6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Баш гаишник юлға сыға
16.08.06


       Октябрьский автомобилселәре, шулай уҡ был ҡала аша үтеүсе
       барлыҡ водителдәр ҙә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Башҡортостандың баш гаишнигына мөрәжәғәт итә ала. Кесаҙна көнө, 17 августа, БР Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ
       идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов халыҡ менән аралашырға ниәтләй. Ул Октябрьский стационар милиция пункты бинаһында ҡабул итәсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың ЮХХДИ матбуғат хеҙмәтендә. Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе һ еҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе тыңларға һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирергә әҙер. Ҡабул итеү сәғәт 11.00 - дә башлана.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал