6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Андрей Фурсенко: йәмғиәтте мәғарифҡа йәлеп итеү мөһим
14.08.06


       Иглин районында башланған педагогтар кәңәшмәһе Нуриман районында имен - аман тамамланды. Республикала уға әҙерлек эше бер йыл, Ишембайҙа август кәңәшмәһе тамамланғандан алып, дауам итте.
       Белем биреү системаһы эшмәкәрлеге йомғаҡтарын һәм үҫеш перспективаларын тикшереүҙән тыш, педсоветтарҙың өҫтөнлөгө н имәлә Яуап бик ябай: райондар һәм ҡалалар үҙ ҡаҙаныштарын һ әм етешһеҙлектәрен күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу
       мөмкинселегенә эйә була. Сираттағы кәңәшмә үткәрелгән территориялар республика кимәленә тиклем "күтәрелә". Мәҫәлән , Мәләүез, Туймазы, Белорет, Баймаҡ, Сибай, Ишембай, Кушнаренко, Әлшәй, Ҡыйғы, Салауат, Архангель, Ғафури райондарында белем биреү учреждениелары асылды, күп мәктәптәрҙә реконструкция үткәрелде. Юлдар һалынды һәм
       асфальт түшәлде, ауылдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән дә байтаҡ эш башҡарылды.
       Һуңғы һигеҙ йылда ғына республика бюджетынан был маҡсатҡа
       800 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Бындай ҡараш белем б иреү учреждениеларының, айырыуса социаль инфраструктураһы са ғыштырмаса ҡалышҡан муниципаль берәмектәрҙә матди - техник базаны эҙмә - эҙлекле нығытыу мөмкинселеген бирә.
       Улар иҫәбенә Иглин һәм Нуриман райондары ла инә, ошо көндәрҙә республика киң мәғлүмәт сараларының барыһы ла үҙ
       иғтибарын ошо райондарға йүнәлтте. Иглинда һәм Иглин районының Таутөмән ауылында, Нуриман районының Байгилде, Ишморат һәм Баш Шиҙе ауылдарында биш мәктәп асылды. Был тантанала РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко, БР Хө күмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәй әсәт министры Илдус Илешев, республиканың мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина һәм башҡалар ҡатнашты.
       Көндөң тәүге яртыһында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар 17 мәғариф о бъектында булды, мәктәптәрҙең матди һәм методик базаһы, уҡыу-тәрбиәләү процесын ойоштороу һәм "Мәғариф" өҫтөнлөклө м илли проектын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән танышты.
       "Өҫтөнлөклө милли проекттар - БР мәғариф сифатын күтәреүҙең
       иң мөһим факторы" Нуриман районының Красная Горка
       ауылында үткән пленар ултырышта Башҡортостан Президенты Мо ртаза Рәхимов һәм Андрей Фурсенко араһындағы һөйләшеүҙә төп тема булып яңғыраны. Унда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Дмитрий Медведев та ҡатнашты.
       - Бер йыл самаһы элек илдә "Мәғариф" милли проектына юл һалынды. Башта уға барыһы ла һаҡсыл ҡарашта торҙо, - тип билдәләне педагогтар советында сығыш яһаусы РФ мәғариф һәм ф ән министры Андрей Фурсенко. - Милли проект мәғариф проблемаларын тиҙ арала хәл итә алмай, әлбиттә, 15 йыл эсенд ә етешһеҙлектәр етерлек булды. Әммә Башҡортостандағы эҙмә - эҙлекле дәүләт сәйәсәтенең эшмәкәрлеге был етешһеҙлектәргә артыҡ юл ҡуймаған, - тип билдәләне ул. - Шулай ҙа проблемала р бар.
       Андрей Фурсенко мәғариф проблемаларын хәл итеүгә йәмғиәтте мөмкин тиклем күберәк йәлеп итергә кәрәк, тип һанай. Бөгөн мәғарифтағы төп проблема - уҡытыусыға хеҙмәт хаҡы түләү - хә л ителмәгән. Республикаға ингән средстволар артыуы менән бер гә мәктәптәрҙе финанслауға яңы юлдар ҙа эҙләргә кәрәк.
       Министрҙың фекеренсә, мәктәпәрҙә йән башына түләү индереү
       ошондай механизмдарҙың береһе булыуы мөмкин. Билдәле, балалар уҡырға теләк белдергән мәктәптәргә күберәк аҡса интерелергә тейеш. Яңы механизмға ҡағылышлы тәҡдимдәр тикшереү өсөн төбәктәргә ебәреләсәк, тине Андрей Фурсенко.
       Август кәңәшмәһе барышында РФ мәғариф һәм фән министрымә ктәптәре бер миллион һум күләмендә өҫтөнлөклө милли
       проект грантына конкурста еңеүсе Нуриман һәм Иглин райондары башлыҡтарына дипломдар тапшырҙы.

Лилиә Сәхәбүтдинова, Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал