6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Наташа Ковшованың һуңғы алышы
14.08.06


       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет ҡыҙҙары - снайперҙар Наташа Ковшова һәм Марина Поливанованың үлемһеҙ батырлығы ту раһындағы хәбәр бөтә илгә билдәле булды.
       1942 йылдың авгусында Төньяҡ - Көнбайыш фронтының Старая Русса районында ҡаты һуғыштар бара. Снайперҙар төркөмөнә ауыр йәрәхәтләнгән командирҙы алмаштырған Наташа Ковшова
       етәкселек итә. Үҙ нығытмаларынан бәреп сығарылған дошман кире үҙ позицияларына ҡайтырға маташа. 14 августа немецтар һөжүмгә күтәрелә. Миномет уты снайперҙар сафын һирәгәйтә.
       - Бер аҙым да сигенмәҫкә, - тип команда бирә Наташа.
       Әммә ҡамау тарая. Фашистарҙың"Рус, бирел!" - тип ҡысҡырға н тауыштары яҡынайғандан яҡыная бара. Һөҙөмтәлә өс кеше генә тере ҡала: ауыр яралы, ҡанға батҡан Новиков, йәрәхәтле, әммә әлегә ҡорал тоторға һәләтле Наташа Ковшова һәм Маша Поливанова. Улар һуңғы патронға тиклем көрәшергә хәл итә, әммә патрондар ҙа аҙ ҡала.
       Бер мәл ҡыҙҙарҙың дүртәр гранатаһы ғына ҡала. Фашистар
       снайперҙарҙы әсиргә алырға ниәтләп, яҡынлашыуын дауам итә.
       - Рус, бирел! - тип ҡысҡыра улар.
       - Рустар тере көйө бирелмәй! - тигән яуап ишетелә.
       Наташа һәм Маша тағы берәр граната ырғытып, тиҫтәләгән
       фашисты юҡ итә. Дошмандар яҡынлаша. Һәм инде фашистар еңеү тантанаһына әҙерләнгәндә, тағы ике шартлау яңғырай. Һуңғы граната менән Ковшова һәм Поливанова үҙҙәрен шартлата,
       уларҙы уратҡан дошмандар ҙа яралана.
       "Ҡәҙерле әсә!" - тип яҙа алыштан һуң ҡыҙылармеецтар Наташаның әсәһенә. - Беҙ бөтә снайперҙар коллективы менән һеҙгә ауыр һәм аяныслы хәбәр еткерәбеҙ. Күптән түгел генә Наташа ла беҙҙең арала ине. Һеҙҙең һөйөклө ҡыҙығыҙ Наташа
       бөтә кешелек донъяһының дошманына ҡаршы аяуһыҙ һуғышта
       батырҙарса һәләк булды.
       Беҙ дошмандан уның өсөн үс алырға ант иттек.
       Наташа менән ғорурланығыҙ, уның яҡты образын беҙ бер ҡаса н да онотмаясаҡбыҙ.
       Снайперҙар - Наташаның уҡыусылары: Фәйзуллин, Субботин, Потехин, Жалнин, Куприянов, Александров, Конаков, ВЛКСМ бюроһы секретары лейтенант Герасимов".
       СССР - ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән 1943
       йылда ҡыҙылармеецтар Ковшова Наталья Венедиктовна һәм Поливанова Мария Семеновнаға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
       Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында миллиондан ашыу совет ҡатын - ҡыҙҙары Ватан ордендары һәм миҙалдары менән наградлана. Иң ҡыйыуҙары Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
       Наталья Ковшова 1920 йылдың 26 ноябрендә Өфөлә, Пушкин урамында тыуа. Наташаның олатаһы - Дмитрий Маркович Араловец, уҡытыусы, Һикеяҙ партия ячейкаһы секретары ( Башҡортостандың бөгөнгө Дыуан районы территоияһында), хәрби ҡыҙылгвардеецтар дружинаһы ағзаһы, ауыл ревкомы рәйесе була.
       1918 йылдың майында уны кулактар ҡатыны Валентина
       Ивановнаның күҙ алдында үлтерәләр. Әсә ҡыҙҙары Катя, Надя һәм Нина менән тороп ҡала.
       Нина Араловец 1919 йылда Златоуст өйәҙенең партия комитет ы секретары булып эшләүсе Венедикт Ковшовҡа тормошҡа сыға. 1920 йылдың көҙөндә Венедикт Ковшовты Өфө губревтрибуналы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Улар менән бергә Өфөгә Валентина
       Ивановна ла килә. 1920 йылдың 26 ноябрендә Нина Дмитриевнаның ҡыҙы Наташа донъяға килә. Ҡыҙына йәш ярым булғанда, Нина губкомдың пропаганда һәм агитация бүлеге инструкторы булып эшләй башлай. 1923 йылдың көҙөндә Мәскәү ж урналистика институтына уҡырға инә. 1925 йылда ҡулында бәләкәй Наташа булған Валентина Ивановна Өфөнән Мәскәүгә,
       Нина Дмитриевна янына бара.
       Өфөнөң Пушкин урамында 1920 - 1922 йылдарҙа Наташа ата - әсәһе һәм оләсәһе менән йәшәгән 117 - се һанлы ике ҡатлы йор т һаҡланған.
       Мәскәүҙә урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ҡыҙ "Оргавиапромға" эшкә урынлаша, ә 1941 йылдың июнендә Мәскәү авиация институтына имтихандар бирергә әҙерләнә.
       Һуғыш башланғас, Наташа Ковшованы үҙенең үтенесе буйынса снайперҙар мәктәбенә ебәрәләр, һәм Көнбайыш фронтына ул яҡшы әҙерлекле снайпер булып килә.
       Наташа Ковшованың фронт юлдары хаҡында уның туғандарына я ҙған хаттары һөйләй.
       1941 йыл, 18 ноябрь. "Тиҙерәк һуғышҡа китергә ине. Беҙҙең часть һуғышҡа инеү менән ерәнес фашистар өйөрө кире тәгәрәр кеүек тойола. Ул хәшәрәттәрҙе беҙ бик ныҡ күрә алмайбыҙ, шуғ а күрә уларҙы 1917 - 1919 йылдарҙа ата - әсәйҙәребеҙ кеүек туҡмаясаҡбыҙ.
       Ҡул пулеметынан һәм "максимдан" атырға өйрәндем, хәрби гранаталар ырғыттым. Бер һүҙ менән әйткәндә, ысын ҡыҙылармеецҡа әйләндем".
       1941 йыл, 8 декабрь. "Беҙ әле Волокаламск йүнәлешендә. Кәйеф күтәренке, үҙемде яҡшы тоям. Минең менән бер нимә лә б улмаҫына, үҙебеҙҙең ҙур һәм шатлыҡлы еңеүебеҙгә ышанам".
       1942 йыл, 25 февраль. "Беҙ һуғышта өс көн генә, әммә бик ҙур уңыштарға өлгәштек тә инде... Алты ауылды яуланыҡ һәм һә р береһендә ҙур һәм мөһим трофейҙарға эйә булдыҡ.
       Беҙ Маша (Поливанова - Ю.У.) менән һәр ваҡыт бергә. Ул яҡ шы әхирәт, ҡыйыу һәм аҡыллы. Алышта ла уның менән ышаныслы, бәлә була ҡалһа, ул бер үҙемде ҡалдырмаясаҡ".
       1942 йыл, 9 июнь. "Яраларым бер - бер артлы уңалды, һул ҡулдағы бер йәрәхәттән башҡа... Тиҙҙән частҡа ҡайтарырҙар ти п уйлайым".
       1942 йыл, 30 июль. "Беҙ Машенька менән һунарға йөрөйбөҙ,
       мин алты хәшәрәтте, Машенька бишәүҙе юҡ иттек. Беҙҙең
       снайперҙар төркөмө ай эсендә 245 фрицты дөмөктөрҙө. Командование беҙҙән ҡәнәғәт. Ә беҙ тағы ла ҡәнәғәтерәк. Был
       бит беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың эше".
       Һәм һуңғы хат. 1942 йыл, 13 август. "Оҙон юл үттек, 115 километр самаһы. Һәм хәҙер икенсе урында икенсе армия менән һөжүм итәбеҙ. Һаҙлыҡлы урын, тубыҡтан бысраҡ. Ярай, беҙ бында ла һуғышасаҡбыҙ әле".
       Икенсе көнө Наташаның һуңғы алышы була.
       БР Министрҙар Советының 1991 йылдың 23 апрелендәге ҡарары м енән Өфөнөң Октябрьский районындағы урамға Н. В. Ковшова ис емен бирергә ҡарар ителә. Ул Юрий Гагарин урамынан Өфө йылғаһына тиклем һуҙыла. Ошо уҡ урамдағы 3 - сө һанлы йортта
       мәрмәр таҡтаташ асылған.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал