6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Байрам буласаҡ. Һәм эш аҡсала ла түгел
14.08.06


       - Төп объекттарҙа эш график буйынса бара, барлыҡ сараларҙ ы ла үткәреп өлгөрөргә тейешбеҙ. Рәсәйҙең һәр ҡалаһының да Ө фө кеүек үҙ йөҙөн тиҙ арала һәм киҫкен үҙгәртеүгә өлгәшә алм ауын танырға кәрәк, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Респу блика йортонда Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының сираттағы, икенсе, ултырышында Рәсәйҙең финанс министры Алексей Кудрин.
       Ойоштороу комитеты рәйесе "юбилей" объекттарын төҙөү һәм реконструкция барышын ғына түгел, ултырыш йомғаҡтарын да юғары баһаланы. Алексей Кудринға ышанырға мөмкин, сөнки ул б ындай комиссияларға тәүге тапҡыр ғына етәкселек итмәй, һәм, уның һүҙҙәре буйынса, ваҡыт һәм финанслау йәһәтенән тотҡарлыҡтар булғаны юҡ.
       - Нигеҙҙә барлыҡ саралар ҙа Башҡортостан бюджетынан финанслана, әммә федераль Үҙәктең ҡатнашлығы ла һиҙелә, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан средстволар йәлеп итеү айырыуса иғтибарға лайыҡ, был 21 миллиард һумдан артыҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алексей Леонидович.
       Шәмбе көнө иртә менән Кудрин "юбилей" планына индерелгән унға яҡын объектты тикшерергә өлгөрҙө. Башлыса алғанда, ул
       Республика психиатрия дауаханаһының Калинин районының Базилевка ауылындағы дауалау комплексы, "Аҡбуҙат" ипподромы ,"Өфө - арена" универсаль спорт аренаһы, тимер юл вокзалы
       һәм аэропортта булды, Шаҡша биҫтәһендә юл төҙөлөшөн ҡараны. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә әҙерлек Хөкүмәт тарафынан раҫланған төп саралар программаһының 78 сара һәм п роектты үҙ эсенә алған биш бүлектән тороуын иҫәпкә алғанда, ойоштороу комитеты рәйесе күп осраҡта төбәк етәкселегенә иҫәп тота. Һәм етәкселек байрамға лайыҡлы әҙерләнеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
       - Башҡарылған эштәр күләме һоҡландыра һәм ҙур тәьҫораттар
       ҡалдыра, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алексей Леонидович. - Бөгө н төҙөлөштөң беренсе "юбилей" объектын - Рәми Ғарипов
       исемендәге 1 - се Башҡорт республика гимназия - интернатын
       ҡабул итеүебеҙ айырыуса ҡыуандыра. Һәм тағы ла төҙөлөш барған Халыҡтар дуҫлығы йорто, уның күп төрлө тәғәйенләнеше иғтибарҙы йәлеп итә.
       Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Алексей Кудринға ойоштороу комитеты рәйесе булараҡ төбәктә барған эштәр хаҡында һәр ваҡытта хәбәрҙар булыуына рәхмәт белдерҙе. Башҡарылған эштәр тураһында төп доклад менән БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов сығыш яһаны, ул ойоштороу комитетының декабрь айында үткән тәүге ултырышынан һуң эштәрҙең һиҙелерлек тиҙләтелеүен билдәләп үтте. Һәм ойоштороу комитетының һәр ултырышы юҡҡа ғына
       мотлаҡ властың федераль органдары вәкилдәре ҡатнашлығында ү тмәй. Бөгөнгө ултырышта ла Алексей Кудрин тәҡдиме менән
       байрамды үткәреү ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе финанслау мәсьәләләре ҡабул ителде, РФ Транспорт министрлығына М - 5 "Урал" федераль юлында развязкалар төҙөү
       һәм башҡа эштәр өсөн өҫтәмә средстволар бүлеү бурысы йөкмәтелде.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, республиканың мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешевтың мәҙәни һ әм спорт сараларына әҙерлеккә арналған сығышынан һуң,
       Алексей Кудрин Нестеров исемендәге художество музейы кеүек төбәк әһәмиәтендәге статусҡа эйә булған тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы реконструкциялау проблемаһын тикшерҙе. Сығымдарҙың бер өлөшөн федераль бюджет үҙ өҫтөнә алыр, моғайын. Һәм Рәсәй финанс министрының Өфө сәнғәт
       академияһындағы музыкаль ҡоралдарҙы яңыртыу тураһындағы
       ҡарары күп миллиардлыҡ саралар фонында "арзан" күренһә лә, күңелгә хуш килде. Юҡҡа ғына ваҡытында Михаил Швыдкой республикала вуз бинаһын реконструкциялау кимәле менән һоҡланмаған икән.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, республиканың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлейәров "юбилей" объекттарын төҙөү барышының йылдамланыуы хаҡында һөйләне.
       Башҡортостанға тулыһынса ышаныс белдереп, Алексей Кудрин ойоштороу комитетының ҡалған ике ултырышы "финиш һыҙығында" - 2007 йылдың май һәм август айында үткәрергә ҡарар ителеүен белдерҙе. Беренсеһе Мәскәүҙә - Рәсәйҙең баш ҡалаһында, Башҡортостан Республикаһы көндәренең июндә буласаҡ байрам аккордына тиклем үтәсәк. Икенсеһен Өфөлә уҙғарыу планлаштырыла, ул ваҡытҡа ҡалабыҙҙа "юбилей" объекттарының күпселеге файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
       "Финанслау йәһәтенән проблемалар булмаясаҡ", - тине Алексей
       Кудрин.
       Алда көтөлгән юбилей ысын мәғәнәһендә бөтә Рәсәй әһәмиәтенә эйә буласаҡ. Алексей Кудрин билдәләүе һәм Мортаза Рәхимов раҫлауынса, байрам итеүҙә дәүләт башлығы Владимир Путин ҡатнашасаҡ, ул юбилей тантаналарына әҙерлек
       барышына ҡарата етди ҡыҙыҡһыныу белдерә. 2007 йылдың йәйендә Өфөлә Дәүләт советы йәки хатта БДБ илдәре башлыҡтарының юғары осрашыуын үткәреү мөмкинселеге
       ҡарала.
       - Беҙҙең илебеҙ - күп милләтле ил, һәм һәр ваҡытта ла мил ләт - ара мөнәсәбәттәргә ҡағылған мәсьәләләр иң мөһиме булды, ул ҡайһы берҙә хатта барлыҡ иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙән дә алда барҙы. Илебеҙ тормошоноң тотороҡлоғо халыҡтарыбыҙ мәҙәниәтенең үҙ - ара бәйләнеше һәм бер - береһен байыҡтырыуына бәйле, - тине йомғаҡ яһап Алексей Кудрин. - Мин Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү - төрлө дәрәжә властарының һәм бында йәшәүсе халыҡтың тырышлығын берләштереүсе байрам, тип һанайым. Һис шикһеҙ, ул - бөтә Рәсәй күләмендәге ваҡиға.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал