6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Баш ҡалабыҙ баҡсаға әйләнәсәк
15.08.06


       Совет әҙәбиәте классигына эйәреп, япон архитекторҙары Өфөнө "баҡса - ҡалаға" әйләндерергә иҫәп тота. Улар үҙ эштәр ен Ағиҙел йылғаһының көньяҡ битләүенән башланы: Халыҡтар дуҫлығы йортоноң проекты төҙөлдө, битләүҙең ландшафты планлаштырылды, һуңынан инде эште тотош ҡалаға йәйелдерергә ҡарар ителде.
       Әммә Өфөнө донъя архитектураһының саф ынйы бөртөгөнә әйләндереү өсөн (бының өсөн барыһы ла: үҙенсәлекле ландшафт та, бай тарих та, тәбиғи төҙөлөш материалдары ла, средство л а етерлек) башта донъя тәжрибәһенә мөрәжәғәт итеү кәрәк. Шуғ а
       күрә быйыл сентябрь айында Өфөлә "Евразия Т - экополисы. Архитектура һәм ҡала төҙөлөшөндә инновациялар" тип аталған Халыҡ - ара конференция үтәсәк.
       Нимә һуң ул "Т - экополис" Алдағы йылдарҙа тормошобоҙға тығыҙ үтеп инеүен көтөргә мөмкин булған уйлап сығарылған төшөнсә ул. Был технополис - үҫешкән индустрия һәм тәбиғәтте ң бер - береһен тулыландырып үҫешкән, архитектураһы халыҡтың
       уңайлы һәм тирә - яҡ мөхит менән берлек тойоп йәшәүенә, тир ә - яҡ мөхитте һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән ҡала тигәнде аңлат а.
       Былар барыһы ла форумдың эмблемаһында сағылыш таба: ер ша рын һүрәтләүсе эллипс өлөшөндә йәшел япраҡ һүрәтләнгән. Аҫтараҡ Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарының хәтерләтеүсе
       өс һыҙат үтә.
       Конференция - япон архитекторҙары һәм БР Хөкүмәтенең урта ҡ проекты. БР Президентының халыҡ - ара архитектура форумы үткәреү тураһындағы указына быйылғы йылдың июль айында ҡул ҡ уйылды, уға әҙерлек тулы көсөнә бара. 2 августа ойоштороу комитетының тәүге ултырышы үтте, унда форумдың программаһы, саралар планы, ҡунаҡтарҙың исемлеге кеүек һорауҙар ҡаралды.
       Әйткәндәй, конференцияла Рәсәй, Япония, Ҡытай, Корея, Ғәрәп Әмираттары, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Әзербайжан, Австрия,
       Германияның рәсми кешеләре һәм ҙур төҙөлөш һәм архитектура компаниялары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. 500 ҡатнашыусының 250 - һ е - Рәсәй төбәктәре һәм сит ил дәүләттәре вәкилдәре.
       Форумға республиканың төҙөлөш комплексы тураһында рус, инглиз һәм япон телендә фотоальбомдар, башҡа төр полиграфия продукцияһы әҙерләнәсәк.
       Конференцияла шулай уҡ Евразияла транспорт системаһы киң йәйелгән ҡалаларҙың халыҡ - ара селтәре үҫеше, тирә - яҡ мөхитте тергеҙеү һәм һаҡлау, иҫкергән сәнәғәт системаларын реконструкциялау, ҡалаларҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫы һәм
       яңы туристик инфраструктуралар булдырыу кеүек проблемалар
       ҡараласаҡ.
       Форум БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһында үтәсәк.
       Ике көн дауамында - 15 һәм 16 сентябрҙә ( 14 - килеү һәм теркәү үтеү көнө) конференцияла ҡатнашыусылар "Дәүләт һәм төбәк үҫешендә яңы йүнәлештәр", "Евразияла транспорт һәм туристик инфраструктура үҫеше", "Экологик үҫешкә йүнәлеш
       тотоусы бөгөнгө ҡалалар образы", "Тирә - яҡ мөхиткә йүнәлтелгән һыу һәм үҫемлек дизайны", Тарихи мираҫ һәм
       мәҙәниәттәрҙең күп төрлөлөгө", "Туризм һәм тормоштоң урбанистик стиле" темаларын төрлө позицияларҙан сығып тикшерергә планлаштыра.
       Шулай ҙа, ни өсөн был форумды үткәреү урыны итеп нәҡ Өф ө һайланған
       Был һорауға Японияның Кео университеты профессоры, ойоштороу комитетының бөгөн үткән икенсе ултырышында ҡатнашыусы Ричи Мияке тулы яуап бирҙе.
       Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө географик һәм сәйәси йәһәттән
       отошло урын биләй. Ҡала көнбайыш һәм көнсығыш мәҙәниәте киҫелешендә урынлашҡан һәм Европа - Азия юлында әһәмиәтле "сатҡа" әйләнеүе ихтимал. Өфөлә Европаның ҡаты стиле һығылмалы көнсығыш стиле менән ҡушылып килә. Өфө йолаларға б ай, уның һауаһы үҙе үк тарих менән һуғарылған. Һәм ҡаланың бай тәбиғәт фонында үткәнде киләсәк менән яңы, үҙенсәлекле архитектура мөмкинселектәре аша берләштерергә мөмкн.
       Ричи Мияке билдәләүенсә, архитектура конференцияһы Өфөнө
       донъя ҡалалары системаһына интеграциялау һәм Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенең 450 й ыллығын билдәләүгә арналған тантаналар алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһын халыҡ - ара әһәмиәткә эйә булған ҡалаға әйләндереү маҡсаты менән үткәрелә.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал