6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Уны Наполеон ҡотҡарған
16.08.06


       Бөгөн, 16 августа, Өфө тимер юл оҫтаханалары эшсеһе, дәүл әт һәм партия эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы Тимофей Степанович Кривовтың вафат булыуына 40 йыл тула ( 1886 йылда
       тыуған).
       Уның исеме илдең барлыҡ тарихи энциклопедияларына, шул иҫәптән "Башҡортостан" энциклопедияһына ла ингән.
       Миңә 1966 йылда Тимофей Степанович менән уның Мәскәүҙәге фатирында осрашыу насип булды. Унан һуң яҙған очеркым "В. И.
       Лениндың Башҡортостандағы илселәре" китабында баҫылып сыҡты. Уҡыусыларға 40 йыл элек әҙерләнгән очерктан өҙөк тәҡдим итәм.
       "Большевикты үлем язаһына хөкөм итәләр. Ә уға ни бары 26 йәш.
       ... Округ судының рәшәткәләр менән ҡапланған тәҙрәһенән йонсоу Өфө күге ҡарай. Өҫтәлдә - йәшел буҫтау. Уның сағылышы
       суд рәйесе, генерал - майор Алексеевтың йөҙөнә төшә. Ул ғыжылдаҡ тауышы менән бер тонда һуҙыуын белә:
       - РСДРП - ға ҡарағанлығы, хәрби дружиналар ойошторғаны һә м уларҙың эшендә ҡатнашҡаны, 1905 - 1907 йылдарҙа эшселәрҙе ң ҡораллы сығыштарында ҡатнашҡаны өсөн ... Кривов Тимофей Степанович аҫып үлтереүгә хөкөм ителә.
       1912 йылдың октябрь айы. Ғәҙәти көн. Өфө урамдарында быҫҡаҡлап ямғыр һибәләй. Октябргә, "Аврора" залпына тиклем Рәсәйгә әле тағы ла биш йыл атларға кәрәк.
       Әле күптән түгел генә төрмәлә Тимофейҙың көрәштәше Иван
       Якутов үлем язаһына тарттырылған ине. Һәм бына - уның сират ы. Тәүге йоҡоһоҙ төн үтә. Икенсеһе. Бер кешелек камера иҙә не арҡырыһынан буйына тапалған. Тиҙҙән хөкөмдө тормошҡа ашырыу көнө лә етәсәк. Өмөтһөҙлөк тойғоһо ла түгел, уйланғанды эшләп бөтөрмәү үкенесе йәнде ашай. Лениндың ныҡ и теп ҡулын ҡыҫыуы һәм әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә:
       - Беҙ батша хөкүмәтенә ҡаршы ҡурҡыныс алышҡа индек, ул беҙҙең аранан иң яҡшыларын тартып аласаҡ...
       Өфө төрмәһендә "тимер" закондар. Үлем язаһына бында төнөн
       алып сығалар. Тик төнөн генә. Һәм ҡапыл көтмәгәндә тәүге ҡо яш нурҙары менән бергә ишек шығырлап асыла:
       - Кривов, сыҡ!
       Төрмә һаҡсыһына яуап булып тыныс һәм мыҫҡыллы һүҙҙәр яңғырай:
       - Нимә, төн етмәй башланымы әллә Көндөҙ аҫаһығыҙмы.."
       1966 йылдың мартында мин Т. С. Кривовҡа Өфөнән паровоз ремонтлау заводының проходнойы алдынан һындырып алынған өс тал ботағы алып килдем. Ботаҡтарҙағы бөрөләр тулышҡан: яҙ . Әммә һиҙелер - һиҙелмәҫ яҙ еҫенә завод төтөнө еҫе лә өҫтәл гән. - Рәхмәт, - Тимофей Степанович тулҡынлана. - Тимәк, былар беҙҙеке, Өфөнөкөләр Хәҙер беҙ уларҙы вазаға ҡуябыҙ... Ҡотлауығыҙ өсөн рәхмәт...
       Бер бәйләм ҡағыҙ араһынан ул бер нисә хат һәм телеграмма тартып сығара.
       "Һеҙҙе юғары хөкүмәт наградаһы - Социалистик Хеҙмәт Герой ы исеме бирелеүе, Ленин ордены һәм "Ураҡ һәм Сүкеш" Алтын
       миҙалы тапшырылыуы менән ҡотлауыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ", - тип яҙа комсомолецтар, Өфөнөң Совет районының революция һәм хеҙмәт ветерандары.
       - Ә бына был телеграмма заводтан, минең заводымдан!
       Хаттар, хаттар, хаттар. Грамоталар һәм телеграммалар.
       - Барыһына ла яуап яҙып өлгөрә алмағаныма Өфөләге иптәштәр үпкәләмәһен, - ти Т. С. Кривов. - Улар өсөн иң йылы һәм ихлас һүҙҙәр тапҡым килә. Өфө минең йәшлегем үткән ҡала
       бит...
       Йәшлек ҡалаһы...
       Иҫке Еремкино ауылынан килгән йәш егетте Өфө бер ҙә иркәләп
       ҡаршы алмай. 1902 йылдың октябрь айында Тимофей тимер юл оҫ таханаһына слесарь өйрәнсеге булып урынлаша. Тоҙло тир, устарындағы ҡанлы һөйәлдәр менән таба ул икмәген. Етәкселектең шелтәләре һәм мыҫҡыллауҙары эшселәрҙең кешелек дәрәжәһен кәмһетә.
       Әммә Тимофейҙың социал - демократтар араһында тәүге иптәштәре барлыҡҡа килә. Йәшәүе ҡыҙығыраҡ була башлай. Таһыллы, башлы егет партия ҡушҡанын күңелен биреп башҡара. Э шселәрҙең инструмент йәшниктәрендә листовкалар табыла. Уларҙы Тимофей Кривов ырғыта.
       Листовкалар почта йәшниктәрендә лә табыла. Ҡул ҡуйыу ҡағыҙы буйынса хәрби дружина өсөн ҡоралға аҡса йыялар. Кистәрен Тимофей кеүектәр йәшерен урынға йыйылып, үҙҙәре бомба, гранаталар - "македонкалар" - эшләй. Егет был эште "отличноға" үҙләштерә...
       Ошо ваҡытта ул шаҙрараҡ, монголға оҡшап торған бер кешегә
       иғтибар итә. Ул бик күп һөйләргә яратмай. Әммә килеп инеүе була, уның тирәләй халыҡ йыйыла. Якутов фамилиялы был кеше эшселәрҙең тормошон аңлай, улар менән һөйләшә, үҙе артынан
       эйәртә белә.
       1905 йыл. Ҡыш етеүе менән революцион хәрәкәт көсәйә төшә.
       9 декабрҙә граната һәм револьвер менән ҡоралланған Тимофе й Кривов оҫтахана проходнойында тора, йыйыу цехында Иван Якутов етәкселегендә митинг үтә.
       Ҡала был ваҡиғаны, Кривов кеүектәрҙең хәүефле йәшлеге тураһында хәтерләй. Завод идаралығы бинаһында ҡуйылған мемориаль таҡта эшселәрҙең тәүге ҡораллы сығышы хаҡында
       һөйләй.
       Ғәйебе дәлилләнмәүе сәбәпле Тимофей Степановичты төрмәнән с ығаралар, әммә оҫтаханаларҙа эшләү хоҡуғынан мәхрүм
       итәләр.
       Партия ҡушыуы буйынса, большевик Т. С. Кривов Өфөлә, Златоуста, Аҡтүбәлә, Иркутскиҙа йәшерен эш алып бара. Мещан Василий Яковлев паспорты менән сит илгә сыға. Һәм унда 1910
       йылда тәүге тапҡыр Владимир Ильич Ленин менә осраша һәм әңгәмәләшә.
       Бер йылдан тағы ла Рәсәй. Тик был юлы исеме икенсе - Николай Башкиров. Партия ҡушҡан бурыстары ла ҡатмарлыраҡ. Әммә Петербургта - ҡулға алыныу, Петропавловка нығытмаһы һәм Өфөлә хәрби суд. Хөкөм билдәле: аҫып үлтереү.
       Уны язаламайҙар. Большевикка... Наполеон ярҙам итә. Рәсәйҙ ең Наполеон ғәскәрҙәрен еңеүенә йөҙ йыл тулыу хөрмәтенә амнистия иғлан ителә. Яза сикләнмәгән каторга менән алмаштырыла.
       Азат ителгәндән һуң көрәштәштәре уны Мәскәүҙә ҡалырға
       өгөтләй. Әммә ул тыуған яғына тартыла. Март айында йәшлеге һәм революцион көрәштең тәүге йылдары үткән Өфөгә әйләнеп ҡайта. Тағы ла тимер юл оҫтаханаларына бара. Большевиктар менән бергә меньшевиктарҙы фашлай, эшселәрҙе революцияға әҙерләй.
       Октябрь революцияһынан һуң Урал эшсеһе Т. С. Кривов партияның унынсы съезында Үҙәк Контроль комиссияһы составына һайлана.
       Йылдар үтә. Һәм съездарҙың һәр береһендә Тимофей Степановичты партияның етәксе органдарына һайлайҙар. Ул Владимир Ильичты йөҙәр тапҡыр күрә, уның сығыштарын тыңлай, ҡушҡандарын үтәй.
       Дәүләттең бик мөһим эштәре менән мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, В. И. Ленин көрәштәштәренең сәләмәтлеге тураһында ла онотмай.
       1922 йылдың башында Оргбюро ултырыштарының береһендә
       А. Д. Цюрупа В. И. Ленинға "Кривов хәл өҫтөндә ята" тип яҙы п бирә. Ул Тимофей Степановичтың туберкулез ауырыуы көсәйеүен күҙ уңында тота.
       Владимир Ильич Кривовты тиҙ арала сит илгә дауаланырға оҙатырға ҡуша.
       Бер нисә айҙан Тимофей Степанович үҙен байтаҡҡа яҡшыраҡ тоя башлай. Ә 1932 йылда үпкәләрендәге каверналар уңала.
       ... Беҙ Тимофей Степановичтың Мәскәүҙәге Кравченко урамындағы фатирында ултырабыҙ. Сал сәсле, ябыҡ, ул үҙенең тормошо, Ленин менән осрашыуҙары хаҡында бәйән итә. Ә ҡулдары бер ҙә буш тормай: йә ҡағыҙ киҫәген әйләндерә, йә икмәктән йомғаҡтар әүәләй. Минең ҡарашымды тойоп, ул былай т ип аңлата:
       - Каторганан ҡалған ғәҙәт. Туғыҙ йыл буйына аяҡтарҙа туғы ҙ ҡаҙаҡ, ҡулдарҙа - дүрт ярым ҡаҙаҡ тимер йөрөттөм. Февраль революцияһына тиклем.
       Фатир тәҙрәһенән яҙғы ҡояш ҡарай. Асфальтта һыҙылған
       шаҡмаҡтарҙа ҡыҙҙар һикерә, күңелле шау - шыу...
       Ә Тимофей Степанович ауырый. Уны ҡаты йүтәл йонсота. Әйләнгән һайын шаҡмаҡ плед аҫтында ял итергә тура килә, ҡалтырата.
       Уның хатта сирләргә лә ваҡыты юҡ. Илдең барлыҡ
       мөйөштәренән уға хаттар ағыла.
       Адресаттарҙың береһенә булһа ла яуап яҙыр өсөн ул тағы ла өҫтәл артына ултыра.
       ... Беҙ Т. С. Кривов менән март айында осраштыҡ, шул уҡ 1 966 йылдың авгусында "Правда" гәзите Тимофей Степанович Кривовтың вафат булыуы хаҡында хәбәр итте.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал