6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Уҡытыусыбыҙ өсөн шатбыҙ
14.08.06


       Мәктәптә уҡыған ваҡытта Алла Николаевнаның дәрестәрендә барыһы ла рөхсәт ителә ине. Хәтеремдә, беҙ иркенләп класс буйлап йөрөйбөҙ, парта өҫтөндә ултырабыҙ, көлөшәбеҙ, ҡысҡырып һөйләшәбеҙ... Тик барыһы ла мотлаҡ инглиз телендә. Башҡа төркөмдәр йәндәре һөймәгән "ин.яз"ды яратырға беҙҙе ул нисек итеп мәжбүр иткәнен бөгөн дә аңламайым! Ҡаты, талапсан, өйгә эште шул тиклем күп итеп бирә!.. Аҙна буйына ла эшләп бөтөрлөк түгел кеүек тойола.
       Әммә беҙ уҡыйбыҙ. Өйрәнәбеҙ. Сөнки ҡыҙыҡ. Ул ваҡытта барыһы ла ни тиклем етди булыуын аңлап етмәһәк тә беҙ Алла Николаевна өсөн йәндәребеҙҙе бирергә әҙер инек. Мәктәптән һуң уның уҡыусыларын яҙмыш ҡайҙа ғына таратмаһын, уларҙың барыһы ла инглиз телендә ярайһы уҡ иркен аралаша ала. Һәр береһе тел барьерын үткән. Алла Николаевна Трутненко ҡағиҙәләрҙе ныҡ итеп ятлата һәм уларҙы ҡайҙалыр аң төпкөлөнә
       йәшерергә һәм уның хаҡында оноторға мәжбүр итә ине. Был һүҙҙәрҙән автоматик рәүештә һөйләмдәр төҙөү, эске аңды файҙаланыу өсөн кәрәк булған икән. ФРГФ - ҡа уҡырға инергә теләүселәр барыһы ла был факультетта уҡып сыҡты. Һәм бөгөн яратҡан уҡытыусыларын ҙур хөрмәт менән иҫкә алалар.
       - Дәрестәр бына тигән ине. Миңә ҡалһа, уның ҡушҡанын барыһын да үтәнем. Башҡаса вариант булманы, - тип хәтерләй уның элекке уҡыусыларының береһе Дарья Святохина. - Ул уйлап
       төҙөлгән система буйынса эшләне. Нисек булһа ла ул ҡушҡанды үтәргә кәрәк! Ниндәй текстар ятлағанды хәтерләйһеңме Тотош кассета таҫмалары. Инглиз телендә әкиәттәрҙе дәфтәргә күсере п яҙабыҙ, һуңынан әйтелешен генә түгел интонацияһын да
       ҡабатлап, башынан аҙағына тиклем ятлайбыҙ. Һәм мине бөгөн и ң аптыратҡаны, быны көс - хәл менән түгел, ә ҙур теләк менән эшләүебеҙ. Шуға күрә беҙҙең төркөмдә сәләмәт конкуренция булды. Барыһы ла тип әйтерлек "бишлегә" уҡыны. Ысын спорт
       кеүек ине ул - кем кемде еңә. Һөҙөмтәлә барыһы ла еңде.
       - Дәрестәрҙә театрҙағы һымаҡ диалогтар ойоштора ине. Мәҫәлән, мин "көнбайыш өлгөһөндәге", ә Алла Николаевна - беҙҙең һатыусы. Һин - һатып алыусы, магазинға килгәнһең дә нимәлер һатып алырға теләйһең. Мин әҙәпле булып ҡыланам, ә
       Алла Николаевна үҙенә хас артислыҡ менән "беҙҙең" һатыусыны
       шул тиклем ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләй, бар класс тәгәрәп ятып көлә, - тип хәтерләй Наталья Калмыкова (ул ФРГФ - ты тамамла ны). - Башта ул ныҡымыш һатып алыусыға иғтибар ҙа итмәй, һуңынан "Ә мин ҡайҙан беләйем", "Күҙеңде асып ҡара, тауар кәштәлә тора бит!", "Теләмәйһең икән, алма!" тигән кеүек
       фразалар һибә башлай. Саф инглиз телендә, әлбиттә. Шунда уҡ таҡтала беҙҙең өсөн ят булған һүҙҙәрҙе лә яҙып өлгөрә. Улар барыһы ла шунда уҡ хәтерҙә ҡала!
       - Алла Николаевна Трутненко - ысын уҡытыусы. Бик экспресс ив, һиҙгер, талантлы. Ҡаты, әммә беҙ кемде лә йәберләмәй. Үҙ енең баһаһын белә һәм юморға бай, - ти ФРГФ сығарылыусыһы һә м Алла Николаевнаның уҡыусыһы Регина Маликова. - Беҙҙең өсөн ул эталон, уҡытыусы өлгөһө булды. Беҙ уны изге күңеле һәм йомарт өләшкән белеме өсөн яратабыҙ һәм рәхмәтлебеҙ!
       Бөгөн генә мин Өфөнөң Дим районының 103 - сө урта дөйөм белем биреү мәктәбендә инглиз теле уҡытыусы Алла Николаевна Трутенконың республиканың иң яҡшы уҡытыусылар исемлегенә индерелеүе һәм 100 000 һум күләмендә бүләк алыуы хаҡында белдем.
       Беҙ уның иң яҡшы уҡытыусы булыуында бер ҡасан да шикләнмәнек. Шуға күрә, ниһәйәт, ғәҙеллектең еңеүенә үтә лә шатбыҙ!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал