6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Быйыл да ҡыш һыуыҡ була ҡалһа...
11.08.06


       Кисә республиканың Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министрлығында коллегия ултырышы үтте, унда ЖКХ предприятиеларының үткән ярты йылдағы эшмәкәрлек йомғаҡтары тикшерелде.
       Ғәҙәт буйынса, ведомство башлығы Гемань Әсәҙуллин тармаҡта айырыуса киҫкен һаналған һорауҙар буйынса ҡаты позиция биләне. Мәҫәлән, ул ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары тулы залға ҡарап, етди рәүештә күп кенә предприятиелар мөлкәтте ҡайтанан теркәү процесы менән файҙаланып, банкротлыҡ юлына аяҡ баҫты тип белдерҙе. Тәбиғи,
       тармаҡта килемһеҙ эшләүсе предприятиелар һаны ҡырҡа арта. Уларҙың өлөшө 19 процент тәшкил итә. Ошо сәбәпле Сибай, Архангель, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарының торлаҡ комплекстары зыян күрә.
       Эшсе ҡасабаларын һәм район үҙәктәрен йылылыҡ менән тәьмин итеүсе 50 предприятиеның 17 - һенә, 99 күп тармаҡлы ойошмаларҙың 41 - енә "файҙаһыҙ" ярлығы йәбештерелеүе лә киләһе ҡышта тотороҡло эш алып барылыуын хәүеф аҫтына ҡуя.
       - Ремонт эштәренең иң ҡыҙыу ваҡыты, - тип билдәләне Геман ь Әсәҙуллин, - уның тамамланыуына ни бары бер ай ваҡыт ҡалды . Бөгөн техниканы һәм кешеләрҙе башҡа эштәргә йәлеп итергә ярамай, льготалар, торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереүгә түләү буйынса бурыстарҙы бөтөрөү ҙә мөһим эштәр рәтендә.
       Сараға йыйылыусыларға үткән йылдағы ҡаты һыуыҡлы ҡыш ҡабатланыуы мөмкин, тип белдерелде. Шуға күрә әлеге ваҡытта иң мөһиме - ремонт эштәрен сифатлы итеп үткәреү. Һәм, әлбитт ә, ҙур энергетикаға бурыстар тураһында ла оноторға ярамай. Й әй буйына коммунальщиктар барлыҡ мөмкинселектәрҙе файҙаланырға тейеш.
       Проблемаларҙы тарифтарҙы арттырыу иҫәбенә генә хәл итеү мөмкин түгел, тип әйтелде коллегияла. Техник саралар үткәрер гә кәрәк. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы белдереүенсә, халыҡ өсөн тарифтарҙың иң ҙур үҫеше 13 процент кимәлендә раҫланасаҡ. Миәкә, Балаҡатай һәм Ғафури райондарында йылытыуға хаҡты саманан тыш арттырыу күҙаллана.
       Икенсе хәстәр - республиканың һыу менән тәьмин ителештәге
       юғалтыуҙары. Ҡулланыусыларға күрһәтелгән хеҙмәтләндереү күләме 10 процент нормативында булғанда, юғалтыуҙар 15 процент иҫәпләнә. Бында хеҙмәтләндереү күләменә ҡарата 80 процент (!) юғалтыусы Баймаҡ районы "рекорд ҡуя", Балаҡатай районының юғалтыуҙары 33 процент тәшкил итә, Инйәр торлаҡ - коммуналь хужалыҡ идаралығы, Бөрө һәм Ағиҙел водоканалдары ш ундай уҡ кимәлдә ҡала. Өфө, Бәләбәй водоканалдарына ла эш ет ерлек. Йылылыҡ менән тәьмин ителештә шулай уҡ юғалтыуҙар бул ыуы билдәле. Был йүнәлештә Балаҡатай, Белорет, Илеш, Мәләүез райондары айырыуса "уңған".
       Әммә жилкомхоз белгестәре һыуыҡтарға әҙерлек һәм бурыстарға ҡаршы көрәш менән генә шөғөлләнә тип уйлау дөрөҫ түгел. Торлаҡ - коммуналь хужалыҡтың мөлкәт комплексын ҡала округтары, муниципаль райондарға тапшырыуҙы теркәү дауам итә. Минжилкомхоз, Мәскәүҙең Ҡала иҡтисады институты менән б ерләшеп, торлаҡ фонды идаралығын үҙгәртеп ҡороуҙы башланы - торлаҡ хужалары ширҡәттәре булдырыла ( йыл башынан алып 78 ширҡәт булдырылған), торлаҡ яңы идара итеүсе ойошмалар идаралығына тапшырыла.
       - Шулай итеп, республикала Торлаҡ кодексының барлыҡ талаптарына ла яуап биреүсе яңы моделде файҙаланыу башлана, - тине Әсәҙуллин.
       Торлаҡ хужалары, идара итеүсе ойошмалар һәм
       хеҙмәтләндереүселәр арһындағы мөнәсәбәт баҙар
       мөнәсәбәттәрен хәтерләтә. Хеҙмәтләндереү күләме һәм сифатын билдәләүҙә хәҙер бер ҡараш булдырыла, һәр яҡтың килешеүҙәге йөкләмәләрен үтәү буйынса яуаплылығы асыҡ билдәләнә.
       Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре ғинуарҙан июнь айына тиклем һигеҙ ярым миллиард һумлыҡ хеҙмәтләндереү
       күрһәткән, уларҙың 4,2 миллиарды - халыҡты хеҙмәтләндереүгә
       ҡарай. Торлаҡ фондының миллион квадрат метр самаһы хосусилаштырылған, хосусилаштырылған торлаҡ өлөшө 82
       процент тәшкил итә. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда торлаҡ
       фондының 90 процентына халыҡ хужа. "Был артабанғы үҙгәрештәр өсөн нигеҙ булып тороусы иң мөһим күрһәткес", - т ип билдәләне БР торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министры.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал