6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Юл ыңғай машиналарға ултырмағыҙ
14.08.06


       Бер көн айырма менән өйҙәренә ҡайтырға юлға сыҡҡан ике студент ҡыҙ хәбәрһеҙ юғалды. Бер көн айырма менән үк уларҙың
       үле кәүҙәләре лә табылды.
       "БАШвестЪ" гәзите аграр университеттың бишенсе курсында
       уҡыусы 21 йәшлек Ильмира Ғүмәрованың Өфөнән сығып, Бәләбәйҙән бер нисә километр алыҫлыҡта урынлашҡан Мәтәүбаш ауылына йүнәлеүе хаҡында хәбәр иткәйне инде. Район үҙәгенә барып еткәс, ҡыҙ туғандарына шылтыратып, тиҙҙән ҡайтып етәсәге тураһында хәбәр иткән. Кемдер уның юлда юл
       ыңғай машина көтөп тороуын күргән.
       18 йәшлек Ләйсән Хөсәйенова баш ҡаланан Кушнаренкоға
       ҡайтып барған. Ҡыҙ яңы ғына техникум тамамлаған һәм Өфөгә
       эш эҙләп килгән. Ул шулай уҡ ата - әсәләренә шылтыратып, автобусты көтмәйәсәге, юл ыңғай машинала ҡайтасағын
       белдергән. Ҡыҙҙың быға тиклем машинаға ултырып ҡайтыу осрағы булғанлыҡтан, уның ата - әсәһе артыҡ борсолмаған.
       Ильмираның кәүҙәһе туғыҙынсы августа Тоҙлоҡуш ауылынан бер - ике километр арала, Күркүл йылғаһында табыла. Уны үлтереүҙең күҙгә күренгән эҙҙәре юҡ, әммә ҡыҙҙың кәүҙәһе һыуҙа оҙаҡ ятыуы сәбәпле, аныҡ яуапты экспертиза ғына бирә ала.
       Икенсе көнө Медведеров ауылы эргәһендәге ағаслыҡта Ләйсәндең кәүҙәһе табыла. Ильмира менән булған осраҡтағы кеүек үк, уның үлеменең сәбәбен экспертиза ғына асыҡлай ала, быға ун көн самаһы ваҡыт кәрәк буласаҡ.
       - Ике осраҡта ла ҡыҙҙарҙың юғалыуы хаҡында ғариза яҙылыуы
       менән үлтереү буйынса енәйәт эше асылды, - ти БР Эске эштәр министрлығы Енәйәтте тикшереү идаралығының аңлы рәүештә үлтереүҙәрҙе асыҡлау буйынса бүлек начальнигы Олег Юрьев. - Әгәр иҫән - һау, өҫтәүенә йәш кеше юғалһа, беҙ шунда уҡ "криминаль китеү" версияһын эшкәртә башлайбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йыш ҡына дөрөҫлөккә тап килә.
       Уҡыусылар үткән йылдың икенсе яртыһында бер - бер артлы ө с 18 йәшлек ҡыҙ: өфөлөләр Регина Әхмәрова һәм Әлиә Усманова,
       шулай уҡ Бүздәк районынан Гөлназ Аллағолованың юғалғанын яҡшы хәтерләй. Әлеге ваҡытта өсөһөнөң дә үле булыуы билдәле.
       Гөлназ үҙ - үҙенә ҡул һала, ә Әлиә менән Регинаны үлтергәнд әр. Олег Юрьев билдәләүенсә, был эштәрҙе тикшереү менән үткә н йылда Эске эштәр министрлығы һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәренән махсус рәүештә булдырылған оператив - тикшереү төркөмө шөғөлләнә. Ильмира һәм Ләйсәндең эше лә уларға йөкмәтелгән.
       - Бөгөнгө көнгә беҙ уларҙың үлеменең барлыҡ версияларын д а тикшерәбеҙ, - тип билдәләне бүлек начальнигы. Оҙаҡ ваҡыт ү теү сәбәпле, ике мәйет буйынса ла ҡыҙҙарҙы көсләгәндәрме, йә ки башҡа нимәлер булыуын тәғәйен генә әйтеүе ҡыйын. Сериялылыҡ билдәһен күрмәйбеҙ, эштәрҙе бары тик ҡыҙҙарҙың икеһе лә юл ы ңғай транспорт көтөүе генә берләштерә, ә ошондай уҡ ситуацияла, айырыуса йәй көнө, ҡатын - ҡыҙҙарҙың юғалыу осраҡтары һәр ваҡыт булды.
       Юрьев ҡыҙҙарҙы ғәмһеҙлектәре һәләк иткән тип иҫәпләй, һәм
       ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтергә төшөрә:
       - юл ыңғай машинаға ҡарағанда, маршрут автобусын көтөү хәүефһеҙерәк,
       - юл ыңғай машина тотҡанда бер үҙең булмау хәйерле,
       - таныш булмаған кешенең машинаһына ултырғанһығыҙ икән, демонстратив рәүештә туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға шылтыратып, ҡайһы ваҡытта барып етеүегеҙҙе, ниндәй машинала барыуығыҙҙы хәбәр итегеҙ,
       - туҡталышта торғанда ҡыҙ кешенең осраҡлы машинаға ултырыуын күрәһегеҙ икән, уның маркаһын һәм номерын яҙып алығыҙ, был мәғлүмәттәрҙең кемгәлер ҙур ярҙам булыуы ихтимал .
       Юл ыңғай машина туҡтатыусылар йыйылған урындар барыһына л а билдәле. Әлеге ваҡытта был урындарға видеокамера ҡуйыу мәсьәләһе хәл ителә. Әлегә иһә күҙәтеү камералары Өфөнөң иң йәнле райондарында урынлаштырыла. Октябрь проспектында "Ҡала советы" туҡталышынан "Спорт" туҡталышына тиклем
       барыһын да төшөрөүсе видеокамера штат режимында эшләй, яҡын арала кәм тигәндә ете нөктәлә ошондай уҡ аппаратура ҡуйыласаҡ. Был аппаратура ҡыйбат тора, әммә тәртип һаҡсылары
       уларҙың кәрәклегендә шикләнмәй.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал