6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Алябьевтың ижадында башҡорт темалары
15.08.06


       Сәнғәт фәне кандидаты Людмила Петровна Атанова - "Башҡорт
       музыкаль фольклорын өйрәнеүселәр һәм тикшереүселәр"
       монографияһының авторы. Унда күренекле рус композиторы Александр Александрович Алябьевтың ( 1787 йыл, 15 август - 1851 йыл, 22 февраль) ижади биографияһының яңы биттәре асыла. Уның исеме беҙгә популяр "Һандуғас" романсы буйынса
       таныш. Әммә ул шулай уҡ алты оперетта, балет, йөҙләгән бик матур романстар ҙа яҙған. Композиор төрлө халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың да фольклоры менән бик ҡыҙыҡһынған. Лю дмила Петровна М. И. Глинка исемендәге музыкаль мәҙәниәт музейында Алябьевтың ҡулы менән яҙылған ете Ырымбур көйөн
       эҙләп табыу бәхетенә ирешә. Улар нота ҡағыҙы биттәрендә яҙылған. Көйҙәрҙең береһе - Салауат Юлаев тураһындағы йырҙың
       варианты.
       Петербургта, Дәүләт театр, кино һәм музыка институтында,
       шулай уҡ Алябьевтың "Азиат йырҙары" тип аталған нәшер ителмәгән вокаль циклының ҡулъяҙмаһы һаҡлана. Цикл дүрт йырҙан тора, уларҙың икәүһе - башҡорт йырҙары.
       "Азиат йырҙары" батша йәберенә дусар ителгән композиторҙың яҙмышында ҙур роль уйнаған генерал Василий Алексеевич
       Перовскийға арналған.
       Композиторҙың яҙмышы фажиғәле була. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Денис Давыдовтың дуҫы, Пушкин һәм декабристарға яҡын булған Алябьев отставкаға сыға. Мәскәүҙә, Санкт - Петербургта йәшәй. Муызыкаль Пушкинианаға башланғыс һала. А. С. Пушкиндың шиғырҙарына Алябьев егермеләп романс я ҙа. Һәм бына уға нахаҡ ғәйеп тағалар, кәрт уйыны ваҡытында үлтереүҙә ғәйепләйҙәр.
       Суд тикшереүе өс йыл дауам итә. Ғәйепләү раҫланмай. Әммә батша Алябьевты барлыҡ хоҡуҡтары һәм дворян исеменән мәхрүм итеп, Себергә оҙатырға бойора. Һуңынан ул дауаланыу өсөн Төньяҡ Кавказға барырға рөхсәт ала. 1833 йылда Алябьев составына Башҡортостан да ингән Ырымбур крайына оҙатыла. Бында хәрби губернатор вазифаһын үҙен талантлы кешеләр менән уратып алған генерал - лейтенант Перовский башҡара.
       Композитор Перовскийҙың канцелярияһында хеҙмәт итә, уға артыҡ эш йөкмәтелмәй, хатта ижади ялдар ҙа бирелә.
       Ырымбурҙа һөргөндә булған сағында Алябьевтың ижадында башҡорттарҙың риүәйәттәренә һәм йырҙарына бәйле яңы тема һәм образдар тулы көсөнә яңғырай башлай. Хаттарының береһендә композитор шатлыҡ менән былай тип хәбәр итә: "Тиҙҙән башҡорт увертюраһын яҙа башлаясаҡмын, тема бик шәп.. ." Башҡорт көйөн уның өсөн Мәскәүҙең билдәле композиторы,
       Өфөлә яҡшы билдәле "Аскольдова могила" операһының авторы А лексей Верстовскийҙың ағаһы Василий Верстовский бирә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал