6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Өфө аэропорты - Рәсәй буйынса иң яҡшы унау иҫәбендә
15.08.06


       Рәсәй аэропорттары рейтингында "Өфө" халыҡ - ара аэропорт ы һигеҙенсе урынды биләй. Аэропорттарҙың 2006 йылдың тәүге яртыһындағы эш йомғаҡтарын тикшергәндән һуң, "РусАэро - Инфо" мәғлүмәт - аналитика агентлығы белгестәре ошондай һығымтаға килде. Йола буйынса Рәсәйҙә август айының өсөнсө йәкшәмбеһендә үткәрелгән Һауа флоты көнө алдынан, "Өфө" халыҡ - ара аэропорты директорының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Таһир Мөхәмәтшин журналистар мен ән осрашты.
       Бөгөн Өфө аэропортында Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл йыл тулыуын билдәләүгә арналған ҙур үҙгәртеп ҡороу бара. Бөгөнгө көндә әле 1964 йыл да уҡ төҙөлгән беренсе терминал һүтелгән: 2001 йылда халыҡ -
       ара терминал асылғандан һуң уны "иҫке" тип йөрөтә башланыла р. Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн реконструкция барған бинаның һул өлөшө файҙаланыла: һуңынан бында багаж бүлеге урынлашасаҡ. Таһир Мөхәмәтшин билдәләүенсә, пассажирҙар үткәрелгән эштәрҙең мөһимлеген аңлай һәм ҡайһы бер
       уңайһыҙлыҡтарға иғтибар итмәҫкә тырыша. Проект буйынса эске
       авиалиниялар терминалы халыҡ - ара терминал менән тоташтырыласаҡ. Эс яҡта кафе, магазиндар, бизнес залы һәм һөйләшеүҙәр залы барлыҡҡа киләсәк. Яңы бинаны пассажирҙар өсөн лифттар һәм эскалаторҙар, көтөү зонаһын аэродром менән тоташтырыусы дүрт шыуҙырмалы трап менән йыһазландырыу ҡарала. Ҙур реконструкция һөҙөмтәһендә аэровокзал майҙаны ике тапҡырға ҙурайып, 12 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Пассажирҙарҙы үткәреү һәләте сәғәтенә 400 - ҙән 600 - гә тик лем артасаҡ.
       Шулай уҡ аэропорттың ҡунаҡханаһы ла үҙгәрештәр кисерә, яң ы яғыулыҡ - майлау материалдары склады һәм ресторан төҙөлә. Аэровокзалдың яңы комплексында барлыҡ биналар бер үк архитектура стилендә ҡороласаҡ. Аэрлпорттың төп өлөшө булған аэродромға килгәндә, бында самолеттарҙы ҡуйыу урыны
       киңәйтелә, һауаға күтәрелеү - төшөү урындары ремонтлана, заманса яҡтылыҡ техникаһы ҡуйыла. Реконструкцияны тамамлау 2007 йылдың йәйенә планлаштырыла.
       Үҙгәртеп төҙөүҙәргә тотонолған сығымдар ҙур булыуына
       ҡарамаҫтан, аэропорт барлыҡ күрһәткестәр буйынса тип әйтерлек һөҙөмтәләрен арттырыуын дауам итә. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың тәүге яртыһында 3530 осош яһалған, был 2005 йылдың шул уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда дүрт процентҡа күберәк. 450 меңгә яҡын пассажир хеҙмәтләндерелгән, был үткә н йылдың ошо уҡ ваҡыты менән сағыштырғанда 15,7 процентҡа күберәк. Аэропорт хеҙмәтләндереүе менән 25 авиа йөк ташыусы
       файҙаланған, уларҙың бишәүһе - сит илдәрҙеке. Алты ай йомғаҡтары буйынса аэропорттың саф табышы 10, 09 миллион һум тәшкил иткән.
       - Бынан тыш беҙҙең персонал һәм бюджет алдында бурысыбыҙ
       юҡ, - тип белдерҙе Мөхәмәтшин.
       Бөгөнгө көнгә аэропорттың штатында 1800 кеше иҫәпләнә: ярты йыл элек үткән акционерлаштырыу персоналдың ҡыҫҡарыуына килтермәгән. Киреһенсә, улар арта төшкән, был, мәҫәлән, һаҡ хеҙмәткәрҙәренә ҡағыла: пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Ошо
       уҡ маҡсатта яҡын арала автомобилдәрҙе ҡуйыу урынын
       аэровокзалдан тағы ла 20 метрға "шылдырыу" планлаштырыла, тип белдерҙе Таһир Мөхәмәтшин.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал