6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ҡайнамаған һыу эсмә - һарғайырһың...
16.08.06


       Республиканың Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында йәшәүсе
       16 кеше А гепатитына шик менән дауалау учреждениеларына урынлаштырылды. Тикшереү барышында медиктарҙың хәүефтәре раҫ ланды, һәм бөгөнгө көндә зыян күреүселәр дауалау курсы үтә, уларҙың ауылдаштарына ҡарата һаҡлыҡ саралары күрелә - ауыл халҡын иммунлаштырыу, йорттарҙы дезинфекциялау һәм санитар - ағартыу эштәре үткәрелә. Араларында 18 йәшкә тикле м 11 бала ла булған сирлеләрҙең хәле әлеге ваҡытта еңел һәм уртаса ауырлыҡта тип баһалана.
       Күңелһеҙ ваҡиға, әммә уны хәл иткеһеҙ ситуация тип әйтеп булмай - үткән йылда Түбәнге Новгородта А гепатитының көсәйеүе сәбәпле, дүрт меңдән ашыу кешенең дауаханаға эләгеүен дә иҫкә төшөрөү етә. Әммә ул үҙенсәлекле иҫкәртеү булып тора, һәм был ваҡиғаға иғтибар бирмәү эпидемиология йәһәтенән еңел аҡыллылыҡҡа тиң булыр ине.
       Кисә БР Хөкүмәте эргәһендәге санитар - эпидемияға ҡаршы комиссия ағзалары Рәсәй ысынбарлығына хас булған кем ғәйепле һәм нимә эшләргә тигән һорауҙарға яуап эҙләне.
       Роспотребнадзор белгестәре үткәргән тикшереү тәүге сығанаҡты шунда уҡ асыҡланы - сирлеләр барыһы ла ҡайнамаған һыу эскән. Әммә был ғына түгел, төп сәбәпте тәрәндәнерәк эҙләргә кәрәк. Ауылды һыу менән тәьмин итеү Кейекбай ауыл советы муниципаль берәмеге хакимиәте балансындағы һыу үткәргес иҫәбенә башҡарыла. Әммә һыу үткәргестә ремонт һәм технологик эштәр башҡарыу, эсәр һыу сифатын контролдә тотоу кеүек үк, муниципалитет яуаплылығына инмәгән, күрәһең.
       Һыу менән тәьмин ителеш сығанағы - шишмә - бөтөнләй төҙөкләндерелмәгән. Унда һыу резина гофрировкалы шлангынан а ға, ә был санитар нормалар буйынса тыйыла. Һыу алыу территорияһы ла аяныслы хәлдә, тирә - яҡ һаҙлыҡҡа әйләнеп бөткән, сүп үләндәре баҫҡан. Колонкалар тирәләй асфальт түшәлмәгән, бысраҡ һыу ағып ята. Һыу үткәргес торошона ҡарағанда, А гепатитының 16 осрағы - сәскәләр генә, эҙемтәлә ре күпкә ҡурҡынысыраҡ булыуы ла ихтимал ине, тигән уйға киләһең.
       16 кешенән тыш, етәкселәр ҙә "зыян күргән" - муниципалите т башлығы һәм Иҫке Собханғол торлаҡ - коммуналь хужалығы
       начальнигы вазифаһын башҡарыусыға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Тикшереү
       материалдары Бөрйән районы прокуратураһына тапшырылған. Әммә яза биреү саралары - проблеманы хәл итеү юлы түгел, тип билдәләне ултырышта ҡатнашыусылар. Өҫтәүенә Ғәҙелгәрәйҙәге о сраҡ үҙенсәлекле индикатор ролен уйнай - райондарҙа йәшәүселәрҙе яҡшы сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы проблемалар бар тигән һүҙ.
       Хәйер, ауыл халҡына ла түбәндәге һорауҙы бирге килә. Үҙ
       - үҙеңде һаҡлау инстинкты уларға шикле сығанаҡтарҙағы һыуҙы ҡулланыуҙың эҙемтәләре насар булыу ихтималлығы тураһында әйтмәйме икән ни Әллә быны аңлау өсөн күмәкләп һары ауырыуынан яфа сигергә кәрәкме
       Был һорауҙың хаҡы бик ҙур. Шуға күрә уны кисектергеһеҙ хә л итергә кәрәк. Халыҡтың һаулығында экономиялау - енәйәткә т иң, өҫтәүенә бындай хәлде иҫкәртеү еңелерәк тә, арзаныраҡҡа ла төшә.
       Республикала һуңғы бер нисә йылда эпидемиологик хәлдең
       тотороҡло булыуын билдәләп үтергә кәрәктер, моғайын - һуңғы тиҫтә йылда Башҡортостанда етенән 21 кешегә тиклем А вируслы
       гепатит менән ауырыуҙың 19 осрағы теркәлгән. Әммә, БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, санитар - эпидемияға
       ҡаршы комиссия рәйесе Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә, был ауырыуҙың йылдан - йыл теркәлә килеү факты хәүефләндерә.
       Шуға күрә тиҙ арала һыу менән тәьмин итеү системаларын паспортлаштырыу саралары үткәрергә, ер өҫтө һәм ер аҫты һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтарын санитар һаҡлау буйынса мотлаҡ
       санитар - эпидемиология талаптарын үтәү буйынса яуаплы кешеләрҙе билдәләргә, барлыҡ селтәрҙәрҙе тейешле санитар - техник хәлгә килтерергә кәрәк.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал