6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Байрамдар

Яңы йыл проблемаһын хәл итәйек: кемгә нимә бүләк итергә
31.12.03


       Яңы йыл байрамдары яҡынлаша, уның менән бергә һәр бер ебеҙҙе яҡындарыбыҙға нимә бүләк итергә тигән һорау борсой. Уны нисектер хәл итергә була әле, ә бына ниндәй бүләк алырға
       теләр инегеҙ тигән һорауға өфөлөләр түбәндәге яуаптарҙы бир ҙе.
       - Ой, белмәйем, ул турала уйлағаным юҡ әле,- булды иң тар алған яуап.
       - Нимә тураһында хыялланаммы Белмәйем... Барыһы ла бар шикелле.
       Әгәр барыһы ла бар икән, ниңә йөҙөгөҙ сирылған һуң тип
       һорағы килә лә бит... Кемгәлер видеомагнитофон, кемгәлер йө рәк формаһындағы шар булһа ла ярай. Иң мөһиме бүләк ихлас к үңелдән эшләнгән булһын. Тик шул саҡта ғына ул, уның хаҡына ҡарамай, ҡәҙерле һәм хәреҙә ҡалырлыҡ буласаҡ.
       Ә бына белгестәр фекеренсә, бүләк символик роль уйнай һәм
       кешенең икенсе кешегә әйтер һүҙҙәрен, сағылдырыр тойғоларын
       еткерергә тейеш. Бына мин һорашҡан байтаҡ кешеләр ҙә аныҡ ҡ ына байрамға ниндәй бүләк көтөргә икәнлеген аныҡ ҡына әйтә а лманы. Шулай ҙа яҡын туғандарыңа, дуҫтарыңа бүләккә нимә һа йлайым икән тип артыҡ баш ватаһы юҡ. Сөнки иғтибарлы дуҫтар уларҙы нимә шатландырасағын алдан белеп тора. шуға ла , бере нсе сиратта, файҙалы әйберҙәр алмаҡсылар. Ата - әсәләр, аға й һәм апайҙар аҡса бүләк итеүҙе хуп күрә - әйҙә, йәндәре тел әгән нимәне һатып алһындар.
       Әммә шуға ҡарамаҫтан, бүләк һайлау -ул ысын мәғәнәһендә сәнғәт. Арзан хаҡҡа алынған ябай ғына әйберҙе лә, тәрән мәғә нәғә төрөп тапшырырға була бит.
       Әйҙәгеҙ, "Яңы йыл байрамына ниндәй бүләк алырға теләр ине геҙ" тигән һорауға бирелгән яуаптарҙы тыңлап ҡарайыҡ.
       - Маймыл алғым килә!
       - Ҡосаҡ -ҡосаҡ сәскәләр!
       - Ҡиммәтле хушбуй.
       - Тарихи романдар йыйынтығы.
       - Санаторийға барғым килә!
       - Икеләтә отпускы!
       - Яңы ир!
       Күрәһегеҙме, нисә кеше шунса фекер, ярылып ятҡан теләкт әр төрлөлөгө. Шуға ла яратҡан кешегеҙгә, яҡын дуҫтарығыҙға, туғандарығыҙға шатлыҡ бүләк иткегеҙ килә икән, ең һыҙғанып э шкә тотноғоҙ. Тырышмай, башты эшләтмәй, быға ирешеү мөмкин т үгел. Балаларҙы ла бәләкәстән алып яҡындарҙы шатландырыу кә рәклегенә өйрәтер кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал