6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Бер ҡоштоң ике ҡанаты
16.08.06


       Сабыр аҡыл эйәһе Мостай Кәрим Татарстан һәм Башҡортостан халыҡтарын ышаныслы рәүештә шулай тип атаны. Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Федерация субъекттары араһында дуҫлыҡ һ әм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылыуына бөгөн 15 йыл тула. Һәм уның союз договорына ҡул ҡуйыуға әҙерлек шарттарында башҡарылыуы, һәм бары тик проектта ғына ҡалған союз документынан айырмалы рәүештә, тулыһынса тормошҡа ашырылыуы хаҡында бөгөн ҙур ышаныс менән белдерә алабыҙ.
       Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһының 53 с убъекты менән мөнәсәбәттәрен килешеү нигеҙендә төҙөй - 61 хөкүмәт - ара килешеү булдырылған. Дүрт йылдан һуң, 1995 йылда, ике республика парламенты ла хеҙмәттәшлек итергә килешә. Быға тиклем закондар сығарыу нигеҙендә Башҡортостан һәм Татарстанды яңы Рәсәй составында үҙаллы үҫеш юлының 1990 йылда һайланыуы берләштерә ине. Ике ай ғына айырма менән ике төбәк тә Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итте. Ул йылдарҙа, эске союз кооперацияһының тарҡалыу осоронда, төбәк - ара хеҙмәттәшлек ауыр үҙгәртеп ҡороуҙар аш а үтте. Нәҡ Рәсәй төбәктәре араһында горизонталь бәйләнештәр
       үҫеше илдәге ситуацияны яйға һалды һәм ысын мәғәнәһендәге федерализмды барлыҡҡа килтерҙе.
       Беҙҙең туғандаш республикаларыбыҙ араһында үҙ - ара мөнәсәбәт һәр ваҡыт болотһоҙ ғына булмауы аңлашыла. Башта
       ниндәйҙер спорт ҡомары ла һиҙелә ине - кем күберәк, тиҙерәк , арыраҡ... Татарстан да, Башҡортостан да стартта уҡ төп социа ль - иҡтисади күрһәткестәр һәм федераль ҡаҙна өсөн донор төб әк
       булараҡ тәүге ун төбәк исемлегенә инде. Хәйер, ике яҡта ла төрлө хәбәрҙәр йөрөткән "ҡыҙыу баштар ҙа" табылды. Әммә ике төбәктә лә тигеҙ дәүләт идаралығы баштағы ярыш рухын хәл ителмәгән уртаҡ проблемаларҙы һәм үҙ - ара интеграциянан асылған мөмкинселектәрҙе аңлауға алып килде.
       Башҡортостан һәм Татарстан араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү артабан 1997 йылдың 10 авгусында ҡул ҡуйылған Договорҙа үҫеш алды. Һәм бына, ниһайәт, 2001 йылдың 16 авгусында, ике республика президенттары төрлө өлкәлә хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙарын тағы бер тапҡыр раҫлаусы Меморандумға ҡул ҡуйҙы. Шул уҡ көндө республика хөкүмәттәре башлыҡтары Башҡортостан һәм Татарстандың нефть - газ - химия комплекстарын төбәк - ара интеграциялау тураһындағы Килешеүгә ҡултамғаларын ҡуйҙы.
       Меморандумға ҡул ҡуйыу тантанаһынан һуң үткән матбуғат
       конференцияһында президенттар 1991 йылғы килешеүҙең үҙ тарихи ролен үтәүе, республикаларҙың яңыртылған федератив Рәсәй составындағы килешеү мөнәсәбәттәре - ваҡыт ҡушыуы, демократияның иң мөһим күренештәренең береһе булыуын
       билдәләне.
       Башҡортостан һәм Татарстандың нефть республикалары булыуы Рәсәйҙә барыһына ла бик яҡшы билдәле. Башҡортостан үҙ хазиналарын үҙләштереүҙе күршеһенән алда, әле 30 - сы йылдарҙа уҡ башланы. Совет танкылары башҡорт нефтендә Берлинға инде, артабан илдең сәнәғәте тергеҙелде. Беҙҙең нефтселәр ғәйәт ауыр шарттарҙа беренселәрҙән булып Көнбайыш Себер ятҡылыҡтарын үҙләштерҙе. Һәм тупланған тәжрибәләре менән туғандарса "татар" коллегалары менән
       уртаҡлашты. Нефть табыуҙың яңы технологияларын, яңы
       ятҡылыҡтар асыу һәм үҙләштереү ысулдарын башҡорт ғалимдары һәм инженерҙары "Татнефткә" тапшырырға ашыҡты. Неф ть фәне буйынса тығыҙ бәйләнештәр бөгөн дә дауам итә. Бөгөн Башҡортостан нефтте күршеһенә ҡарағанда аҙыраҡ күләмдә таба, әлбиттә. Уның ҡарауы, Татарстанда беҙҙәге кеүе к ҡеүәтле нефть химия комплексы юҡ.
       Әммә ике республиканы нефть кенә бәйләмәй, әлбиттә. Беҙҙе ң Нефтекама автобустарын ( уларҙың шәжәрәһендә "татарҙар" ҙа
       бар) Өфө һәм Стәрлетамаҡ урамдарында ғына түгел, Рәсәйҙең күп кенә ҡалаларында, шул иҫәптән Яр Саллы һәм Ҡазанда күрергә мөмкин. Ике республиканың да авиаприбор төҙөүселәре ТУ - 124 самолеттары, башҡа изделиелар етештереүҙә лә хеҙмәттәшлекте арттырырға ниәтләй.
       Ике республиканың ғилми мәктәптәре бер - береһенә яҡын. Ү ҙе тирәләй фән нигеҙен формалаштырыусы, бик күп белгестәр тәрбиәләп сығарыусы ( уларҙың күптәре Башҡортостанға эшкә килә) Ҡазан университетын хөрмәт итмәү мөмкин түгел. Ә һуңғы
       50 йылда Өфө нефть институты (бөгөн Өфө дәүләт нефть техник
       университеты ) татар нефтселәре өсөн Мәккәнең үҙенә әйләнде . Барлыҡҡа килеүҙәренең тәүге көндәренән үк әлегә йәш булға н Фәндәр академияларыбыҙ тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Уларҙың тармаҡ институттары араһында фәндең айырым йүнәлештәре буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр булдырылған. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институттары ла бер - береһенән айыры м эшләй алмай, әлбиттә.
       Сағыштырыуҙарҙы артабан да дауам итергә булыр ине. Бөгөн Башҡортостан менән Татарстан хеҙмәттәшлек итмәгән өлкә юҡтыр, моғайын. Татарҙар Башҡортостан йәшәйешенең барлыҡ
       өлкәләрендә лә ҡатнаша. Республиканың башҡа милләт вәкилдәре менән бер рәттән улар уртаҡ хеҙмәт һөҙөмтәһендә булдырылған байлыҡтар менән бер тиң файҙалана. Борондан халыҡтар дуҫлығына өйрәнгән (бында һәр өсөнсө никах - ҡатнаш ) күп милләтле төбәк өсөн был шул тиклем тәбиғи, шуға күрә кадрҙар буйынса ниндәйҙер иҫәп алып барылғаны юҡ һәм булмаясаҡ та.
       Республикала йәшәүсе 15 халыҡ телендә милли белем биреүҙең уникаль системаһы булдырылған. Башҡортостанда йәшәүсе балалар өсөн рус, туған тел һәм сит илдәрҙең береһен
       белеү мотлаҡ. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов
       синыфта өс кеше булһа ла туған телен өйрәнергә теләк белдер ә икән, тимәк уны уҡытыу ойошторолорға тейеш, тип һәр ваҡыт әйтә килә. Һөҙөмтәлә, әгәр ун йыл элек 171,5 мең татар балаларының 40 процент тирәһе генә туған телен өйрәнһә, бөгө н 202, 5 меңдән - 60 процент тирәһе үҙ телендә белем ала. 19 93 йылда Өфөлә өс мәктәптә генә татар телен өйрәнергә мөмкин ине, үткән йылдан башлап уларҙың һаны 85 - кә етте. Татар те ле уҡытыусыларының һаны был ваҡыт эсендә ике тапҡыр артып, бөгөнгө көнгә 1400 - ҙән ашыу тәшкил итә.
       Был ваҡыт эсендә республикала татар сәнғәте, башлыса алғанда, театр сәнғәте һиҙелерлек үҫеш алды. Башҡортостанда
       ике татар театры эшләй. Республикала бөтәһе 47 татар халыҡ коллективтары иҫәпләнә. Республика етәкселеге республика һәм
       дөйөм Рәсәй күләмендәге ҙур сараларҙы ойоштороуҙа булышлыҡ күрһәтә. 1991 йылдан башлап йыл һайын Татарстандың Мәҙәниәт министрлығы менән бергә башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурстары, гүзәллек
       конкурстары уҙғарыла. Туғандаш республикалар - Башҡортостан , Татарстан һәм Сыуашстандың дуҫлыҡ фестивалдәре аша төрки
       халыҡтарын яҡынайтыу идеяһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Волга буйы һәм Уралдың күренекле әҙәбиәт һәм сәнғәт вәкилдәренә татар шағиры, патриот, Башҡортостандың данлыҡлы улы Фәтих Кәрим исемендәге премия тапшырыла.
       Татар телендә 28 республика, ҡала һәм район гәзит һәм
       журналдары ( сағыштырыу өсөн: башҡорт телендә 29, рус телендә - 61) баҫыла. БР китапханаларында татар телендәге китаптар фонды бөгөн бер миллионға яҡын экземпляр тәшкил итә.
       Мортаза Рәхимов бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеүенсә, Татарстан һәм Башҡортостандың бөгөнгө көнгә өлгәшкән интеграцияһы элек бөтә дәүләт кимәлендә генә хәл ителгән мәсьәләләрҙе лә хәл итергә мөмкинселек бирә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал