6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Өс тигеҙ иҫәп - еңелеүҙең бер өлөшө
17.08.06


       Октябрьскийҙа ҡыҙыҡлы матч буып уҙҙы. Бөгөнгө көнгә илде ң һәм Башҡортостан Республикаһының иң көслө командаһына Башҡортостан һәм Рәсәйҙең асыҡ команда чемпионатында иң көсһөҙ тип һаналған команда ҡунаҡҡа килде. Оҫталыҡ кимәле һәм уҙышсыларҙың тәжрибәһе буйынса Стәрлетамаҡтың "Меткор" к омандаһы "Лукойл" менән тиңләшә алмай. Был уҙышҡа тиклем хуж алар бер осрашыуҙа ла бирешкәне, ә ҡунаҡтар - бер тапҡыр ҙа еңгәне булманы.
       Һөҙөмтәлә, көтөлгәнсә, ҡунаҡтар тар - мар ителде - 65:25. Уҙыштарҙың һәр береһендә финишҡа беренсе булып Октябрьский мотоуҙышсыһы килде. Икенсе һәм өсөнсө урындарға ярышта стәрлетамаҡтарҙың ярайһы уҡ һөҙөмтәле көрәшеүен билдәләргә кәрәк. Беренсе, өсөнсө һәм етенсе уҙышта улар хатта өс тапҡыр тигеҙ иҫәп булдырыуға ла иреште. "Меткорҙарҙың" тәү ҡарамаҡҡа бик үк ҙур булмаған был һөҙөмтәһен ҡаҙаныш тип әйтергә мөмкин, сөнки командаларҙың о ҫталыҡ айырмаһы артыҡ ҙур.
       "Меткор" командаһында етешәр мәрәй йыйған Альберт Мәҡсүтов һәм Леонтий Старостин үҙҙәрен иң яҡшылары итеп күрһәтте. Хужаларҙа иң уңышлыһы Денис Ғиззәтуллин булды - мөмкин булған 15 мәрәйҙең барыһы ла уның иҫәбендә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал