6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Баш ҡаланың 62 педагогы алтын премия аласаҡ
16.08.06


       Өфөнөң 22 мәктәбенә "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә һәр б ереһенә бер миллион һум күләмендә Рәсәй Президенты гранты та пшырыласаҡ. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә
       журналистар менән осрашыу ваҡытында ҡала округы хакимиәте б ашлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов ошондай ҡыуаныслы
       яңылыҡ менән уртаҡлашты.
       Сынтимер Биктимер улы билдәләүенсә, еңеүсе мәктәпкә грант
       үҫеш, лаборатория ҡорамалдары һәм программалар менән тәьмин ителеш, уҡыу бүлмәләрен модернизациялау, педагогик квалификация кимәлен арттырыу өсөн бирелә.
       Әммә матди - техник базаны ғына нығытыу белем биреү сифатына ҡағылышлы проблемаларҙы тулыһынса хәл итмәй, унда т өп ролде уҡытыусы уйнай. "Мәғариф" проектында уға лайыҡлы ур ын бүленгән. Мәҫәлән, быйылғы йылдың ғинуар айынан башлап ба ш ҡаланың 4457 синыф етәксеһе бер мең һум өҫтәмә түләү ала башлай. Баш ҡаланың иң яҡшы тип табылған 62 педагогы 100
       мең һум тәшкил иткән Президент премияһына лайыҡ булды. Улар, Өфө хакимиәте мәғариф идаралығы начальнигы Азамат Сәйфуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙҙәренең эшендә заманса п едагогик концепциялар һәм технологиялар файҙалана һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешә, уларҙың предмет олимпиадаларында ҡ атнашыусы уҡыусылары ла быны раҫлай.
       Педагогтар премияны Уҡытыусы көнөндә аласаҡ. 13 процент тәшкил иткән һалымдарҙан тыш, ҡулға 87 мең биреләсәк.
       Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар милли проекттың м әғариф лидерҙарын дәртләндереүе Рәсәй мәғарифының иң яҡшы йолаларын һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереүгә булышлыҡ и тә тип һанай. Шулай уҡ Иглин һәм Нуриман райондарында үткән Республика кәңәшмәһендә яңғыраған теләктәр менән килешеп, улар балаларҙы тәрбиәләү һәм ата - әсәләр менән эш алып бары у өсөн уҡытыусыларға ғына түгел, балалар баҡсаһы һәм ясле хеҙмәткәрҙәре, түңәрәктәр һәм спорт секциялары педагогтары, мәктәп китапханасылары, балалар йорттары педагогтарына ла аҡсалата бүләкләүҙәр булдырыу кәрәклеген билдәләне. Бынан тыш проектта инновацион программаларҙы уңышлы
       файҙаланыусы мәғариф үҙәктәре, балалар баҡсалары, махсус һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларының ҡатнашыуы
       хаҡында ла һүҙ алып барылды. Һәм бында милли проектты тормошҡа ашырыуҙа бизнес - структураларҙы һәм сәнәғәттең эшлекле даирәләрен йәлеп итеү айырыуса мөһим.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал