6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәғәнә формалары

Александр Коновалов: тергеҙеү заманы етте
17.08.06


       Үткән аҙнала РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Коновалов Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты бинаһының 200 йыллыҡ тар ихында тәүге тапҡыр Волга буйы федераль округындағы ислам буйынса эш төркөмөнөң ултырышын үткәрҙе. Ул ике төп
       темаға - Рәсәйҙә ислам йолалары, йәмғиәттә толерантлыҡтың формалашыуы, шулай уҡ бөгөн Рәсәйҙә мосолман уҡыу йорттарында уҡыусыларға рухи белем биреү һәм тәрбиәләү
       мәсьәләләренә арналды.
       - Александр Владимирович, аңлатып үтегеҙсе, Рәсәй йәмғиәтенең тормошонда исламдың ролен һеҙ нисек
       баһалайһығыҙ
       - Мин эш төркөмөнөң ултырышын асҡанда әйтелгән тезистан башларға теләр инем. Ул бик мөһим һәм Рәсәй Федерацияһында к онфессиялар араһында диалог булдырыу өсөн традицион тип уйлайым. Был тезис исламдың дини конфессия, мәҙәниәт һәм традиция булараҡ роле йәмғиәт өсөн бик мөһим, һәм Рәсәй халыҡтарының күп быуатлы тарихына бәйле, тип билдәләүгә ҡайтып ҡала.
       - Бер нисә йыл дауамында дәүләт диндарҙар, шулай уҡ дини
       ойошмалар араһында бәйләнеште яйға һалыуҙа тәүәккәллек күрһәтә алманы, әммә хәҙер быны эшләү теләге барлыҡҡа килде,
       тип әйтеү менән килешәһегеҙме
       - Был йәһәттән барыһы ла бик һәйбәт һәм идеаль тип әйтеү дөрөҫлөккә тап килмәҫ ине. Һәм территорияларҙың мөфтөйҙәре м енән дә беҙ ошо темаға һөйләштек. Бының субъектив һәм объектив сәбәптәре бик күп. Һуңғы тиҫтә йылдарҙың тарихи ысынбарлығын да, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғылары иҫәбенә индерергә мөмкин. Башта СССР - ҙа барлыҡ конфессияларға ҡарата асыҡтан - асыҡ дингә ҡаршы сәйәсәт үткәрелде. Һәм бынан барыһы ла зыян күрҙе. Бөгөн беҙ шул осорҙа сәскәнде урабыҙ. Был конфессия - ара диалогтың да, дини ойошмалар һәм
       дәүләт һәм йәмәғәт структуралары араһындағы диалогтың да юғалыуында сағыла. Ошондай ситуацияның тотош илдә барлыҡҡа к илеүе хәлде тағы ла ҡырҡыулаштыра.
       - Рәсәй төбәктәрендә, беренсе сиратта Волга буйы федерал ь округында бөгөн дәүләт һәм конфессиялар араһындағы
       мөнәсәбәтте тергеҙеү процесы нисек бара
       - Мин тотош Рәсәйҙең дә, Волга буйы төбәгенең дә бер - береһен байытыусы, толерантлы, бик изге маҡсатлы, шул иҫәптән дини мәҙәниәттәрҙең күп быуатлыҡ тәжрибәһен туплаған
       киңлек булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем. Был тәжрибәне ф айҙаланмай ҡалыу бөгөн енәйәткә тиң булыр ине.
       Минең ҡарамаҡҡа бөгөн конфессия - ара диалогта һәм конфессиялар һәм дәүләт араһындағы мөнәсәбәттә ҡайһы бер проблемалар булыуына ҡарамаҫтан, нормаль, заманса, законға, традицияларға һәм халыҡ намыҫына нигеҙләнгән мөнәсәбәт төҙөү перспективаһы, һис һүҙһеҙ, бар. Иң мөһиме, барлыҡ граждандарҙың да беҙҙең илдә үҙҙәрен уңайлы тойоуы.
       - Владимир Путиндың Башҡортостан һыу тамсыһы кеүек Рәсәй ысынбарлығының барлыҡ тәжрибәһен сағылдыра, тип әйтеүе билдәле. Бөгөн республикала 130 - ҙан ашыу милләт, меңдән ашыу дини берекмәләр бар, 20 төрлө дингә табыныусылар йәшәй.
       Башҡортостанды "конфессия - ара мөнәсәбәттәр лабораторияһы" тип тә атарға буламы
       - Ысынбарлыҡта - эйе лә, юҡ та. Әгәр ҙә һүҙ тотош Волга б уйы федераль округындағы кеүек үк милләттәр өсөн төйәк булға н, милләт - ара һәм конфессия - ара сәйәсәтен аҡыл менән төҙөүҙ ең бай һәм етди тәжрибәһенә эйә булған төбәк тураһында бара икән - эйе. Шул уҡ ваҡытта мин лабораторияны нисек итеп күҙ
       алдына килтерәм: ул хәүефле тәжрибәләр үткәреү урыны, һөҙөмтәләр ыңғай ҙа, кире лә булыуы мөмкин. Әммә кешеләрҙең йәшәйеше, етди сәйәси һәм социаль процестар тураһында һөйләгәндә, бер ниндәй ҙә волюнтаризм һәм төптән уйланмаған эксперименттарға юл ҡуйылырға тейеш түгел. Һәр дини
       эшмәкәрлек төрлө сәйәсиләштереүҙәрҙән алыҫ торорға тейеш
       тип уйлайым.
       - Донъяуи һәм дини белем биреүҙең интеграцияһын нисек күҙ
       алдына килтерәһегеҙ Дини ойошмалар өсөн кадрҙар әҙерләүҙә дәүләт финанс ярҙамы күрһәтергә тейеш тип һанайһығыҙмы
       - Һис һүҙһеҙ, тейештер, тип уйлайым. Дәүләт һәм конфессияларҙың үҙ - ара мөнәсәбәте идеаллыҡтан алыҫ булыуы аңлашыла, әммә, икенсе яҡтан, бөгөн был идеалдың ниндәй
       булырға тейешлеге хаҡында бер кем дә әйтә алмай.
       Ярҙам матди яҡтан яҡтан да, ойоштороу йәһәтенән дә һиҙелерлек булырға тейеш. Мәҫәлән, ғәҙәти уҡыу йорттары дини
       мәктәптәрҙә белем биреү стандарттары буйынса башҡа
       дициплиналарҙан ярҙам итә алыр ине, әйтәйек, вуз белгестәренең ярҙамы файҙалы булыуы мөмкин. Был иһә
       йәмғиәттең киләсәктә әхлаҡи үҫешендә үҙ һөҙөмтәләрен бирәсәк.
       Икенсе яҡтан, мин Рәсәйҙә мосолмандарҙың да,
       христиандарҙың да донъяуи теологик белем биреү системаһы көсәйергә тейеш тип иҫәпләйем. Күп нимә вәғәҙә итмәйем, әммә
       быны хәл итеүҙең билдәле юлдары табыла башланы.
       - "Барлыҡ конфессияларға ла тигеҙ һәм тиң ҡараш" тураһындағ ы тезис менән ризалашаһығыҙмы Бөгөн властың "яратҡан" һәм
       "яратмаған" конфессиялары булыуы хаҡында йыш ишетергә тура килә.
       Минеңсә, конфессиялар менән үҙ - ара мөнәсәбәт һәм контак т тарихи традицияларға нигеҙләнергә һәм традицион конфессияларҙың һәм башҡа, бәлки, Рәсәй өсөн бик үк традицион булмаған конфессияларҙың да тотҡан урынын һәм, ярашлы рәүештә, өҫтөнлөклөгөн иҫәпкә алырға тейеш. Нисек кенә өгөтләһәләр ҙә, мин үҙемдең округтағы мосолмандарға,
       әйтәйек, "Брахма Кумарис"сектаһына тартылыусыларға йәки бахаизм йүнәлешендәгеләргә ҡарағанда яҡшыраҡ йәки насарыраҡ мөнәсәбәттә була алмайым.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, күп быуаттар дауамында үҙҙәрен күрһәтеп, был процеста Рәсәй халыҡтары тарихына үрелеп үҫкән  диндәргә өҫтөнлөк бирелергә тейеш. Был минең ныҡлы
       ҡарашым. Һәм был осраҡта мин демократик хоҡуҡтар һәм
       иректе быуыусы булып сығыш яһайымдыр тип уйламайым.
       Мин интернетта үҙем тураһында христианлыҡ, православие өлкәһенә өҫтөнлөк биреп, Волга буйы федераль округы мосолмандарына "төкөрөп ҡарауым" тураһында уҡығаным бар. Һәм бының буш һүҙ, бик үк намыҫлы булмаған кешеләрҙең сафсатаһы икәнен шунда уҡ әйтә алам. Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ, тәғәйенләнгән һуң минең ижтимағи - сәйәси эшмәкәрҙәр
       араһынан тәүге осрашҡан кешем РФ Мосолмандарының Диниә
       назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин булды, беҙ оҙаҡ әңгәмәләштек. Полпредлыҡтың тәүге аҙнаһында уҡ мин Ҡазан ислам университетында булдым. Һәм беҙҙең мосолмандар м енән ихтирамға ҡоролған тигеҙ хоҡуҡлы диалог алып барыуыбыҙға тағы ла күп миҫалдар килтерергә була.
       Эйе, дәүләт һәм конфессиялар араһында мөнәсәбәт ябай түге л. Иң мөһиме - был диалогтың ике яҡтың да хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, әхлаҡты тергеҙеү теләге менән алып барылыуы. Бөгөн емереү йәки башҡа ниндәйҙер деструктив хәрәкәттәр түгел, тергеҙеү, ижад итеү заманы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал