6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Өфөлә - индеецтар сығыш яһай!
14.08.06


       Гүзәл Өфөбөҙгә латиностар килде. Ышанмайһығыҙмы Ул саҡта
       кисен Ҡала советы алдындағы майҙанға сығығыҙ әле, һәм һеҙ ү ҙ музыкаль мәҙәниәтен беҙгә алып килгән Көньяҡ Америка вәкилдәре - ысын индееецтарҙың сығышын ишетеү генә түгел,
       күреү бәхетенә лә ирешәсәкһегеҙ.
       Перуның милли музыка ҡоралдары - сампониа һәм кен, икенсе
       төрлө итеп әйткәндә, флейта тауыштары музыкаға иң битараф кешене лә әсир итергә һәләтлелер, моғайын. Бындай күренештәрҙе йыш күреп өйрәнмәгән өфөлөләр һаҡ ҡына баҫып му зыканттар янына килә һәм, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ярайһы уҡ
       билдәле "Latinos Amazonas"төркөмөнөң башҡарыу оҫталығынан ләззәт ала.
       Музыканттар - профессионал түгелдәр, әммә үҙ мәҙәниәттәре н күрһәтеү теләге шул тиклем көслө, хатта Патрис Лумумба исемендәге халыҡтар дуҫлығы университетында алған инженер - технолог һөнәре лә бөгөн беҙҙең геройҙарыбыҙ өсөн икенсе планға күскән. Магно Альфонсо Мунгия Крисостомо һәм Симон Мамани Кардона, ҡыҫҡараҡ итеп әйткәндә, Поччо һәм Симон өсөн бөгөн иң мөһиме - музыка һәм тағы ла бер тапҡыр музыка.
       Латин Америкаһында Индеецтар көнө үткәндә балҡыған ҡояш Рәсәйҙә лә балҡыһын ине, ти улар. Поччо Перула был байрамдың
       бик күңелле итеп билдәләнеүе хаҡында һөйләй.
       "Latinos Amazonas" төркөмөнөң репертуар диапазоны боронғо
       индеец йырҙарынан башлап Рикки Мартин, Хулио һәм Энрике Иглесиастарҙың хиттарына тиклем барыһын да үҙ эсенә ала. Оригиналь аранжировка һәм иҫ киткес моңло инструменталь композициялар күп тыңлаусыларҙы үҙенә йәлеп итә.
       - Бындай көйҙәрҙе тәүгә ишетәм, - ти Динар. - Бик дәртле,
       еңел, кәйефте күтәрә.
       - Беҙгә бындай музыка етмәй, - тип ҡушыла уға Лена. - Үҙ еңде ҡайҙалыр алыҫ диңгеҙ буйында, ҡала шау - шыуынан ял итк ән кеүек тояһың.
       Музыканттар үҙҙәренең ижадында ҡырҡа үҙгәрештәр яһарға
       йыйынмай, әммә өлгәшелгәндә туҡтап ҡалырға ла теләмәйҙәр.
       Гастролдәргә килгәндә, төркөм өс йыл элек Тольятти, Ижевс к, Түбәнге Новгород, Сочи, Һамар, Архангельск, шулай уҡ сит илдәр - Скандинавияла, Данияла, Швецияла булған. Баш ҡалабыҙ ҙа музыканттар икенсе тапҡыр. Тәүге тапҡыр үткән йылда булғанда р. Өфө - дуҫтарса мөнәсәбәтле, иң мөһиме - тыныс ҡала, ти ул ар.
       - Ә беҙҙең эмигранттар һеҙҙә шулай уҡ рус көйҙәрен пропагандалаймы
       - О, эйе. Улар тыуған яҡтарын бик ныҡ һағына һәм балалайк аны үҙҙәре өсөн иң ҡәҙерле предмет, тиҙәр.
       Ни өсөн сығыштарын асыҡ урындарҙа ойоштороуҙары хаҡында һо рауға, музыканттар бында үҙҙәрен уңайлы тойоуын белдерә:
       - Ҡасан теләйбеҙ, шул ваҡытта уйнайбыҙ.
       - Сәйәхәттәрҙән арыманығыҙмы
       - Был артист тормошо бит! Йәшлек, энергия һәм ирек, - тип яуаплай Поччо. - Тормошобоҙ - ысын индеецтарҙыҡы кеүек!

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал