҡташтарыбыҙ
       бер гол менән генә яуап бирә алды.
       "Юлаевсыларҙың" уйыны баштан уҡ йүнле булманы. Ә бына
       "Ладаның" иһә барыһы ла тулы тәртиптә булырға оҡшай. Голкипер Фаунтин рикошеттан һуң бер генә шайба үткәреп,
       юғары класс күрһәтте. Ул ваҡытҡа иҫәп хужалар файҙаһына 5:0 ине инде.
       Өфө командаһына нимә булды һуң Сергей Михалевҡа
       шылтыратыуыбыҙҙың файҙаһы булманы, ул бер һорауға ла яуап б ирергә теләмәне.
       Матчҡа шаһит булыусылар төрлө версия тәҡдим итә: "Лада" уңайлы мәлдәрҙе тормошҡа ашырыуҙа отто, Тольятти егеттәре, ҡунаҡтарҙан айырмалы рәүештә, күпселектә шәп уйнаны һ. б.
       Версияларҙың һәр береһенең йәшәү хоҡуғы бар, әммә проблеманың асылы өфөлөләрҙең көсһөҙөрәк булыуы һәм матч судьяһының ҡаты алымдарына яраҡлаша алмауында ( бәлки,
       теләмәүендәлер). "Ладаның" яңы тренерын алҡышларға мөмкин. Уның машинаһы ҡаршы яҡта уйнаусыларҙы тапап ҡына үтә.
       Сезон алды турнирҙарында,ғәҙәт буйынса, "юлаевсылар" һәм "тольяттиҙар" уҫмаҡлашмайынса ла булдыра алманы. Матч тамамланғандан һуң, парҙарға бүлешеп сәкәләштеләр. "Ладанан"
       Конопка, Денисов, Жмакин, Кондратьев, Ворошнин сығыш яһаны.
       "Салауат Юлаевтың" намыҫын Кольцов, Бойков, Цулыгин, Волков һәм Дмитрий Макаров яҡланы. Дисциплинар штрафтар менән шулай уҡ тольяттиҙар Игорь Григоренко һәм Алексей
       Емелин наградланды.
       Был кистә өс осрашыуҙы төп алыштар иҫәбенә индерергә мөмкин. Һуғышырға яратыусы "юлаевсы" Бойков Денисов менән оҙ аҡ ҡына бейене - дөйөм фекер буйынса, ул тигеҙ иҫәп менән тамамланды. Өфөлө Цулыгин Жмакин менән сәкәләште, һәм, шаһиттар әйтеүенсә, тәүгеһенә бик ныҡ ҡына элләкән, буғай. Өфө хоккейсыларының береһе әйтеүенсә, хәл иткес мәлдә беҙҙең гренадерға судьялар ҡамасаулаған.
       Ике команданың тырышлығы менән бөтәһе 402 минут штраф ваҡыты билдәләнде.
       Икенсе тапҡыр рәттән еңеп, Тольятти командаһы ваҡытынан алда финалға сыға.
       Бөгөн өфөлөләр "Нефтехимикка" ҡаршы уйнаясаҡ. Был матчта еңеү "юлаевсыларҙы" турнир финалына алып сығасаҡ, унда инде ҡон ҡайтарыу мөмкинселеге лә барлыҡҡа киләсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал