6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Андрей Фурсенко белем биреү процесының төп проблемаларын бил дәләне
14.08.06


       Өфө дәүләт нефть техник университетында РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко студенттар һәм уҡытыусылар составы менән осрашты. ӨДНТУ ректоры, профессор Айрат Шаммазов почетлы ҡунаҡҡа һәм осрашыуға килеүселәргә ике йылдан 60 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк университеттың 10 факультеттан һәм өс филиалдан (Стәрлетамаҡ, Салауат һәм
       Октябрьский) тороуы, унда 14 меңгә яҡын студент белем алыуы хаҡында һөйләп үтте. Уҡыу йортоноң 65 кафедраһында 136 профессор, фән докторҙары һәм 480 доцент, фән кандидаттары э шләй. 14 һөнәр буйынса диссертация яҡлау буйынса биш докторҙар советы бар. Аспирантура һәм докторантурала юғары квалификациялы 460 белгес әҙерлек үтә.
       Андрей Фурсенко, үҙ сиратында, һорауҙарға яуап бирҙе һәм мәғариф өлкәһендә осраған төп проблемалар буйынса үҙ фекерен белдерҙе.
       - Минеңсә, бөгөнгө белем биреү процесын асыҡ билдәләгәндә н һуң ғына уның көсһөҙ яҡтарын бөтөрөп була, тик ошо осраҡт а ғына уларға ҡаршы көрәшеү мөмкинселеге тыуа, - тине Андрей Фурсенко. - Төп проблемаларҙың береһе - юғары мәктәп. 2000 йылдан башлап студенттар һаны 2,5 тапҡыр артты, түбәнге
       сифатлы вуз һәм филиалдар барлыҡҡа килде. Ошо сәбәпле белем биреү сифаты ла түбәнәйҙе. Уның ҡарауы педагогика, иҡтисад, психология һәм башҡа фәндәр буйынса фән кандидаттары һаны ҡырҡа артты. Һәм йыш ҡына был кешеләрҙең б илдәләнгән дисциплиналарға бер ҡатнашы ла юҡ.
       Икенсе проблема - мәктәп уҡыусыларын әҙерләү сифатының түбәнәйеүе, өсөнсөһө - процеста ҡатнашыусыларҙың яуаплылыҡ кимәле кәмеүе. Студенттар инфантиллектән арынырға, үҙ юлын
       һайлауҙа яуаплылыҡ алырға теләмәй.
       Фурсенко әйтеүенсә, мәғариф өлкәһендә тиҙ арала хәл итеүҙ е талап итеүсе "кисектергеһеҙ мәсьәләләр" бар. Мәҫәлән, юғар ы белемдең һорау менән файҙаланыуы тураһындағы проблема асыҡ ҡалыуын дауам итә.
       - Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, нимә ул юғары белем Баҙар хеҙмәтләндереүеме әллә Рәсәйҙең барлыҡ граждандарына ла тәҡдим ителгән социаль мөмкинселекме Минең фекеремсә, бер я ҡҡа ғына өҫтөнлөк бирергә ярамай. Дәүләт йәш кешегә белем алыру мөмкинселеген бирергә тейеш, әммә был белемдең үҙ сиратында шулай уҡ һөҙөмтә биреүе мотлаҡ.
       Бынан тыш, мәғариф, фән һәм иҡтисад мөнәсәбәтенә бәйле проблема ла бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа мәғариф үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнай: үҙ - үҙенә бурыстар ҡуя, уларҙы үт Ьй һәм баһалай. Әммә барыһы ла баһаның ситтән бирелергә тейешлеге менән килешер тип уйлайым. Һәм инде ошоға бәйле мәғариф үҙенең әҙерлек системаһын төҙөргә тейеш.
       ӨДНТУ - ның конференция залында йыйылыусылар уҡыу әҙәбиәтенең сифатына бәйле иғтибар талап итеүсе сетерекле темаға ҡағылды. Бер үк ваҡытта вуз уҡытыусылары ла булып торған дәреслек авторҙары, уҡыу әсбаптарының сифаты насар булыуына ҡарамайынса, студенттарҙа ҙур һорау менән файҙаланыуына ирешә. Ә нимә эшләйһең Имтихан һәм зачеттарҙы тапшырырға кәрәк бит! Әммә эш бында ла түгел. Түбән сифатлы дәреслектәр менән файҙаланып, студенттар
       тейешле - кәрәкле! - белем ала алмай, был һуңынан уларҙың
       белгеслегендә сағылыш табыуы ихтимал.
       Андрей Фурсенко был йәһәттән үҙенең фекерен былай тип белдерҙе:
       - Мәктәп һәм вуз дәреслектәренең күп өлөшө бер нимәгә лә ярарлыҡ түгел. Уҡыу материалдарын тикшергәндән һуң беҙ ошондай һығымтаға килдек. Әлбиттә, дәреслектәрҙең сифатын күтәрергә тырышасаҡбыҙ. Әммә был йәһәттән вуздар үҙҙәре лә
       тырышҡанда ғына юғары һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. Әгәр ҙә беҙ яҡшы, төплө белем бирергә теләйбеҙ икән, вуздарға күберә к ирек бирергә һәм уҡыу процесы сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән инициативаны хупларға тейешбеҙ.
       Осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, БР м әҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР
       мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина һәм башҡалар ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал